Театр сәнғәте хаҡында һүҙ йөрөткәндә балалар өсөн ҡуйылған әкиәттәрҙе лә билдәләү зарур. Мәҫәлән, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуарында кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн бихисап әкиәт уйналып килә. Шулар араһында “Чиполлино” мауыҡтырғыс мажараларға бай булыуы, шуҡлығы, шаянлығы менән алдыра. Джанни Родариның киң билдәле был әкиәтен Йәштәр театры сәхнәһенә Рөстәм Хәкимов режиссер булараҡ сығарһа, инсценировка авторы Лилиә Исҡужина икән. Һуғанбаш Чиполлино һәм уның башҡа йәшелсә дуҫтарының мажаралары 2014 йылдан алып ҡуйылып килә.
Балалар әкиәтте ҡарап ултырып ҡына ҡалмай, ә уның барышында сәхнә геройҙары менән аралаша ла ала, сөнки Чиполлино һәм уның дуҫтары йыш ҡына кескәйҙәргә мөрәжәғәт итеп, теге йәки был киҫкен хәлдә кәңәш һорай, һорауҙарына яуап эҙләй, ҡул бирә, әкиәт аҙағында һәр кемде яндарына бейергә лә саҡыра.
Әкиәткә заманса һулыш өрөлгән булыуы ла иҫтә уйылып ҡала. Чиполлиноның (Шәһит Хамматов) рэп уҡып ебәреүе, ҙур бер ҡап “Mentos” һағыҙын тотоп сығыуы үҙенә күрә бер мәрәкә булһа, мажаралар урыны-урыны менән уйланырға ла мәжбүр итә, сөнки Лимония иленең хакимы Принц Лимондың (Нәғим Нурғәлин) сәйәсәте буйынса бар йәшелсә, емеш-еләк хатта һулар һауа өсөн һалым түләргә тейеш, имеш. Яуым-төшөм өсөн дә. Һибәләп кенә киткән ямғырҙың хаҡы ҡойоп яуғанынан айырыла, әлбиттә. “Һалымығыҙҙы түләгеҙ ҙә тыныс йәшәгеҙ!” – ти Лимондың ярандары ябай йәшелсәләргә.
Шәхсән минең уйымса, ололар өсөн спектаклдәргә ҡарағанда, әкиәттәрҙә уйнауы ҡыйыныраҡтыр, сөнки кескәй тамашасылар бигерәк талапсан, бигерәк тынғыһыҙ, уларҙың иғтибарын оҙаҡ ваҡыт бер урында ғына тотоп ҡара! “Чиполлино”ны һәр бәләкәс йотлоғоп, мауығып ҡараны, ҡыҙыҡ урындарында ихлас ҡысҡырып көлдө.
Чиполлино (Шәһит Хамматов), Чиполлиноның атаһы Чиполлоне (Мәғәфүр Усманов), Ашҡабаҡ бабай (Венер Камалов), Редисҡай (Гөлшат Ғайсина), Принц Лимон (Нәғим Нурғәлин), синьор Помидор (Илнур Лоҡманов), Принц Лимондың һаҡсылары (Радмир Абдуллин һәм Илгиз Таһиров), Сейәләр – графинялар (Гүзәл Әйүпова һәм Аида Ҡулбаева), Граф Сейә (Алтынай Хамматова), синьор Помидорҙың Мастино исемле эте (Рәмзил Сәлмәнов) ихлас уйнауҙары, шаян йөҙҙәре кескәй дуҫтарыбыҙҙың хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланыр әле.