Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ҠОЙОП ҠУЙҒАН САТИРИК
ҠОЙОП ҠУЙҒАН САТИРИКАгиш Ғирфанов заманыбыҙҙың ҡойоп ҡуйған сатиригы ине.
Ул “Һәнәк” журналы редакцияһында ла эшләп китте. Һәм ғүмергә йөрәктәребеҙҙә тороп ҡалды...


Агиш Шәйех улы Ғирфанов 1928 йылдың 14 апрелендә Мәсәғүт кантонының (хәҙерге Салауат районы) Таймый ауылында тыуған. Өфөлә К. Тимирязев исемендәге педагогия инс­титутын тамамлағас, Учалы һәм Әбйәлил райондарында уҡытыу­сы, мәктәп директоры булып эшләй. 1959 йылда Өфөгә күсеп килә һәм “Һәнәк” журналы редак­цияһына эшкә урынлаша. Тәүҙә әҙәби хеҙмәткәр, унан хаттар бүлеге мөдире вазифаларын башҡара. Һуңынан байтаҡ йылдар Башҡортостан радиоһында һәм китап нәшриәтендә тир түгә.
1985 йылда Агиш Ғирфанов ҡабат “Һәнәк”кә ҡайтты. Бының сәбәбен ул миңә еңел генә аңлатты.
– Ҡартайған көнөмдә һеҙҙең менән бергә “Һәнәк”тә эшләгем килә, – тине. – Һин ҡаршы түгелһеңдер бит?
Ҡаршы буламмы һуң!
– Ҡуш ҡуллап риза! – тинем һәм уны фельетондар бүлеге мөхәррире урынына ултыртып та ҡуйҙым.
Аҙаҡ ул егелеп яуаплы сәркәтип йөгөн дә тартты. Пенсияға сыҡҡансы.
Шулай итеп, яҙыусы-сатирик Агиш Ғирфановтың ижад юлы “Һәнәк”тән “Һәнәк”кәсә һуҙылды. Журналыбыҙҙа уның әллә күпме фельетон, хикәйә, юмореска һәм скетчтары донъя күрҙе. Белеүегеҙсә, ул бер нисә сатирик повесть (“Алтын төлкө”, “Йүбәләй”, “Бойраҡай”, “Осоусы сеүәтәлә сәйәхәт” һ.б.) авторы. Әммә уның иң ҙур, иң төп әҫәре – “Дан туртаһы”. Тап бына ошо сатирик романы уға оло дан килтерҙе лә инде.
Агиш Ғирфановтың байтаҡ әҫәре урыҫ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде. Үҙе лә тәржемә менән шөғөлләнде. Шуныһы ғәжәп: ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. “Ғәжәп” тип юҡҡа ғына әйтмәйем, сөнки беҙ­ҙең бәғзе бер билдәле яҙыусы­ларыбыҙ йәмәғәт эштәрен бушҡа ваҡыт уҙҙырыу тип кенә иҫәпләй. Ә бына Агиш ағайыбыҙ ғүме­ренең ҡәҙерле сәғәттәрен “буш­ҡа” сарыф итергә лә йәлләп торманы. Беҙ уның менән бергәләп Башҡортостан Яҙыусылар союзының сатира һәм юмор секцияһын ойошторҙоҡ. Яңы тыуған ижади ойошманың тәүге етәксеһе итеп, әлбиттә, Агиш Шәйех улын һайлап ҡуйҙыҡ.
Ижады шаян булһа ла, ул үҙе бик етди кеше ине. Сатира-юморға ла етди ҡараны. Бер һүҙҙе яҙғансы, биш тапҡыр аҙаҡ нимә булырын уйланы. Ғәҙәттә, сатириктар самаһыҙ ҡыйыу һәм дыуамал булыусан. Ә Агиш Ғирфанов һаҡ булды. Шуға ул “Һәнәк”тә эшләгәндә бер ҙә хата ебәрмәне, янманы.
Уның тыйнаҡлығына һоҡлан­мау мөмкин түгел. Башҡорт әҙәбиәтендә берҙән-бер сатирик роман һәм бихисап повестар авторы булыуына ҡарамаҫтан, танау сөймәне. Ҡәләмдәштәре ижадына ихтирам менән ҡараны. Пенсия ваҡыты еткәс тә, ҡайһы бер ағай-эне кеүек, башын осһоҙландырып, эшләгән урынына йәбешеп ятманы, ултырғысымды йәштәргә ҡалдырам, тип хаҡлы ялға сыҡты. Ул хатта етмеш йәшен үткәрергә лә теләмәне. “Юбилей ҡайғыһы юҡ, ҡыҙым ауырып ята”, – тип кенә ҡуйҙы. Һәм үҙе оҙаҡ сирләп тә торманы – 1999 йылдың 8 ноябрендә арабыҙҙан китеп барҙы...
Сатира-юмор һөйөүселәр бөгөн дә уның китаптарын яратып уҡый. Дуҫтары, туғандары, яҡындары, яҡташтары уны онотмай, ололап иҫкә ала. Тыуған ауылы Таймыйҙа уның исемен йөрөткән урам да бар. Ә мәк­тәп­тә яҙыусы тормошона һәм ижадына арналған музей ойош­торолған. Таймый ауылында һәм Өфө ҡалаһында ул йәшәгән йорттарҙа иҫтәлекле мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
Ижади ҡаҙаныштары һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн Агиш Шәйех улы Ғирфанов РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡ­таулы исемдәргә лайыҡ булды.
Үҙе иҫән сағында юбилей­ҙары ҙурлап уҙғарылмаһа ла, вафатынан һуң хәтер кисәләре оло байрам кимәлендә билдәләп үткәрелде. Күренекле сатирик­тың тыуыуына 75, 80, 85 йылдар тулыу уңайынан уның тыуған яғы Салауат районында ойошторолған мәҙәни саралар ысын мәғәнәһендә әҙәбиәт байрамдарына әүерелде.
Ә быйыл беҙ уның тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһен Башҡортостан Яҙыусы­лар союзының тамаша залында, заманса итеп әйткәндә, яңы форматта үткәрҙек. Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән икәүләп, йәғни “Һәнәк” журналының элекке ике баш мөхәррире, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттарына “Агиш дәресе” бирҙек.
Йәштәрҙе мәҙәни ағартыу, уларҙың белемен арттырыу маҡсатында ойошторолған был ғәйре тәбиғи, ғәҙәти кисәләргә оҡшамаған сарала сатириктың улы подполковник Айҙар Ғир­фанов һәм башҡа туғандарының ҡатнашыуы бигерәк тә йәтеш булды. Уларҙың сығыштары яҙыусы биографияһына бығаса иғтибарҙан ситтә ҡалған яңы штрихтар өҫтәне.
Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙең бик талантлы, үтә лә тырыш һәм уңған хеҙмәттәшебеҙ тураһында ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр һөйләп кенә ҡалманыҡ, ижади уңыштарын билдәләп, уның серҙәрен дә асып һалдыҡ. “Һәнәк”тең иҫке һандарын, Агиш Ғирфановтың журналда ба­ҫылған әҫәрҙәрен, төрлө нәш­риәттәрҙә сыҡҡан китаптарын, хатта ҡулъяҙмаларын да йәш дуҫтарыбыҙға күрһәтеп, улар менән фәһемле һәм файҙалы әҙәби әңгәмә алып барҙыҡ. Был һөйкөмлө һөйләшеүҙең шаһиты булып сәхнә өҫтөндәге рәсе­менән Агиш ағайыбыҙ сәғәттәр буйына беҙгә мөләйем ҡарап торҙо...

Марсель СӘЛИМОВ,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының
сатира һәм юмор секцияһы етәксеһе,
“Һәнәк” журналының
1980 – 2010 йылдарҙағы
баш мөхәррире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779