Агиш Ғирфанов заманыбыҙҙың ҡойоп ҡуйған сатиригы ине.
Ул “Һәнәк” журналы редакцияһында ла эшләп китте. Һәм ғүмергә йөрәктәребеҙҙә тороп ҡалды...Агиш Шәйех улы Ғирфанов 1928 йылдың 14 апрелендә Мәсәғүт кантонының (хәҙерге Салауат районы) Таймый ауылында тыуған. Өфөлә К. Тимирязев исемендәге педагогия институтын тамамлағас, Учалы һәм Әбйәлил райондарында уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй. 1959 йылда Өфөгә күсеп килә һәм “Һәнәк” журналы редакцияһына эшкә урынлаша. Тәүҙә әҙәби хеҙмәткәр, унан хаттар бүлеге мөдире вазифаларын башҡара. Һуңынан байтаҡ йылдар Башҡортостан радиоһында һәм китап нәшриәтендә тир түгә.
1985 йылда Агиш Ғирфанов ҡабат “Һәнәк”кә ҡайтты. Бының сәбәбен ул миңә еңел генә аңлатты.
– Ҡартайған көнөмдә һеҙҙең менән бергә “Һәнәк”тә эшләгем килә, – тине. – Һин ҡаршы түгелһеңдер бит?
Ҡаршы буламмы һуң!
– Ҡуш ҡуллап риза! – тинем һәм уны фельетондар бүлеге мөхәррире урынына ултыртып та ҡуйҙым.
Аҙаҡ ул егелеп яуаплы сәркәтип йөгөн дә тартты. Пенсияға сыҡҡансы.
Шулай итеп, яҙыусы-сатирик Агиш Ғирфановтың ижад юлы “Һәнәк”тән “Һәнәк”кәсә һуҙылды. Журналыбыҙҙа уның әллә күпме фельетон, хикәйә, юмореска һәм скетчтары донъя күрҙе. Белеүегеҙсә, ул бер нисә сатирик повесть (“Алтын төлкө”, “Йүбәләй”, “Бойраҡай”, “Осоусы сеүәтәлә сәйәхәт” һ.б.) авторы. Әммә уның иң ҙур, иң төп әҫәре – “Дан туртаһы”. Тап бына ошо сатирик романы уға оло дан килтерҙе лә инде.
Агиш Ғирфановтың байтаҡ әҫәре урыҫ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде. Үҙе лә тәржемә менән шөғөлләнде. Шуныһы ғәжәп: ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. “Ғәжәп” тип юҡҡа ғына әйтмәйем, сөнки беҙҙең бәғзе бер билдәле яҙыусыларыбыҙ йәмәғәт эштәрен бушҡа ваҡыт уҙҙырыу тип кенә иҫәпләй. Ә бына Агиш ағайыбыҙ ғүмеренең ҡәҙерле сәғәттәрен “бушҡа” сарыф итергә лә йәлләп торманы. Беҙ уның менән бергәләп Башҡортостан Яҙыусылар союзының сатира һәм юмор секцияһын ойошторҙоҡ. Яңы тыуған ижади ойошманың тәүге етәксеһе итеп, әлбиттә, Агиш Шәйех улын һайлап ҡуйҙыҡ.
Ижады шаян булһа ла, ул үҙе бик етди кеше ине. Сатира-юморға ла етди ҡараны. Бер һүҙҙе яҙғансы, биш тапҡыр аҙаҡ нимә булырын уйланы. Ғәҙәттә, сатириктар самаһыҙ ҡыйыу һәм дыуамал булыусан. Ә Агиш Ғирфанов һаҡ булды. Шуға ул “Һәнәк”тә эшләгәндә бер ҙә хата ебәрмәне, янманы.
Уның тыйнаҡлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Башҡорт әҙәбиәтендә берҙән-бер сатирик роман һәм бихисап повестар авторы булыуына ҡарамаҫтан, танау сөймәне. Ҡәләмдәштәре ижадына ихтирам менән ҡараны. Пенсия ваҡыты еткәс тә, ҡайһы бер ағай-эне кеүек, башын осһоҙландырып, эшләгән урынына йәбешеп ятманы, ултырғысымды йәштәргә ҡалдырам, тип хаҡлы ялға сыҡты. Ул хатта етмеш йәшен үткәрергә лә теләмәне. “Юбилей ҡайғыһы юҡ, ҡыҙым ауырып ята”, – тип кенә ҡуйҙы. Һәм үҙе оҙаҡ сирләп тә торманы – 1999 йылдың 8 ноябрендә арабыҙҙан китеп барҙы...
Сатира-юмор һөйөүселәр бөгөн дә уның китаптарын яратып уҡый. Дуҫтары, туғандары, яҡындары, яҡташтары уны онотмай, ололап иҫкә ала. Тыуған ауылы Таймыйҙа уның исемен йөрөткән урам да бар. Ә мәктәптә яҙыусы тормошона һәм ижадына арналған музей ойошторолған. Таймый ауылында һәм Өфө ҡалаһында ул йәшәгән йорттарҙа иҫтәлекле мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
Ижади ҡаҙаныштары һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн Агиш Шәйех улы Ғирфанов РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Үҙе иҫән сағында юбилейҙары ҙурлап уҙғарылмаһа ла, вафатынан һуң хәтер кисәләре оло байрам кимәлендә билдәләп үткәрелде. Күренекле сатириктың тыуыуына 75, 80, 85 йылдар тулыу уңайынан уның тыуған яғы Салауат районында ойошторолған мәҙәни саралар ысын мәғәнәһендә әҙәбиәт байрамдарына әүерелде.
Ә быйыл беҙ уның тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһен Башҡортостан Яҙыусылар союзының тамаша залында, заманса итеп әйткәндә, яңы форматта үткәрҙек. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән икәүләп, йәғни “Һәнәк” журналының элекке ике баш мөхәррире, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттарына “Агиш дәресе” бирҙек.
Йәштәрҙе мәҙәни ағартыу, уларҙың белемен арттырыу маҡсатында ойошторолған был ғәйре тәбиғи, ғәҙәти кисәләргә оҡшамаған сарала сатириктың улы подполковник Айҙар Ғирфанов һәм башҡа туғандарының ҡатнашыуы бигерәк тә йәтеш булды. Уларҙың сығыштары яҙыусы биографияһына бығаса иғтибарҙан ситтә ҡалған яңы штрихтар өҫтәне.
Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙең бик талантлы, үтә лә тырыш һәм уңған хеҙмәттәшебеҙ тураһында ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр һөйләп кенә ҡалманыҡ, ижади уңыштарын билдәләп, уның серҙәрен дә асып һалдыҡ. “Һәнәк”тең иҫке һандарын, Агиш Ғирфановтың журналда баҫылған әҫәрҙәрен, төрлө нәшриәттәрҙә сыҡҡан китаптарын, хатта ҡулъяҙмаларын да йәш дуҫтарыбыҙға күрһәтеп, улар менән фәһемле һәм файҙалы әҙәби әңгәмә алып барҙыҡ. Был һөйкөмлө һөйләшеүҙең шаһиты булып сәхнә өҫтөндәге рәсеменән Агиш ағайыбыҙ сәғәттәр буйына беҙгә мөләйем ҡарап торҙо...
Марсель СӘЛИМОВ,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының
сатира һәм юмор секцияһы етәксеһе,
“Һәнәк” журналының
1980 – 2010 йылдарҙағы
баш мөхәррире.