Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүҙлек манараһы бейекме?
Һүҙлек манараһы бейекме?Ғүмер буйы уҡы, әммә белемең артҡан һайын күберәк белемһеҙлек менән осрашырһың, тигән бер фәйләсүф. Ысынлап та, шулай. Беҙ ни тиклем күп белгән һайын, һәр даирә, һәр тармаҡ бәндәнең ғилеме диңгеҙҙәге бер тамсы ғына булыуын аңғартып тора.
Яңыраҡ ҡулыма 2017 йыл аҙағында Зәкиә Уразбаева төҙөгән, Өфөлә нәшер ителгән “Башҡортса дини һүҙлек” килеп эләкте. Тәү ҡарашҡа ыҡсым ғына күренгән был йыйынтыҡ торғаны бер хазина икән дә, тинем ундағы һүҙ байлығы менән танышҡас. Мәҫәлән, Аҡиҡа ҡорбаны тип әйткәндә, мине унауҙың нисәһе аңлар икән? Бәлки, бөтөнләй аңламаҫтар. Был осраҡта дин әһелдәрен күҙ уңында тотмайым.
Иман, ислам дине яңынан халҡыбыҙ аңына ҡайтарылған осорҙа был китаптың әһәмиәте бик ҙур, йәмәғәт, сөнки тәғлимәттәр, Ислам хаҡында фекер йөрөтөргә һәр беребеҙ әүәҫ, ә бына дини йүнәлеш тураһында әңгәмә ҡорорлоҡ һүҙ байлығыбыҙ бармы? Баяғы Аҡиҡа ҡорбаны тигән һүҙбәйләнеш менән, баҡтиһәң, бала тыуғас салына торған ҡорбан, ир балалар өсөн – ике һарыҡ, ә ҡыҙҙарға бер һарыҡ салыу йолаһы атала икән. Бына шулай, белмәһәң, бел!
Йәнә киң ҡулланылған “бәрәкәт” һүҙе байлыҡты, рухи, матди мул­лыҡты ғына аңлатмай. Ул – пәйғәм­бәрҙәр һәм изгеләргә бирелгән Аллаһтың рәхмәте, илаһилыҡ көсө лә! Диндәге йүнәлештәрҙе иҫәпкә алып, бөгөн “мәүлә”, “мәүләнә” кеүек һүҙҙәрҙең телебеҙгә килеп инеүенә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Беренсенән, Ҡөрьәндә Аллаһ – мәүлә, “беҙҙең хужабыҙ” тип атала. Икенсенән, бер кешенең йәки бер төркөм кешеләр­ҙең ҡул аҫтындағы кеше тигәнде лә аңлата. Исламды ҡабул иткәндәр иң башта мәүлә тип аталған, йәғни ғәрәп ырыуҙарының береһенең клиенттары.
Өсөнсөнән, шул уҡ термин “хаким”, “хужа” тигәнде лә белдерергә мөмкин, донъяуи власть вәкилдә­ренә (солтандар, әмирҙәр) һәм ҙур дини шәхестәргә, бигерәк тә суфый шәйехтәренә мөрәжәғәт иткәндә ҡулланыла. Ә инде “мәүләнә” – ул рухи остаз, уҡытыусы. Мең дана тираж менән сыҡҡан был йыйынтыҡ, моғайын, замандаштарыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр. Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә, тигән мәҡәлгә таянып, бына шул һүҙлекте өйрәнеп ултырам әле!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780