Ғүмер буйы уҡы, әммә белемең артҡан һайын күберәк белемһеҙлек менән осрашырһың, тигән бер фәйләсүф. Ысынлап та, шулай. Беҙ ни тиклем күп белгән һайын, һәр даирә, һәр тармаҡ бәндәнең ғилеме диңгеҙҙәге бер тамсы ғына булыуын аңғартып тора.Яңыраҡ ҡулыма 2017 йыл аҙағында Зәкиә Уразбаева төҙөгән, Өфөлә нәшер ителгән “Башҡортса дини һүҙлек” килеп эләкте. Тәү ҡарашҡа ыҡсым ғына күренгән был йыйынтыҡ торғаны бер хазина икән дә, тинем ундағы һүҙ байлығы менән танышҡас. Мәҫәлән, Аҡиҡа ҡорбаны тип әйткәндә, мине унауҙың нисәһе аңлар икән? Бәлки, бөтөнләй аңламаҫтар. Был осраҡта дин әһелдәрен күҙ уңында тотмайым.
Иман, ислам дине яңынан халҡыбыҙ аңына ҡайтарылған осорҙа был китаптың әһәмиәте бик ҙур, йәмәғәт, сөнки тәғлимәттәр, Ислам хаҡында фекер йөрөтөргә һәр беребеҙ әүәҫ, ә бына дини йүнәлеш тураһында әңгәмә ҡорорлоҡ һүҙ байлығыбыҙ бармы? Баяғы Аҡиҡа ҡорбаны тигән һүҙбәйләнеш менән, баҡтиһәң, бала тыуғас салына торған ҡорбан, ир балалар өсөн – ике һарыҡ, ә ҡыҙҙарға бер һарыҡ салыу йолаһы атала икән. Бына шулай, белмәһәң, бел!
Йәнә киң ҡулланылған “бәрәкәт” һүҙе байлыҡты, рухи, матди муллыҡты ғына аңлатмай. Ул – пәйғәмбәрҙәр һәм изгеләргә бирелгән Аллаһтың рәхмәте, илаһилыҡ көсө лә! Диндәге йүнәлештәрҙе иҫәпкә алып, бөгөн “мәүлә”, “мәүләнә” кеүек һүҙҙәрҙең телебеҙгә килеп инеүенә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Беренсенән, Ҡөрьәндә Аллаһ – мәүлә, “беҙҙең хужабыҙ” тип атала. Икенсенән, бер кешенең йәки бер төркөм кешеләрҙең ҡул аҫтындағы кеше тигәнде лә аңлата. Исламды ҡабул иткәндәр иң башта мәүлә тип аталған, йәғни ғәрәп ырыуҙарының береһенең клиенттары.
Өсөнсөнән, шул уҡ термин “хаким”, “хужа” тигәнде лә белдерергә мөмкин, донъяуи власть вәкилдәренә (солтандар, әмирҙәр) һәм ҙур дини шәхестәргә, бигерәк тә суфый шәйехтәренә мөрәжәғәт иткәндә ҡулланыла. Ә инде “мәүләнә” – ул рухи остаз, уҡытыусы. Мең дана тираж менән сыҡҡан был йыйынтыҡ, моғайын, замандаштарыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр. Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә, тигән мәҡәлгә таянып, бына шул һүҙлекте өйрәнеп ултырам әле!