Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырҙар менән – тыуған яҡҡа
Ҡояшлы иртәләрҙең береһендә беҙ, ижадташ дуҫтар, Ейәнсура яғына юл алдыҡ. Алда ике көнлөк сәфәр, йыр-моң кисәһе, яҡты хәтирәләргә бай осрашыуҙар көтә. Төп сара – Ейәнсура районының Абҙан ауылында тыуып үҫкән Зинфира Бикмөхәмәтова һәм уның ғүмерлек тормош юлдашы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында оҙаҡ йылдар актер булып эшләгән Илшат Әбделмәновтың ижад кисәһе.


Ғәжәп талантлы, шиғри күңелле, тәрән фекерле, яғымлы, һәр кемгә ихтирамлы Илшат Әбделмәнов. Уның илһамланып, янып эшләүендә һөйөклө ҡатыны Зинфира апайҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тынғыһыҙ ханым – иренә һәр яҡлап терәк-таяныс, шул иҫәптән ҡәҙерле кешеһенең шиғырҙарына көй яҙып, халыҡ күңеленә еткереүсе.
Күркәм кисәлә Тыуған ил, атай-әсәй, мөхәббәт тураһында матур йырҙар яңғыраны. Зинфира Әбделмәнова үҙе лә яҡташтарын моңдары менән ҡыуандырҙы. Ниндәй нәҫелдән һуң һин, һоҡланғыс талант эйәһе? Уның атаһы Шәйхислам Мөхәммәт улы баянда, скрипкала, мандолинала өҙҙөрөп уйнаған, башҡорт йырҙарын ғәжәп моңло башҡарған; әсәһе Рәйсә Әхмәт ҡыҙы иһә иренә һәр яҡлап терәк-таяныс булған, егәрлелеге, һылыулығы, аҡыллылығы менән һоҡландырып йәшәгән. Биш балалы ишле ғаиләлә туғанлыҡ, татыулыҡ ҡәҙерен белеп, хәстәр­лек тойоп, яратылып буй еткергән Зинфира апай.
Ижад кисәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күп йыр конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе Рауил Харрасов, үҙешмәкәр композитор, автор-башҡарыусы Флүрә Шәрипова, Балтас районынан һәләтле моң эйәһе, композитор Илһам Шәймөхәмәтов, Хәйбулла ҡыҙы, күп яҡлы таланты менән һөйөндөргән Гөлфиә Хәләфетдинова, Баймаҡтан режиссер, бихисап концерт авторы, клиптар төшөрөүсе йырсы Дилә Мөхәмәтйәрова, яңы ҡалҡып килгән сулпан йондоҙолай сағыу, ҙур өмөттәр бағлаған Ейәнсура һылыуы Айгөл Вахитова һәм башҡалар ҡатнашлығындағы йәмле тамаша Үтәғол, Абҙан ауылдары халҡы күңелендә, һис шикһеҙ, оҙаҡ һаҡланыр. Улар шағирәләр Гөлнур Ҡыуатова менән Флүрә Шәрипованың, таланттың үҙе Илшат Әбделмәновтың шиғри һүҙҙәрен дә ихлас ҡабул итте, шатланды, ҡанатланды, һағышланды... Тамаша залында Зинфира апайҙың өлкән йәштәге әсәһе Рәйсә инәйҙең, туғандарының булыуы айырыуса ҙур бәхет ине.
...Сәхнәлә – тыуған яғын, яҡташтарын, ғәзиз кешеләрен һағынып ҡайтҡан, пар аҡҡоштарҙы хәтерләткән Зинфира менән Илшат Әбделмәновтар. Матур ижади пар, һис шикһеҙ, артабан да тамашасыларын һоҡландырып, рухландырып йәшәр. Ябай көндө лә ҙур байрамға әйләндерер илаһи көскә эйә бит улар.

Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 955

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 860

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 784