Йырҙар менән – тыуған яҡҡа04.04.2018
Ҡояшлы иртәләрҙең береһендә беҙ, ижадташ дуҫтар, Ейәнсура яғына юл алдыҡ. Алда ике көнлөк сәфәр, йыр-моң кисәһе, яҡты хәтирәләргә бай осрашыуҙар көтә. Төп сара – Ейәнсура районының Абҙан ауылында тыуып үҫкән Зинфира Бикмөхәмәтова һәм уның ғүмерлек тормош юлдашы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында оҙаҡ йылдар актер булып эшләгән Илшат Әбделмәновтың ижад кисәһе.
Ғәжәп талантлы, шиғри күңелле, тәрән фекерле, яғымлы, һәр кемгә ихтирамлы Илшат Әбделмәнов. Уның илһамланып, янып эшләүендә һөйөклө ҡатыны Зинфира апайҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тынғыһыҙ ханым – иренә һәр яҡлап терәк-таяныс, шул иҫәптән ҡәҙерле кешеһенең шиғырҙарына көй яҙып, халыҡ күңеленә еткереүсе.
Күркәм кисәлә Тыуған ил, атай-әсәй, мөхәббәт тураһында матур йырҙар яңғыраны. Зинфира Әбделмәнова үҙе лә яҡташтарын моңдары менән ҡыуандырҙы. Ниндәй нәҫелдән һуң һин, һоҡланғыс талант эйәһе? Уның атаһы Шәйхислам Мөхәммәт улы баянда, скрипкала, мандолинала өҙҙөрөп уйнаған, башҡорт йырҙарын ғәжәп моңло башҡарған; әсәһе Рәйсә Әхмәт ҡыҙы иһә иренә һәр яҡлап терәк-таяныс булған, егәрлелеге, һылыулығы, аҡыллылығы менән һоҡландырып йәшәгән. Биш балалы ишле ғаиләлә туғанлыҡ, татыулыҡ ҡәҙерен белеп, хәстәрлек тойоп, яратылып буй еткергән Зинфира апай.
Ижад кисәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күп йыр конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе Рауил Харрасов, үҙешмәкәр композитор, автор-башҡарыусы Флүрә Шәрипова, Балтас районынан һәләтле моң эйәһе, композитор Илһам Шәймөхәмәтов, Хәйбулла ҡыҙы, күп яҡлы таланты менән һөйөндөргән Гөлфиә Хәләфетдинова, Баймаҡтан режиссер, бихисап концерт авторы, клиптар төшөрөүсе йырсы Дилә Мөхәмәтйәрова, яңы ҡалҡып килгән сулпан йондоҙолай сағыу, ҙур өмөттәр бағлаған Ейәнсура һылыуы Айгөл Вахитова һәм башҡалар ҡатнашлығындағы йәмле тамаша Үтәғол, Абҙан ауылдары халҡы күңелендә, һис шикһеҙ, оҙаҡ һаҡланыр. Улар шағирәләр Гөлнур Ҡыуатова менән Флүрә Шәрипованың, таланттың үҙе Илшат Әбделмәновтың шиғри һүҙҙәрен дә ихлас ҡабул итте, шатланды, ҡанатланды, һағышланды... Тамаша залында Зинфира апайҙың өлкән йәштәге әсәһе Рәйсә инәйҙең, туғандарының булыуы айырыуса ҙур бәхет ине.
...Сәхнәлә – тыуған яғын, яҡташтарын, ғәзиз кешеләрен һағынып ҡайтҡан, пар аҡҡоштарҙы хәтерләткән Зинфира менән Илшат Әбделмәновтар. Матур ижади пар, һис шикһеҙ, артабан да тамашасыларын һоҡландырып, рухландырып йәшәр. Ябай көндө лә ҙур байрамға әйләндерер илаһи көскә эйә бит улар.
Ейәнсура районы.