Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моңға тулды Шишмә урамы
Моңға тулды Шишмә урамыТалғын ғына көй ағыла. Сәхнәлә алып барыусылар – йырҙар авторы, Благовар егете Нурлан Ғәниев, китапханасылар Гөлфинә Ямалетдинова һәм Рәсимә Төхфәтуллина илһамланып шиғыр уҡый. Бындай кисәләр беҙ бала саҡта, совет осоронда, йыш була торғайны. Улай ғына ла түгел, нисектер халыҡ китап уҡыу, шиғыр ятлау менән мауыға ине, шиғыр менән һөйләште, бер-береһенән таҡмаҡлап еңелсә көлдө, шаярҙы. Шишмә районы китапхана үҙәге ойошторған “Яҙғы моңдар” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә тап ана шул йылдарҙы хәтерләтте. Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған байрам райондың балалар сәнғәт мәктәбенең тантаналар залында уҙҙы. Эйе, ошондай сараларҙа башҡорт теленең моңо йәнгә майҙай яғылғандай була.


Тантана Ғ. Туҡайҙың шиғыр юлдары менән асылды:
Яр башынан тыңланым мин
бер һыуҙың тулҡындарын:
Һөйләшәләр үҙ-ара: “Байрам
бөгөн, байрам бөгөн!”
Тыңланым аҡрын ғына
иҫкәндә байрам елен;
Уныһы ла һөйләй тағын:
“Байрам бөгөн, байрам бөгөн!”
Шишмә районы халҡын шиғыр менән, шиғриәт аһәңе менән таң ҡалдырып та бул­май кеүек, сөнки был ерҙә Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуған һәм шағир иҫән сағында уның төрлө илдәрҙә йәшәгән, төр­лө телдәрҙә һөйләшкән ҡәләмдәш дуҫтары бында йыш аяҡ баҫты. Оҙаҡ йылдар ҙур Ватанға ижад ҡоштарын осороп йәшәне шағир:
Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә һәр көн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам, —
тип яҙғайны ул үҙенең киң бил­дәле “Ҡоштар осорам” шиғырын­да.
Шишмәлә уҙған байрам, дөрө­ҫөн әйткәндә, мине таң ҡалдырҙы. Һәр төбәктә, һәр ауылда шиғыр яҙыу­сылар, шиғыр тыңларға те­ләүселәр күп, әммә ҡайһы район­да әле Шиғриәт көнө уңайынан иң әүҙем авторҙарын йыйып, улар­ҙың шиғырҙарынан торған шиғри концерт эшләгәндәре, улар­ҙы сәскәгә күмеп ҙурлаған­дары бар? Шиғриәт – ул бик интим жанр. Ул кешеләрҙең эске донъяһын сағылдыра, күңел юшҡындарынан азат итә. Район яҙыусыларын тыңлағанда тағы ла шиғриәттең кеше йәненә ышыҡ булыуын аңланым. Күңел әрнеш­тәренән, йән ғазаптарынан, һыҙланыуҙарынан инеп ҡаса кеше шул донъяға. Ә инде унда ул теләһә хаким, теләһә – батша, теләһә яугир була ала. Район китапханаһы директоры Илүзә Ғибаҙуллина әйтеүенә ҡарағанда, бында авторҙар менән осрашыу йыш ойошторола.
Иң тәүҙә һүҙ Ҡара Яҡуп ауылы ҡыҙы Рәүиҙә Гәрәева-Иҫәнғолова хаҡында барҙы. Алып барыусылар тамашасыларға уның “Ижади йәйғор” китабынан шиғыр­ҙарын уҡып ишеттерҙе, аҙаҡ уның һүҙҙә­ренә яҙылған йырҙар ҙа башҡа­рылды. Тамашала яңғыраған шиғырҙарҙы гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәм. Әйткәндәй, бында “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыйҙар.
Шағирә Фәниә Вәлиуллина менән Әҙә­биәт йылында ойош­торолған ижади марафонда танышҡайныҡ. Был сарала уның “Иң яҡыным минең, үҙ Шишмәм” китабы менән таныштырҙылар, шиғырҙарын яңғыраттылар. “Беҙ­ҙең яҡ йылғалары” тигән шиғыры хатта бер йыр тексы кеүек яңғы­раны. Кем белә, бәлки, киләсәктә уға йыр ҙа яҙырҙар. Был кисәлә бит урындағы һәр шағирәнең һүҙҙәренә яңы йырҙар яңғыраны.
Һәр секунды, минуты шиғриәт­кә, моңға сорналған кисәнең яҙ йыры менән үрелеп барыуы юҡҡа түгел, моғайын. Яҙ – ул илһамлы миҙгел, яҙ – ул нурға ҡойонған мәл. Шишмә районы шағирәһе Ғәлиә Арыҫланова тотош китабын был миҙгелгә бағышлаған – “Яҙҙар көтә күңел”.
Алда әйткәнемсә, шиғриәт – һәр кем өсөн тип әйтерлек үҙ жанр. Был хаҡта урындағы ша­ғирә Лилиә Сәлихова бына нимә ти: “Шиғыр яҙыу – минең өсөн мауығыу ғына. Бер ваҡытта ла кеше уҡыһын тип ынтылманым, нисектер үҙемдең күңел донъям итеп кенә күҙ алдына килтерҙем. Йөрәгем һағышланып китһә, башыма төрлө уйҙар керһә, күңелем шат булһа ла, китек булһа ла, шиғыр юлдарына күсәм”. Нисек кенә булмаһын, ижад — кеше­ләрҙең үҙҙәрен эҙләү юлы ла, үҙҙәрен асҡан яҡты донъя ла. Юҡҡа ғына кисә “Яҙғы моңдар” тип аталмаған икән.
Был байрам да тап ана шул рухта үтте. Кисәне Рәфис Мостахетдинов ҡурай моңдары менән йәмләне. Шул тиклем матур күре­неш булды был! Ҡурай ҡурай инде – артыҡ бер өн дә кәрәкмәй, ул үҙе хаҡында үҙе һөйләй. Урын­дағы йырсы Айгөл Ғәзиеваның да тауышы бик моңло. Залда­ғылар хатта уға ҙурыраҡ майҙан­дарға сығып йырлаһа ине, тигән теләк тә бел­дерҙе. Салауат Әҡсә­нов, Гүзәлиә Хә­ким­йәнова, Азат Арыҫланов, Резеда Мө­хә­мәт­йәнова авторҙарҙың йыры менән сығыш яһаны. Тыумышы менән Шишмә районы ҡыҙы Резеда Шәрәфетдинова хәҙер республикала танылып бара. Уның саф тауышы ер ҡуйынынан сыҡҡан шишмә сылтырауын хәтерләтә. Ул композитор, йыр­сы Ильяс Аллаяров менән дуэтта ла йырланы. Уларҙың сығышын шулай уҡ бик яратып ҡабул иттеләр. Башҡорт­ос­тан­дың атҡаҙанған артисы Рәүилә Мәсә­лимованы тамашасы күптән үҙ иткән. Уның башҡа­ры­уындағы халыҡ йырҙары, моң һөйөүселәр араһында популяр­лыҡ яулаған әҫәрҙәр был юлы ла алҡыштарға күмелде. Көсән­мәй ҙә, сәрелдәмәй ҙә, талғын аҡҡан йылға һымаҡ, моңо урғы­лып ҡына тора! Китап­хананың методик бүлеге хеҙмәткәре Сәлимә Байбурина, урындағы шағирҙарҙың бер төркөмө генә әле шағирәләр, беҙҙә ижад итеүселәр бик күп, тине.
Ирекһеҙҙән кисә һуңында күренекле прозаик Рәшит Солтан­гәрәевтең хәтирәһе иҫкә төшә. Ул бик ҡараңғыға ҡалып урамдан ҡайтып барғанда аҙаша һәм ҡултыҡ аҫтына китап тотоп атлап барған бер кешенең артынан китә. “Сөнки китап уҡыған кеше яманлыҡ ҡыла алмаҫ, насар юлда йөрөмәҫ” тигән уйға таяндым тигәйне ул. ХХ быуат ана шул тап мәғрифәтселек дәүере булып, китап тотоп үтте ҡулына. Юҡҡа илебеҙ ҙә ул йылдарҙа донъялағы иң күп уҡыған дәүләттәр исем­легендә беренсе тормағандыр. Китап, матур әҙәбиәт, нәфис фильмдар ҙа бары яҡшылыҡ, яҡтылыҡ, матурлыҡ хаҡында һөйләне. Шишмә районы китапханасылары илаһи шиғриәт кисәһе ойоштороп, урындағы шағирҙарын тәбрикләп, халыҡты ҡыуандырып ҡына ҡалманы, Ер шары тигән беҙҙең өсөн ҙур, ғаләм өсөн кескенә булған планетала Урал батырҙың васыятына тоғро ҡалып, яҡшылыҡты әләм итеп күтәрҙе, күңелдәрҙе имләне!

Шишмә районы.


#Гәзит_уҡыусылар_ижады

Март

Ҡыш ҡышлығын итә,
Яҙбикә ҡарыша.
Ергә япҡан ҡар юрғанын
Бирмәҫ өсөн тырыша.
Йыһан солтаны Ҡояш
Ятты иһә йоҡларға,
Ҡыш, төндө файҙаланып,
Ашыға көс тупларға.
Яҙбикәгә ярҙамға
Елъегет елеп килә.
Ергә һыҙылып ятып,
Ҡар юрғанын кимерә.
Рәүиҙә ГӘРӘЕВА-ИҪӘНҒОЛОВА.

Беҙҙең яҡ йылғалары
Кескенә бер инештәрҙән
Башлана ҙур йылғалар.
Донъя шулай ҡоролғанға,
Нисә быуат аға улар.

Нескә билле ҡыҙҙар кеүек,
Аға уңған Ыҫлаҡ һыу.
Текә ярҙарҙы емерә
Батыр егет Ҡалмаш һыу.

Ҡалмаш һиҙә, ярһыу аттай,
Ниҙер уны елкетә.
Туҡта, егет, шатлыҡ бар тип,
Талдар япраҡ һелкетә.

Ике йылға бер ҡушылып,
Һыйындылар тирмән ташына.
Һүҙ ҡуйышҡан ғашиҡтарҙай,
Осрашырға ауыл башында.

Аҡ юл һеҙгә, ҡаршығыҙға
Осрамаһын кәртәләр.
Ҡаршы алған апағыҙҙы
Ағиҙел тип йөрөтәләр.
Фәниә ВӘЛИУЛЛИНА.

Яҙҙар һәм һин
Йәш ҡыҙҙарҙай наҙлы яҙҙар килә,
Шундай матур, шундай күңелле.
Иркәбикә һымаҡ аҡрын ғына
Елдәр айҡай күңел түремде.

Яҙ еҫенә иҫерермен кеүек,
Сыҡһам әгәр баҡса яғына.
Сыйырсыҡтар йырын тыңлап ҡына
Ҡайтам төҫлө сабый сағыма.

Был ғүмерҙең бик тиҙ үтеүҙәрен
Яҙҙар ғына килеп һиҙҙерә.
Күңелгә яҙ, йәнгә ҡояш кәрәк,
Йөрәгемә кәрәк һин генә!
Гөлшат АРЫҪЛАНОВА.
Бала саҡҡа йәйғор буйлап...
Шаҙраланып аҡҡан Дим ярында
Уйҙар йомғаҡтарын һүтәмен.
Ғүмеремдең көҙҙәре лә етте,
Ә мин һаман ниҙер көтәмен.
Көтәм бала саҡтың ғәмһеҙ мәлен,
Саф мөхәббәт ишек ҡаҡҡанын.
Көтәм йәшлек хистәренән
Йөрәгемдең аттай сапҡанын.
Тыным менән тартып алыр инем
Әсәй менән булған миҙгелде.
Аҡҡан һыуға ҡарап, үткән ғүмер
Күҙ алдына килеп теҙелде.
Димдең аръяғында ҡалҡан кеүек
Бала сағым, шаян үҫмере.
Сығып ҡына алып булмай һис тә –
Емерелгән Димдең күпере...
Аҡҡан һыуҙар кеүек кире ҡайтмай
Кеше ғүмеренең йылдары.
Бик теләһәң, бәлки, алып барыр
Ете төҫлө йәйғор юлдары.
Лилиә СӘЛИХОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779