Талғын ғына көй ағыла. Сәхнәлә алып барыусылар – йырҙар авторы, Благовар егете Нурлан Ғәниев, китапханасылар Гөлфинә Ямалетдинова һәм Рәсимә Төхфәтуллина илһамланып шиғыр уҡый. Бындай кисәләр беҙ бала саҡта, совет осоронда, йыш була торғайны. Улай ғына ла түгел, нисектер халыҡ китап уҡыу, шиғыр ятлау менән мауыға ине, шиғыр менән һөйләште, бер-береһенән таҡмаҡлап еңелсә көлдө, шаярҙы. Шишмә районы китапхана үҙәге ойошторған “Яҙғы моңдар” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә тап ана шул йылдарҙы хәтерләтте. Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған байрам райондың балалар сәнғәт мәктәбенең тантаналар залында уҙҙы. Эйе, ошондай сараларҙа башҡорт теленең моңо йәнгә майҙай яғылғандай була. Тантана Ғ. Туҡайҙың шиғыр юлдары менән асылды:
Яр башынан тыңланым мин
бер һыуҙың тулҡындарын:
Һөйләшәләр үҙ-ара: “Байрам
бөгөн, байрам бөгөн!”
Тыңланым аҡрын ғына
иҫкәндә байрам елен;
Уныһы ла һөйләй тағын:
“Байрам бөгөн, байрам бөгөн!”
Шишмә районы халҡын шиғыр менән, шиғриәт аһәңе менән таң ҡалдырып та булмай кеүек, сөнки был ерҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуған һәм шағир иҫән сағында уның төрлө илдәрҙә йәшәгән, төрлө телдәрҙә һөйләшкән ҡәләмдәш дуҫтары бында йыш аяҡ баҫты. Оҙаҡ йылдар ҙур Ватанға ижад ҡоштарын осороп йәшәне шағир:
Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә һәр көн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам, —
тип яҙғайны ул үҙенең киң билдәле “Ҡоштар осорам” шиғырында.
Шишмәлә уҙған байрам, дөрөҫөн әйткәндә, мине таң ҡалдырҙы. Һәр төбәктә, һәр ауылда шиғыр яҙыусылар, шиғыр тыңларға теләүселәр күп, әммә ҡайһы районда әле Шиғриәт көнө уңайынан иң әүҙем авторҙарын йыйып, уларҙың шиғырҙарынан торған шиғри концерт эшләгәндәре, уларҙы сәскәгә күмеп ҙурлағандары бар? Шиғриәт – ул бик интим жанр. Ул кешеләрҙең эске донъяһын сағылдыра, күңел юшҡындарынан азат итә. Район яҙыусыларын тыңлағанда тағы ла шиғриәттең кеше йәненә ышыҡ булыуын аңланым. Күңел әрнештәренән, йән ғазаптарынан, һыҙланыуҙарынан инеп ҡаса кеше шул донъяға. Ә инде унда ул теләһә хаким, теләһә – батша, теләһә яугир була ала. Район китапханаһы директоры Илүзә Ғибаҙуллина әйтеүенә ҡарағанда, бында авторҙар менән осрашыу йыш ойошторола.
Иң тәүҙә һүҙ Ҡара Яҡуп ауылы ҡыҙы Рәүиҙә Гәрәева-Иҫәнғолова хаҡында барҙы. Алып барыусылар тамашасыларға уның “Ижади йәйғор” китабынан шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, аҙаҡ уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ҙа башҡарылды. Тамашала яңғыраған шиғырҙарҙы гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәм. Әйткәндәй, бында “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыйҙар.
Шағирә Фәниә Вәлиуллина менән Әҙәбиәт йылында ойошторолған ижади марафонда танышҡайныҡ. Был сарала уның “Иң яҡыным минең, үҙ Шишмәм” китабы менән таныштырҙылар, шиғырҙарын яңғыраттылар. “Беҙҙең яҡ йылғалары” тигән шиғыры хатта бер йыр тексы кеүек яңғыраны. Кем белә, бәлки, киләсәктә уға йыр ҙа яҙырҙар. Был кисәлә бит урындағы һәр шағирәнең һүҙҙәренә яңы йырҙар яңғыраны.
Һәр секунды, минуты шиғриәткә, моңға сорналған кисәнең яҙ йыры менән үрелеп барыуы юҡҡа түгел, моғайын. Яҙ – ул илһамлы миҙгел, яҙ – ул нурға ҡойонған мәл. Шишмә районы шағирәһе Ғәлиә Арыҫланова тотош китабын был миҙгелгә бағышлаған – “Яҙҙар көтә күңел”.
Алда әйткәнемсә, шиғриәт – һәр кем өсөн тип әйтерлек үҙ жанр. Был хаҡта урындағы шағирә Лилиә Сәлихова бына нимә ти: “Шиғыр яҙыу – минең өсөн мауығыу ғына. Бер ваҡытта ла кеше уҡыһын тип ынтылманым, нисектер үҙемдең күңел донъям итеп кенә күҙ алдына килтерҙем. Йөрәгем һағышланып китһә, башыма төрлө уйҙар керһә, күңелем шат булһа ла, китек булһа ла, шиғыр юлдарына күсәм”. Нисек кенә булмаһын, ижад — кешеләрҙең үҙҙәрен эҙләү юлы ла, үҙҙәрен асҡан яҡты донъя ла. Юҡҡа ғына кисә “Яҙғы моңдар” тип аталмаған икән.
Был байрам да тап ана шул рухта үтте. Кисәне Рәфис Мостахетдинов ҡурай моңдары менән йәмләне. Шул тиклем матур күренеш булды был! Ҡурай ҡурай инде – артыҡ бер өн дә кәрәкмәй, ул үҙе хаҡында үҙе һөйләй. Урындағы йырсы Айгөл Ғәзиеваның да тауышы бик моңло. Залдағылар хатта уға ҙурыраҡ майҙандарға сығып йырлаһа ине, тигән теләк тә белдерҙе. Салауат Әҡсәнов, Гүзәлиә Хәкимйәнова, Азат Арыҫланов, Резеда Мөхәмәтйәнова авторҙарҙың йыры менән сығыш яһаны. Тыумышы менән Шишмә районы ҡыҙы Резеда Шәрәфетдинова хәҙер республикала танылып бара. Уның саф тауышы ер ҡуйынынан сыҡҡан шишмә сылтырауын хәтерләтә. Ул композитор, йырсы Ильяс Аллаяров менән дуэтта ла йырланы. Уларҙың сығышын шулай уҡ бик яратып ҡабул иттеләр. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәүилә Мәсәлимованы тамашасы күптән үҙ иткән. Уның башҡарыуындағы халыҡ йырҙары, моң һөйөүселәр араһында популярлыҡ яулаған әҫәрҙәр был юлы ла алҡыштарға күмелде. Көсәнмәй ҙә, сәрелдәмәй ҙә, талғын аҡҡан йылға һымаҡ, моңо урғылып ҡына тора! Китапхананың методик бүлеге хеҙмәткәре Сәлимә Байбурина, урындағы шағирҙарҙың бер төркөмө генә әле шағирәләр, беҙҙә ижад итеүселәр бик күп, тине.
Ирекһеҙҙән кисә һуңында күренекле прозаик Рәшит Солтангәрәевтең хәтирәһе иҫкә төшә. Ул бик ҡараңғыға ҡалып урамдан ҡайтып барғанда аҙаша һәм ҡултыҡ аҫтына китап тотоп атлап барған бер кешенең артынан китә. “Сөнки китап уҡыған кеше яманлыҡ ҡыла алмаҫ, насар юлда йөрөмәҫ” тигән уйға таяндым тигәйне ул. ХХ быуат ана шул тап мәғрифәтселек дәүере булып, китап тотоп үтте ҡулына. Юҡҡа илебеҙ ҙә ул йылдарҙа донъялағы иң күп уҡыған дәүләттәр исемлегендә беренсе тормағандыр. Китап, матур әҙәбиәт, нәфис фильмдар ҙа бары яҡшылыҡ, яҡтылыҡ, матурлыҡ хаҡында һөйләне. Шишмә районы китапханасылары илаһи шиғриәт кисәһе ойоштороп, урындағы шағирҙарын тәбрикләп, халыҡты ҡыуандырып ҡына ҡалманы, Ер шары тигән беҙҙең өсөн ҙур, ғаләм өсөн кескенә булған планетала Урал батырҙың васыятына тоғро ҡалып, яҡшылыҡты әләм итеп күтәрҙе, күңелдәрҙе имләне!
Шишмә районы.
#Гәзит_уҡыусылар_ижады
МартҠыш ҡышлығын итә,
Яҙбикә ҡарыша.
Ергә япҡан ҡар юрғанын
Бирмәҫ өсөн тырыша.
Йыһан солтаны Ҡояш
Ятты иһә йоҡларға,
Ҡыш, төндө файҙаланып,
Ашыға көс тупларға.
Яҙбикәгә ярҙамға
Елъегет елеп килә.
Ергә һыҙылып ятып,
Ҡар юрғанын кимерә.
Рәүиҙә ГӘРӘЕВА-ИҪӘНҒОЛОВА.Беҙҙең яҡ йылғаларыКескенә бер инештәрҙән
Башлана ҙур йылғалар.
Донъя шулай ҡоролғанға,
Нисә быуат аға улар.
Нескә билле ҡыҙҙар кеүек,
Аға уңған Ыҫлаҡ һыу.
Текә ярҙарҙы емерә
Батыр егет Ҡалмаш һыу.
Ҡалмаш һиҙә, ярһыу аттай,
Ниҙер уны елкетә.
Туҡта, егет, шатлыҡ бар тип,
Талдар япраҡ һелкетә.
Ике йылға бер ҡушылып,
Һыйындылар тирмән ташына.
Һүҙ ҡуйышҡан ғашиҡтарҙай,
Осрашырға ауыл башында.
Аҡ юл һеҙгә, ҡаршығыҙға
Осрамаһын кәртәләр.
Ҡаршы алған апағыҙҙы
Ағиҙел тип йөрөтәләр.
Фәниә ВӘЛИУЛЛИНА.Яҙҙар һәм һинЙәш ҡыҙҙарҙай наҙлы яҙҙар килә,
Шундай матур, шундай күңелле.
Иркәбикә һымаҡ аҡрын ғына
Елдәр айҡай күңел түремде.
Яҙ еҫенә иҫерермен кеүек,
Сыҡһам әгәр баҡса яғына.
Сыйырсыҡтар йырын тыңлап ҡына
Ҡайтам төҫлө сабый сағыма.
Был ғүмерҙең бик тиҙ үтеүҙәрен
Яҙҙар ғына килеп һиҙҙерә.
Күңелгә яҙ, йәнгә ҡояш кәрәк,
Йөрәгемә кәрәк һин генә!
Гөлшат АРЫҪЛАНОВА.
Бала саҡҡа йәйғор буйлап...
Шаҙраланып аҡҡан Дим ярында
Уйҙар йомғаҡтарын һүтәмен.
Ғүмеремдең көҙҙәре лә етте,
Ә мин һаман ниҙер көтәмен.
Көтәм бала саҡтың ғәмһеҙ мәлен,
Саф мөхәббәт ишек ҡаҡҡанын.
Көтәм йәшлек хистәренән
Йөрәгемдең аттай сапҡанын.
Тыным менән тартып алыр инем
Әсәй менән булған миҙгелде.
Аҡҡан һыуға ҡарап, үткән ғүмер
Күҙ алдына килеп теҙелде.
Димдең аръяғында ҡалҡан кеүек
Бала сағым, шаян үҫмере.
Сығып ҡына алып булмай һис тә –
Емерелгән Димдең күпере...
Аҡҡан һыуҙар кеүек кире ҡайтмай
Кеше ғүмеренең йылдары.
Бик теләһәң, бәлки, алып барыр
Ете төҫлө йәйғор юлдары.
Лилиә СӘЛИХОВА.