Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » БАШҠОРТ СӘХНӘҺЕНЕҢ КҮРКЕ
БАШҠОРТ СӘХНӘҺЕНЕҢ КҮРКЕБашҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Миңлевәли ҡыҙы Бакирова (Йомағолова) 1947 йылда Кумертау районының (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Тимербай ауылында тыуа. Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһында уҡый. 1970 йылда тамамлап, тормош иптәше Филарит Бакиров менән Салауат башҡорт драма театрына эшкә ҡайталар. Бәләкәйҙән актер булырға хыялланған Ниса Миңлевәли ҡыҙына илһамлы ижад донъяһы асыла, һәм ул ең һыҙғанып эшкә тотона. Егерме йылдан ашыу ғүмер Салауат театрына бағышлана. 1991 йылдан – Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы.

Стәрлетамаҡ театрын Ниса Бакированан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул йылдан-йыл үҙенең тырышлығы, таланты менән режиссерҙар өсөн оло табышҡа әйләнһә, тамаша­сы­ларҙың яратҡан актрисаһына әүерелә, һәр ваҡыт һөйләү теленең байлығы, мәғлүмәт­лелеге, тәрән фекерле булыуы менән айырылып тора.
Ниса Бакирова – универсаль ижадсы: ҡайғы даръяһымы, эс ҡатырғыс көлкөмө, мөхәббәттең бөйөк тойғоларымы, төрлө йәш­тәге геройҙарҙың күңел донъя­һымы – барыһы ла актрисаға “баш эйгән”. Тормошсан һәм характерлы ролдәр тыуҙырған ҡабат­ланмаҫ шәхес ул. Баш­ҡарған ролдәренең иҫәбе-һаны юҡ. Әйтергә кәрәк, эшләү дәүе­рендә тыуҙырған матур, сағыу образдары тамашасылар күңе­лендә бөгөн дә һаҡлана. Ә актриса өсөн тамашасы һөйө­үенән дә ҙурыраҡ баһаның булыуы мөмкин түгел!
Актрисаның иң сағыу образдары – Тауҡай (“Онотолған доға” Ф. Бүләков), Рәхимә (“Буш сәң­гелдәк”, Илшат Йомағолов), Памела (“Был ҡарсыҡты нисек дөмөктөрөргә?”, Дж. Патрик), Тайба (“Мөхәббәт ҡоштары”, И. Йо­мағолов), Фатима, (“Насрет­диндың биш ҡатыны” И. Садиҡов), Миңһылыу (“Ә Торатау һаман тора...”, Р. Кинйәбаев), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау” М. Кәрим), Ғәлиә­баныу (“Ғәлиәбаныу”, М. Фәйзи), Семеновна (“Йәшә һәм онотма”, В. Распутин), Разия (“Ай булмаһа, йондоҙ бар...”, Т. Миң­нуллин), Суфыя (“Аҙашҡан ҡунаҡ”, Н. Птушкина), Өләсәй (“Өс таған”, М. Кәрим ) һәм башҡалар.
Ниса Бакирова төрлө йыл­дарҙа уҙған “Театр яҙы” республика фестивалендә: 1994 йылда Ф. Бүләковтың “Онотолған доға” легенда-ялбарыуында Тауҡай, 2005 йылда Р. Кинйәбаевтың “Ә Торатау һаман тора...” спек­таклендә Миңһылыу ролдәре менән лауреат, 2009 йылда Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәй­һеңме...” драмаһында Сәлимә роле менән “Иң яҡшы төп ҡатын-ҡыҙ роле” номина­цияһында еңеүсе була.
Ә 2010 йылда республика башҡорт драматургияһы фести­валендә Ф. Бүләковтың “Мәскәү-Васютки” спектакленең Гран-приға лайыҡ булыуы Ниса һәм Филарит Бакировтар өсөн оло ижади бейеклеккә әүерелде.
Оҙаҡ йылдар театр сәнғәтен үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ниса Бакирова 1982 йылда “Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған артисы”, 1995 йылда “Башҡортостан Респуб­лика­һының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде. Оҙаҡ йылдар театрға тоғро хеҙмәт иткән актрисаның эшмәкәрлеге 2017 йылда Рәсәй Президенты тарафынан да юғары баһа­ланды – Ниса Миңлевәли ҡыҙына Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Бөгөн Ниса Бакирова – Стәр­летамаҡ театрында бай тәжри­бәле актриса ғына түгел, ә республика, хатта Рәсәй театр сәнғәте күгендәге яҡты йондоҙ, башҡорт сәхнәһенең примаһы ул. Юғалтыуҙар актрисаны көс­лөрәк итте, хеҙмәттә үткән ярты быуат уны арытманы, тамашасы һөйөүе иһә күңел сәскәһенә шиңергә форсат бирмәне, әле лә ул сәхнәлә төп ролдәрҙә, ә коллегалары араһында – ихтирамлы кеше!
Эйе, йондоҙло сәғәттәре күп булды сәхнә оҫтаһының... Оҙай­лы алҡыштар, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәс­кәләр, һоҡланыу һәм һөйөү тулы ҡараштар. Тормошон сәхнә ме­нән бәйләгән һәр кемдең хыялы, ынтылғаны шул түгелме ни?! Яратҡан эшендә бәхетен тапҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакированың хыялы тор­мошҡа ашты тип ышаныслы әйтә алабыҙ һәм Хоҙайҙан бирелгән таланты алдында йәнә бер тапҡыр баш эйәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780