Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Миңлевәли ҡыҙы Бакирова (Йомағолова) 1947 йылда Кумертау районының (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Тимербай ауылында тыуа. Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһында уҡый. 1970 йылда тамамлап, тормош иптәше Филарит Бакиров менән Салауат башҡорт драма театрына эшкә ҡайталар. Бәләкәйҙән актер булырға хыялланған Ниса Миңлевәли ҡыҙына илһамлы ижад донъяһы асыла, һәм ул ең һыҙғанып эшкә тотона. Егерме йылдан ашыу ғүмер Салауат театрына бағышлана. 1991 йылдан – Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы. Стәрлетамаҡ театрын Ниса Бакированан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул йылдан-йыл үҙенең тырышлығы, таланты менән режиссерҙар өсөн оло табышҡа әйләнһә, тамашасыларҙың яратҡан актрисаһына әүерелә, һәр ваҡыт һөйләү теленең байлығы, мәғлүмәтлелеге, тәрән фекерле булыуы менән айырылып тора.
Ниса Бакирова – универсаль ижадсы: ҡайғы даръяһымы, эс ҡатырғыс көлкөмө, мөхәббәттең бөйөк тойғоларымы, төрлө йәштәге геройҙарҙың күңел донъяһымы – барыһы ла актрисаға “баш эйгән”. Тормошсан һәм характерлы ролдәр тыуҙырған ҡабатланмаҫ шәхес ул. Башҡарған ролдәренең иҫәбе-һаны юҡ. Әйтергә кәрәк, эшләү дәүерендә тыуҙырған матур, сағыу образдары тамашасылар күңелендә бөгөн дә һаҡлана. Ә актриса өсөн тамашасы һөйөүенән дә ҙурыраҡ баһаның булыуы мөмкин түгел!
Актрисаның иң сағыу образдары – Тауҡай (“Онотолған доға” Ф. Бүләков), Рәхимә (“Буш сәңгелдәк”, Илшат Йомағолов), Памела (“Был ҡарсыҡты нисек дөмөктөрөргә?”, Дж. Патрик), Тайба (“Мөхәббәт ҡоштары”, И. Йомағолов), Фатима, (“Насретдиндың биш ҡатыны” И. Садиҡов), Миңһылыу (“Ә Торатау һаман тора...”, Р. Кинйәбаев), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау” М. Кәрим), Ғәлиәбаныу (“Ғәлиәбаныу”, М. Фәйзи), Семеновна (“Йәшә һәм онотма”, В. Распутин), Разия (“Ай булмаһа, йондоҙ бар...”, Т. Миңнуллин), Суфыя (“Аҙашҡан ҡунаҡ”, Н. Птушкина), Өләсәй (“Өс таған”, М. Кәрим ) һәм башҡалар.
Ниса Бакирова төрлө йылдарҙа уҙған “Театр яҙы” республика фестивалендә: 1994 йылда Ф. Бүләковтың “Онотолған доға” легенда-ялбарыуында Тауҡай, 2005 йылда Р. Кинйәбаевтың “Ә Торатау һаман тора...” спектаклендә Миңһылыу ролдәре менән лауреат, 2009 йылда Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме...” драмаһында Сәлимә роле менән “Иң яҡшы төп ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеүсе була.
Ә 2010 йылда республика башҡорт драматургияһы фестивалендә Ф. Бүләковтың “Мәскәү-Васютки” спектакленең Гран-приға лайыҡ булыуы Ниса һәм Филарит Бакировтар өсөн оло ижади бейеклеккә әүерелде.
Оҙаҡ йылдар театр сәнғәтен үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ниса Бакирова 1982 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы”, 1995 йылда “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде. Оҙаҡ йылдар театрға тоғро хеҙмәт иткән актрисаның эшмәкәрлеге 2017 йылда Рәсәй Президенты тарафынан да юғары баһаланды – Ниса Миңлевәли ҡыҙына Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Бөгөн Ниса Бакирова – Стәрлетамаҡ театрында бай тәжрибәле актриса ғына түгел, ә республика, хатта Рәсәй театр сәнғәте күгендәге яҡты йондоҙ, башҡорт сәхнәһенең примаһы ул. Юғалтыуҙар актрисаны көслөрәк итте, хеҙмәттә үткән ярты быуат уны арытманы, тамашасы һөйөүе иһә күңел сәскәһенә шиңергә форсат бирмәне, әле лә ул сәхнәлә төп ролдәрҙә, ә коллегалары араһында – ихтирамлы кеше!
Эйе, йондоҙло сәғәттәре күп булды сәхнә оҫтаһының... Оҙайлы алҡыштар, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр, һоҡланыу һәм һөйөү тулы ҡараштар. Тормошон сәхнә менән бәйләгән һәр кемдең хыялы, ынтылғаны шул түгелме ни?! Яратҡан эшендә бәхетен тапҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакированың хыялы тормошҡа ашты тип ышаныслы әйтә алабыҙ һәм Хоҙайҙан бирелгән таланты алдында йәнә бер тапҡыр баш эйәбеҙ.