Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәһемле_фекерҙәр
“Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ...”


Ҡурай өҫтөнә аҡ сәкмән, башына ҡолаҡсын кейеп, мал аҫрап, ҡош-ҡорт аулап, йәйләүҙән йәйләүгә күсеп бөтә ғүмерен көйләп үткәргән башҡорт ярлы-ялпыһының ҡайғы­ларын, шатлыҡтарын уртаҡлашты; Ҡараһаҡал, Салауат кеүек бик күп башҡорт батырҙарының биленә ҡыны менән аҫылынып ҡанлы көрәштәрҙә йөрөнө; Иҙел боролоштарында һалдар ҙа ағыҙышты, көтөүҙәр ҙә көтөштө; Айһылыу, Гөлбикә кеүек матурҙары менән аулаҡ өйҙәрҙә йырҙар ҙа йырлашты. Ул ғына ла етмәһә, батша ялсылары булған һатлыҡ түрәләрҙең кәйефен дә тапты. Зарланды, моңланды ла, башҡорттоң ҡарындыҡ тәҙрәһенең төбөнә менеп ултырҙы, тағы төштө, тағы менде.
Исхаҡ Зәйни.

* * *

Башҡортостан – алтын бишегебеҙ!
Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ.
И, кешеләр! Ҡиммәт шул бәхетте
Ҡәҙерен белеп кенә тотоғоҙ!
Башҡортостан – изге Ватан,
Башҡортостан – яҡты Ватан.
Мостай Кәрим.

* * *

Бейә һөтөнән ҡымыҙ бешәләр. Иҫ киткес тәмле һәм файҙалы эсемлек. Был уларҙың (башҡорттарҙың — Ф. М.) төп ризығын тәшкил итә.
И.И. Лепехин.

* * *

Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт һөйгән башҡорт моңдарын.
Шәйехзада Бабич.

* * *

Һиңә баҡһам, күңелем күтәренке,
Киләсәгем шат та, тыныс та;
Сөнки беләм:
Иңдәрендә илдең
Урал тигән һынмаҫ ҡылыс бар.
Рауил Бикбаев.

* * *

Ете ырыу һымаҡ етегән тажлы ҡыу ҡурай — башҡорт далаһының аҫыл зиннәте, ете ырыуҙың берҙәмлек билдәһе.
Шамил Анаҡ.

* * *

Был төбәк иҫ киткес бай һәм матур. Тәбиғәттең таң ҡалдырыр гүзәллеге сабый бала сафлығына тиң. Бигерәк тә бындағы халыҡ ябайлығы, керһеҙ күңелле булыуы менән һоҡландыра.
Л.Н. Толстой.

* * *

Аҡ тирмәләр ҡороп йәшәйҙәр, бер кемдән дә рәнйетелмәйҙәр, күршеләренә, мосафирҙарға мәрхәмәт­леләр, улар (башҡорттар — Ф. М.) изге йәндәрҙән һанала, хатта ҡоралдары ла юҡ.
Геродот.

* * *

Йөк күтәреп, бил бөктөрмәй,
Хахылдап ҡан төкөрмәй,
Иҙел кисмәй, ут үтмәй,
Хәләл ҡаныңды түкмәй,
Башҡортҡа тиң ирек бармы ни?
Салауат Юлаев.

* * *

Башҡорт балы... Алыҫ ҡитғаларға
Юҡтан ғынамы ни таралған:
Баллы башҡорт күпме дан ҡаҙанһа,
Тимәк, һин дә шундай дан алған!
Риф Мифтахов.

* * *

Юҡ, моңланмай ҡурай ят ҡулдарҙа.
Рәми Ғарипов.

* * *

Башҡортостан! Һин – икмәкле тупраҡ,
Йәшел урман, болон, тау, дала.
Йәнһеҙгә – йән, йәмһеҙгә йәм биргән
Һин – ут һәм һыу, һауа һәм дауа.
Назар Нәжми.

* * *

Урал, Урал, уралып ятҡан Урал,
Маһайырға тулы хаҡың бар.
Ҙур яуҙарҙа еңеп, шөһрәт алған,
Дан ҡаҙанған батыр халҡың бар.
Абдулхаҡ Игебаев.

* * *

Халыҡ берҙәм ҡуҙғалһа, ул – ташҡан йылға, ул – өҫкә ишелгән тау! Уны бер ниндәй көс, сихыр еңә алмай!
Илшат Йомағолов.

* * *

Башҡорт иле майҙан тота —
Геү килеп тора йыйын.
Был ҡәүемде был байрамһыҙ
Күҙаллауы ла ҡыйын!
Фәнил Күзбәков.

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779