Фәһемле_фекерҙәр07.02.2018
“Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ...”
Ҡурай өҫтөнә аҡ сәкмән, башына ҡолаҡсын кейеп, мал аҫрап, ҡош-ҡорт аулап, йәйләүҙән йәйләүгә күсеп бөтә ғүмерен көйләп үткәргән башҡорт ярлы-ялпыһының ҡайғыларын, шатлыҡтарын уртаҡлашты; Ҡараһаҡал, Салауат кеүек бик күп башҡорт батырҙарының биленә ҡыны менән аҫылынып ҡанлы көрәштәрҙә йөрөнө; Иҙел боролоштарында һалдар ҙа ағыҙышты, көтөүҙәр ҙә көтөштө; Айһылыу, Гөлбикә кеүек матурҙары менән аулаҡ өйҙәрҙә йырҙар ҙа йырлашты. Ул ғына ла етмәһә, батша ялсылары булған һатлыҡ түрәләрҙең кәйефен дә тапты. Зарланды, моңланды ла, башҡорттоң ҡарындыҡ тәҙрәһенең төбөнә менеп ултырҙы, тағы төштө, тағы менде.
Исхаҡ Зәйни.
* * *
Башҡортостан – алтын бишегебеҙ!
Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ.
И, кешеләр! Ҡиммәт шул бәхетте
Ҡәҙерен белеп кенә тотоғоҙ!
Башҡортостан – изге Ватан,
Башҡортостан – яҡты Ватан.
Мостай Кәрим.
* * *
Бейә һөтөнән ҡымыҙ бешәләр. Иҫ киткес тәмле һәм файҙалы эсемлек. Был уларҙың (башҡорттарҙың — Ф. М.) төп ризығын тәшкил итә.
И.И. Лепехин.
* * *
Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт һөйгән башҡорт моңдарын.
Шәйехзада Бабич.
* * *
Һиңә баҡһам, күңелем күтәренке,
Киләсәгем шат та, тыныс та;
Сөнки беләм:
Иңдәрендә илдең
Урал тигән һынмаҫ ҡылыс бар.
Рауил Бикбаев.
* * *
Ете ырыу һымаҡ етегән тажлы ҡыу ҡурай — башҡорт далаһының аҫыл зиннәте, ете ырыуҙың берҙәмлек билдәһе.
Шамил Анаҡ.
* * *
Был төбәк иҫ киткес бай һәм матур. Тәбиғәттең таң ҡалдырыр гүзәллеге сабый бала сафлығына тиң. Бигерәк тә бындағы халыҡ ябайлығы, керһеҙ күңелле булыуы менән һоҡландыра.
Л.Н. Толстой.
* * *
Аҡ тирмәләр ҡороп йәшәйҙәр, бер кемдән дә рәнйетелмәйҙәр, күршеләренә, мосафирҙарға мәрхәмәтлеләр, улар (башҡорттар — Ф. М.) изге йәндәрҙән һанала, хатта ҡоралдары ла юҡ.
Геродот.
* * *
Йөк күтәреп, бил бөктөрмәй,
Хахылдап ҡан төкөрмәй,
Иҙел кисмәй, ут үтмәй,
Хәләл ҡаныңды түкмәй,
Башҡортҡа тиң ирек бармы ни?
Салауат Юлаев.
* * *
Башҡорт балы... Алыҫ ҡитғаларға
Юҡтан ғынамы ни таралған:
Баллы башҡорт күпме дан ҡаҙанһа,
Тимәк, һин дә шундай дан алған!
Риф Мифтахов.
* * *
Юҡ, моңланмай ҡурай ят ҡулдарҙа.
Рәми Ғарипов.
* * *
Башҡортостан! Һин – икмәкле тупраҡ,
Йәшел урман, болон, тау, дала.
Йәнһеҙгә – йән, йәмһеҙгә йәм биргән
Һин – ут һәм һыу, һауа һәм дауа.
Назар Нәжми.
* * *
Урал, Урал, уралып ятҡан Урал,
Маһайырға тулы хаҡың бар.
Ҙур яуҙарҙа еңеп, шөһрәт алған,
Дан ҡаҙанған батыр халҡың бар.
Абдулхаҡ Игебаев.
* * *
Халыҡ берҙәм ҡуҙғалһа, ул – ташҡан йылға, ул – өҫкә ишелгән тау! Уны бер ниндәй көс, сихыр еңә алмай!
Илшат Йомағолов.
* * *
Башҡорт иле майҙан тота —
Геү килеп тора йыйын.
Был ҡәүемде был байрамһыҙ
Күҙаллауы ла ҡыйын!
Фәнил Күзбәков.
Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.