Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эпостарҙы иңдәрендә күтәрерлек рухы ҡалды
Эпостарҙы иңдәрендә күтәрерлек рухы ҡалдыЯңыраҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Мифтахетдин Аҡмулла, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты, профессор, филология фәндәре докторы, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Әхмәт Сөләймәновтың хәтер кисәһе булды. Ошо уңайҙан замандаштарының һүҙен гәзит уҡыусыларға ла еткерергә булдым.


Университеттың башҡорт фило­логияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова фән әһеле менән бергә иңгә-иң ҡуйып эшләгән йылдарын, уның аҡыллы кәңәштәренә таянып башҡарған эштәрен иҫкә алды. “Төбәк-ара республика, халыҡ-ара кимәлдәге фәнни сараларҙа ул һәр саҡ баһалама етәксеһе булды, эшен еренә еткереп башҡарҙы. Уның менән бергә ниәтләгән ғәмәл­дәребеҙ ҙә ҡалды, әммә туған телебеҙгә, милли мираҫҡа тоғролоҡ менән беҙ уның юлын дауам итербеҙ”, – тине ул үҙ сығышында.
Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина: “Аҡһаҡалыбыҙҙың эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен йыйыу һәм йәнә халыҡҡа ҡайтарыу, пропагандалау менән бәйле ине. Ул ошо үҙәктең алыштырғыһыҙ уң ҡулы, терәге булды. Беҙ уны “Энциклопедия ағай” тиер булдыҡ, һәр мәсьәлә буйынса ла оло кәңәшсе ине. Сәсән телле, йыр күңелле ырыуҙашым Әхмәт ағайҙың башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарыуы хаҡында күптәр беләлер. Йыр хаҡында ул: “Башҡорттарҙа иң ҙур бүләк – ул йыр”, – тиер ине. Уның яҡындары, дуҫтары, иптәштәре араһында ла йырсылар, моң һөйөүселәр бихисап булыуы юҡҡа түгел. Ағайҙың яратҡан йырҙарынан “Урал”, “Томан”, “Абдрахман”, “Уйыл” булһа, ә һуңғы йылдарҙа яҡын күргән йырҙарының береһе – Мең башҡорттарының моң мираҫынан “Аҡ ҡарсыға” ине. Был йырҙы беҙ тап бер йыл элек күмәкләп башҡарғайныҡ...” – тине. Ошо урында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының 1-се курс студенты Айтуған Усманов башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды башҡарҙы.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, халыҡ-ара Педагогик белем биреү фәндәре академияһы академигы, педагогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин үҙ сығышында Әхмәт Сөләймәновтың ғилми, ижади, педагогик эшмәкәрлеген юғары баһалап телгә алды. Халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, фольклорҙы яҡшы белгән, тәрән өйрәнгән фән әһеленең маҡсаттары ла тап ошо уҡыу йортоноң эш-пландары менән тап килеүен дә билдәләне.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Зарема Әминева, Айбулат Сәсәнбаев, Ислам Төхвәтуллин, Ильяс Сағынбәк, Динә Солтанова хәтер кисәһенә йыйылған халыҡҡа Әхмәт ағай яҙған шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе.
2002 – 2006 йылдарҙа Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Был йылдарҙа ла ул уңышлы эшләгән. 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу осоронда республиканың 42 районын, сит өлкәләрҙе урап сыҡҡан. Айырыуса Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән башҡорттар араһында әүҙем аңлатыу эштәре алып барған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Зөфәр Тимербулатов, баш белгестәр Рәйсә Күзбәкова, Марат Ғилманов уның хаҡындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡ­лашты. Бөгөн Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы делегацияһы составында Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән осрашҡанда шуға иғтибар итәм: Әхмәт ағай баҫмаған башҡорт төбәге ҡалдымы икән был ерҙә? Ул һәр ауылға, ҡалаға барып, милләттәштәребеҙҙең күҙенә ҡарап һөйләшкән, аралашҡан, халыҡ ҡомартҡыларын йыйып, замандаштарына, киләсәккә ҡалдырған.
Әхмәт Сөләймәновтың “Башҡорт халыҡ ижады” академик том­лыҡтары өҫтөндә уңышлы эшләү осоро Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеген етәкләү ваҡытына тура килә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының хәҙерге директоры, ғалим Айбулат Псәнчин үҙ сығышында уның эпостарҙы, фольклорҙы тәрән өйрәнеүе тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ йәштәр араһында ғалимдың юлын дауам иткәндәр бар, тип ҡыуандырҙы.
Тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов ғалимдың ижадына тарихи сығанаҡтар менән эш итеү хас булыуын билдәләне, ҡал­дырған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте. Башҡорт филологияһы факультеты студенты Индира Сибәғәтуллина башҡорт халыҡ йыры “Сыңрау торна”ны башҡарып, йөрәктәрҙе һыҙландырҙы.
Үҙе иҫән саҡта Әхмәт Сөләй­мәновтың бик күп монографиялары, халыҡ араһында йыйып алып, архивтарҙа сүпләп табып, системаға һалып төҙөгән “Башҡорт халыҡ ижады” томдары – барыһы ла хәҙер халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе. Байтаҡ хеҙмәттәре әле үҙ сиратын көтә. Артабан һүҙҙе алған З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов яңы әҫәрҙәре баҫыласағы тураһында әйтеп һөйөндөрһә, коллегаһы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев халҡына ҡалдырған әҙәби мираҫының күләмле, ҙур булыуын әйтте. Дуҫы, ҡәләмдәше Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты, арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, Әхмәт Мөхәмәтвәли улының кейәүе Илгиз Таһиров ғалимға бағышлап шиғыр һөйләне.
Әхмәт Сөләймәновтың Альма-матеры – ул Башҡорт дәүләт университеты. Шул уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты уҡы­тыусылары: филология фәндәре докторҙары, профессорҙар Ғи­ниәтулла Ҡунафин, Мирас Иҙел­баев, филология фәндәре кандидаты Айнур Хужәхмәтов сығыш­тарында ғалимдың эшмәкәрлеген шулай уҡ юғары баһалап, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Әхмәт Сөләймәнов, тыуған яғынан иртә сығып китһә лә, ауылын, яҡташтарын онотманы, бәйләнеште өҙмәне. Аҡһаҡалды иҫкә алырға яҡташтары килгәйне. Бөрйән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Тләүбаева, халыҡ ижадын тергеҙеүсе Гүзәл Һырлыбаева тыуған яҡ сәләмен тапшырҙы.
Яҡындары исеменән ҡатыны Фәниә Сөләймәнова, ҡыҙҙары, атаһы юлынан китеп, фәнде һайлаған Ләйсән, Нәркәс, улы, рәссам Жәлил Сөләймәновтар, сығыш яһап, үҙ заманында эш таба алмай йөрөгән ғалимды һыйын­дырған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллинға рәхмәтен еткерҙе.
Туғандары Миңнур Ҡасимова, Сәриә Ҡаһарманова, Инсур Үтә­баев, хәтирәләре менән уртаҡ­лашып, уның нисек туған йәнле булыуы тураһында һөйләне. “Беҙ уның арабыҙҙан киткәненә ышанып та бөтмәйбеҙ. Һаман башҡорт иле буйлап ҡайҙалыр командировкала йөрөйҙөр кеүек”, – тине Инсур Рәмил улы.
Улар шулай уҡ ғалимдың ба­ҫылып сыҡҡан һуңғы хеҙмәттәрен Бөрйән районынан килгән ҡунаҡ­тарға, башҡорт филологияһы факультетына тапшырҙылар. Сәсән­дәр мәктәбе исеменән ғалимә Розалия Солтангәрәева Әхмәт ағай­ҙың рухына бағышлап әҙерләнгән студенттарҙың сығышын тәҡдим итте.
Шығырым тулы зал йыйылғайны Әхмәт ағайҙың хәтер кисәһенә. Эйе, ул халҡыбыҙҙың рухи хази­наһын төпкөлдәрҙән эҙләп табып, халҡына кире ҡайтарып бирә алыу маһирлығына эйә булған, эпостар кимәлендә фекер йөрөткән ғалим ине. Бик һирәктәр өлөшөнә төшә был яуаплылыҡ һәм хеҙмәт бәхете, ҡаһарманлығы. Исемен мәңгеләштереү, хеҙмәттәрен халыҡҡа еткереү тураһында ла күп әйтелде сарала. Шул эштәр атҡарыла күрһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781