Яңыраҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Мифтахетдин Аҡмулла, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты, профессор, филология фәндәре докторы, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Әхмәт Сөләймәновтың хәтер кисәһе булды. Ошо уңайҙан замандаштарының һүҙен гәзит уҡыусыларға ла еткерергә булдым.
Университеттың башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова фән әһеле менән бергә иңгә-иң ҡуйып эшләгән йылдарын, уның аҡыллы кәңәштәренә таянып башҡарған эштәрен иҫкә алды. “Төбәк-ара республика, халыҡ-ара кимәлдәге фәнни сараларҙа ул һәр саҡ баһалама етәксеһе булды, эшен еренә еткереп башҡарҙы. Уның менән бергә ниәтләгән ғәмәлдәребеҙ ҙә ҡалды, әммә туған телебеҙгә, милли мираҫҡа тоғролоҡ менән беҙ уның юлын дауам итербеҙ”, – тине ул үҙ сығышында.
Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина: “Аҡһаҡалыбыҙҙың эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен йыйыу һәм йәнә халыҡҡа ҡайтарыу, пропагандалау менән бәйле ине. Ул ошо үҙәктең алыштырғыһыҙ уң ҡулы, терәге булды. Беҙ уны “Энциклопедия ағай” тиер булдыҡ, һәр мәсьәлә буйынса ла оло кәңәшсе ине. Сәсән телле, йыр күңелле ырыуҙашым Әхмәт ағайҙың башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарыуы хаҡында күптәр беләлер. Йыр хаҡында ул: “Башҡорттарҙа иң ҙур бүләк – ул йыр”, – тиер ине. Уның яҡындары, дуҫтары, иптәштәре араһында ла йырсылар, моң һөйөүселәр бихисап булыуы юҡҡа түгел. Ағайҙың яратҡан йырҙарынан “Урал”, “Томан”, “Абдрахман”, “Уйыл” булһа, ә һуңғы йылдарҙа яҡын күргән йырҙарының береһе – Мең башҡорттарының моң мираҫынан “Аҡ ҡарсыға” ине. Был йырҙы беҙ тап бер йыл элек күмәкләп башҡарғайныҡ...” – тине. Ошо урында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының 1-се курс студенты Айтуған Усманов башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды башҡарҙы.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, халыҡ-ара Педагогик белем биреү фәндәре академияһы академигы, педагогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин үҙ сығышында Әхмәт Сөләймәновтың ғилми, ижади, педагогик эшмәкәрлеген юғары баһалап телгә алды. Халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, фольклорҙы яҡшы белгән, тәрән өйрәнгән фән әһеленең маҡсаттары ла тап ошо уҡыу йортоноң эш-пландары менән тап килеүен дә билдәләне.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Зарема Әминева, Айбулат Сәсәнбаев, Ислам Төхвәтуллин, Ильяс Сағынбәк, Динә Солтанова хәтер кисәһенә йыйылған халыҡҡа Әхмәт ағай яҙған шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе.
2002 – 2006 йылдарҙа Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Был йылдарҙа ла ул уңышлы эшләгән. 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу осоронда республиканың 42 районын, сит өлкәләрҙе урап сыҡҡан. Айырыуса Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән башҡорттар араһында әүҙем аңлатыу эштәре алып барған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Зөфәр Тимербулатов, баш белгестәр Рәйсә Күзбәкова, Марат Ғилманов уның хаҡындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы составында Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән осрашҡанда шуға иғтибар итәм: Әхмәт ағай баҫмаған башҡорт төбәге ҡалдымы икән был ерҙә? Ул һәр ауылға, ҡалаға барып, милләттәштәребеҙҙең күҙенә ҡарап һөйләшкән, аралашҡан, халыҡ ҡомартҡыларын йыйып, замандаштарына, киләсәккә ҡалдырған.
Әхмәт Сөләймәновтың “Башҡорт халыҡ ижады” академик томлыҡтары өҫтөндә уңышлы эшләү осоро Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеген етәкләү ваҡытына тура килә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының хәҙерге директоры, ғалим Айбулат Псәнчин үҙ сығышында уның эпостарҙы, фольклорҙы тәрән өйрәнеүе тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ йәштәр араһында ғалимдың юлын дауам иткәндәр бар, тип ҡыуандырҙы.
Тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов ғалимдың ижадына тарихи сығанаҡтар менән эш итеү хас булыуын билдәләне, ҡалдырған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте. Башҡорт филологияһы факультеты студенты Индира Сибәғәтуллина башҡорт халыҡ йыры “Сыңрау торна”ны башҡарып, йөрәктәрҙе һыҙландырҙы.
Үҙе иҫән саҡта Әхмәт Сөләймәновтың бик күп монографиялары, халыҡ араһында йыйып алып, архивтарҙа сүпләп табып, системаға һалып төҙөгән “Башҡорт халыҡ ижады” томдары – барыһы ла хәҙер халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе. Байтаҡ хеҙмәттәре әле үҙ сиратын көтә. Артабан һүҙҙе алған З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов яңы әҫәрҙәре баҫыласағы тураһында әйтеп һөйөндөрһә, коллегаһы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев халҡына ҡалдырған әҙәби мираҫының күләмле, ҙур булыуын әйтте. Дуҫы, ҡәләмдәше Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты, арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, Әхмәт Мөхәмәтвәли улының кейәүе Илгиз Таһиров ғалимға бағышлап шиғыр һөйләне.
Әхмәт Сөләймәновтың Альма-матеры – ул Башҡорт дәүләт университеты. Шул уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты уҡытыусылары: филология фәндәре докторҙары, профессорҙар Ғиниәтулла Ҡунафин, Мирас Иҙелбаев, филология фәндәре кандидаты Айнур Хужәхмәтов сығыштарында ғалимдың эшмәкәрлеген шулай уҡ юғары баһалап, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Әхмәт Сөләймәнов, тыуған яғынан иртә сығып китһә лә, ауылын, яҡташтарын онотманы, бәйләнеште өҙмәне. Аҡһаҡалды иҫкә алырға яҡташтары килгәйне. Бөрйән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Тләүбаева, халыҡ ижадын тергеҙеүсе Гүзәл Һырлыбаева тыуған яҡ сәләмен тапшырҙы.
Яҡындары исеменән ҡатыны Фәниә Сөләймәнова, ҡыҙҙары, атаһы юлынан китеп, фәнде һайлаған Ләйсән, Нәркәс, улы, рәссам Жәлил Сөләймәновтар, сығыш яһап, үҙ заманында эш таба алмай йөрөгән ғалимды һыйындырған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллинға рәхмәтен еткерҙе.
Туғандары Миңнур Ҡасимова, Сәриә Ҡаһарманова, Инсур Үтәбаев, хәтирәләре менән уртаҡлашып, уның нисек туған йәнле булыуы тураһында һөйләне. “Беҙ уның арабыҙҙан киткәненә ышанып та бөтмәйбеҙ. Һаман башҡорт иле буйлап ҡайҙалыр командировкала йөрөйҙөр кеүек”, – тине Инсур Рәмил улы.
Улар шулай уҡ ғалимдың баҫылып сыҡҡан һуңғы хеҙмәттәрен Бөрйән районынан килгән ҡунаҡтарға, башҡорт филологияһы факультетына тапшырҙылар. Сәсәндәр мәктәбе исеменән ғалимә Розалия Солтангәрәева Әхмәт ағайҙың рухына бағышлап әҙерләнгән студенттарҙың сығышын тәҡдим итте.
Шығырым тулы зал йыйылғайны Әхмәт ағайҙың хәтер кисәһенә. Эйе, ул халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын төпкөлдәрҙән эҙләп табып, халҡына кире ҡайтарып бирә алыу маһирлығына эйә булған, эпостар кимәлендә фекер йөрөткән ғалим ине. Бик һирәктәр өлөшөнә төшә был яуаплылыҡ һәм хеҙмәт бәхете, ҡаһарманлығы. Исемен мәңгеләштереү, хеҙмәттәрен халыҡҡа еткереү тураһында ла күп әйтелде сарала. Шул эштәр атҡарыла күрһен.