Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡумыҙ моңона арбалып...
Ҡумыҙ моңона арбалып...Билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Саха (Яҡут) Республикаһынан ҡайтты. Башҡорт музыканты унда Хомус көнөнә арналған ун көнлөктә ҡатнашты.[/b]


Яҡуттар өсөн 30 ноябрь ябай байрам түгел. Ҡумыҙ сәнғәтен үҫтереү Сахала дәүләт кимәленә күтәрелгән: ун көнлөк сиктәрендә “түңәрәк өҫтәл”­дәр, семинар-конференциялар, исем туйҙары, ҡу­мыҙ концерттары үтә. Яҡут ерендә “Ҡумыҙсылар – донъя виртуоздары” аллеяһын булдырыу, виртуоз баһаһына лайыҡ булған ҡумыҙсыларҙың тыуған төбәгендә концерт ойоштороу – ошо саралар нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың бер өлөшө генә. Әйткәндәй, заманында 18 ҡумыҙсы “донъя виртуозы” исеменә лайыҡ булған, шулар­ҙың 12-һе генә бөгөн иҫән.
Ҡумыҙ байрамына йыл һайын халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеүселәр саҡырыла. Быйыл Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән бергә Эфиопиянан, Финляндиянан ҡунаҡтар килгән.
Башҡортостан вәкилен, “донъя виртуозы” була­раҡ, Саха (Яҡут) Республикаһының мәҙәниәт министры, Якутск ҡалаһы мэры ҡабул иткән.
– Беренсе көндән башлап байтаҡ сарала ҡат­наштым. Шул иҫәптән ошо республиканың НВК телеканалында тура эфирҙа барған “Новый день” тапшырыуында яҡут халҡын Башҡортостан исеме­нән тәбрикләп, беҙҙә ҡумыҙ сәнғәтенең үҫеше, ниндәй ҡумыҙ төрҙәре һаҡланып ҡалыуы тураһын­да һөйләнем һәм уйнап күрһәттем, – ти Миңле­ғәфүр Зәйнетдинов.
Якутскиҙа Донъя халыҡтары ҡумыҙы үҙәге һәм музейы булдырылған, Ҡумыҙ көнөнә арналған төп конференция быйыл шунда үткән. Бынан тыш, ар­ҙаҡлы музыкант “түңәрәк өҫтәл”дә, уҡыусылар менән осрашыуҙа, китаптың исем туйында ҡатнаш­ҡан. Ҡумыҙ байрамына арналған ун көнлөк Саха дәүләт опера һәм балет театрында ҙур концерт менән тамамланған. Яҡут иленең иң оҫта, иң көслө ҡумыҙсылары һәм ансамблдәре, саҡырылған ҡу­наҡтар сығыш яһаған.
Башҡортостан музыканты ағас ҡумыҙҙа “Ар­бау”, тимер ҡумыҙҙа “Сал быуаттар ауазы”н башҡарған, хайранда уйнап ишеттергән.
– Сығышымды Салауат маршы менән тамамланым. Халыҡ дәррәү алҡышланы. Ҡумыҙ сәнғәтен ошондай юғары кимәлгә күтәрә алыуҙары һоҡлан­дырҙы, – ти донъя виртуозы.


Автор: А. ХУЖИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779