Билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Саха (Яҡут) Республикаһынан ҡайтты. Башҡорт музыканты унда Хомус көнөнә арналған ун көнлөктә ҡатнашты.[/b]
Яҡуттар өсөн 30 ноябрь ябай байрам түгел. Ҡумыҙ сәнғәтен үҫтереү Сахала дәүләт кимәленә күтәрелгән: ун көнлөк сиктәрендә “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинар-конференциялар, исем туйҙары, ҡумыҙ концерттары үтә. Яҡут ерендә “Ҡумыҙсылар – донъя виртуоздары” аллеяһын булдырыу, виртуоз баһаһына лайыҡ булған ҡумыҙсыларҙың тыуған төбәгендә концерт ойоштороу – ошо саралар нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың бер өлөшө генә. Әйткәндәй, заманында 18 ҡумыҙсы “донъя виртуозы” исеменә лайыҡ булған, шуларҙың 12-һе генә бөгөн иҫән.
Ҡумыҙ байрамына йыл һайын халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеүселәр саҡырыла. Быйыл Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән бергә Эфиопиянан, Финляндиянан ҡунаҡтар килгән.
Башҡортостан вәкилен, “донъя виртуозы” булараҡ, Саха (Яҡут) Республикаһының мәҙәниәт министры, Якутск ҡалаһы мэры ҡабул иткән.
– Беренсе көндән башлап байтаҡ сарала ҡатнаштым. Шул иҫәптән ошо республиканың НВК телеканалында тура эфирҙа барған “Новый день” тапшырыуында яҡут халҡын Башҡортостан исеменән тәбрикләп, беҙҙә ҡумыҙ сәнғәтенең үҫеше, ниндәй ҡумыҙ төрҙәре һаҡланып ҡалыуы тураһында һөйләнем һәм уйнап күрһәттем, – ти Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
Якутскиҙа Донъя халыҡтары ҡумыҙы үҙәге һәм музейы булдырылған, Ҡумыҙ көнөнә арналған төп конференция быйыл шунда үткән. Бынан тыш, арҙаҡлы музыкант “түңәрәк өҫтәл”дә, уҡыусылар менән осрашыуҙа, китаптың исем туйында ҡатнашҡан. Ҡумыҙ байрамына арналған ун көнлөк Саха дәүләт опера һәм балет театрында ҙур концерт менән тамамланған. Яҡут иленең иң оҫта, иң көслө ҡумыҙсылары һәм ансамблдәре, саҡырылған ҡунаҡтар сығыш яһаған.
Башҡортостан музыканты ағас ҡумыҙҙа “Арбау”, тимер ҡумыҙҙа “Сал быуаттар ауазы”н башҡарған, хайранда уйнап ишеттергән.
– Сығышымды Салауат маршы менән тамамланым. Халыҡ дәррәү алҡышланы. Ҡумыҙ сәнғәтен ошондай юғары кимәлгә күтәрә алыуҙары һоҡландырҙы, – ти донъя виртуозы.