Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ҠояшапайКөҙҙөң урмандарға, ту­ғай-ҡырҙарға яңы ғына аяҡ баҫҡан мәле. Уның тылсымлы бума­лаһынан төш­кән төрлө төҫтәге тамсылары йәшел үлән өҫтөн­дә әлегә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә. Ә аҡһыл йәшел олонло уҫаҡ­тарға көҙҙөң ҡулы ныҡлап тейеп өлгөргән. Ағастарҙың ал-ҡыҙыл яп­раҡтары, тәң­кәләрҙе хә­терләтеп, әле һал­ҡынайып өлгөрмәгән ел­дәр­гә үҙҙә­ренең хәбәрен һөйләй, сылтыратып көлө­шә.
Сағыу көҙгө көндә урман йәйгә ҡарағанда ла күр­кә­мерәк, гүзәлерәк төҫ­лө тойола. Ана, йәшел еләнле ҡа­йын алтын сулпыларын таҡҡан. Хатта үрмәксе ауҙа­рында ла йәй­ғор нурҙары уйнай. Күк йөҙө зәң­гәр. Бар тирә-яҡта күҙ ҡамаш­ты­рырлыҡ төҫ­тәр бал­ҡышы. Ара-тирә ҡоштар тауышы ишетелә.
Иҫ китмәле рәхәт көҙгө урманда.
– Урманда күңелле, урманда матур! – Уҫаҡ эргә­һендә осоп йөрөгән ҡап-ҡара бөжәк­тәрҙең береһе шулай тип хәбәрен башла­ған да көрһөнөп ҡуйған.
– Ниңә улай ҡаты көр­һөнәһең?
– Ниңә көрһөнмәҫкә? Бар тирә-яҡ сағыу төҫтәргә буялған, беҙ генә ҡарасҡы төҫлө ҡап-ҡарабыҙ. Хатта илағым килә бындай ғәҙел­һеҙлектән.
– Минең дә, – тип ҡу­шыл­ған уға өсөнсө бөжәк.
– Минең дә! Минең дә! – тип ҡушылған ҡалғандар һәм уҫаҡ төбөндә үҫкән үләнгә ҡунып, һулҡылдап-һулҡылдап иларға тотон­ғандар.
Еләҫ елдәр менән кү­ңел­ле әңгәмә алып барған уҫаҡтар, илау тауышын ишет­кәс, хәбәрҙәрен туҡта­тып, баштарын эйә биреп, аптырап ҡалған.
– Бындай йылы көҙгө көндә ниндәй илау тауышы ул? – Бөтәһе бер юлы шулай тип ҡысҡырып ебәр­гән.
Илап-һыҡтап ултырған ҡап-ҡара йән эйәләре бындай ҡәтғи һорауҙан тынып ҡалған.
– Йә, ни булды? Рәтләп кенә һөйләп бирегеҙ! – Уҫаҡ­тар ергә тағы ла нығы­раҡ эйелгән.
Шул ваҡыт бөжәктәр араһы­нан иң ҡыйыуы ағас­тарға үҙҙәренең ҡайғыһын һөйләп биргән.
– Улай икән! – Уҫаҡтар­ҙың иң матуры яғымлы тауыш менән бөжәктәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп иткән. – Әллә берәй күңел­һеҙ хәлгә дусар булды­ғыҙмы икән, тип торабыҙ. Матур күлдәктәр кейергә теләп кенә илайһығыҙ икән, һеҙгә ярҙам итеп була. – Уҫаҡ турайып баҫ­ҡан да: – Рәдле, ҙегелик ағ­маҙря, – тип әллә ниндәй сәйер һүҙҙәр әйтә баш­лаған.
Ул да булмай, елдәр осоп килеп:
– Ярҙам итергә әҙер, – тигәндәр бер тауыштан һәм күҙ асып йомғансы уҫаҡ­тарҙың әмерен үтәргә тотон­ғандар: уларҙың яп­раҡта­рын өҙөп ал­ғандар ҙа бөжәктәрҙең арҡа­һына йәбештереп ҡуйғандар.
– Ой, ой-йой! Ниндәй матур! – Бөжәктәрҙең шат­лы­ғының сиге булмаған.
– Ашыҡмағыҙ, дуҫтар! – Уҫаҡтар иғтибар менән бөжәк­тәргә ҡараған. – Эх, ҡара ғына төрткөләр ҙә булһа, күлдәктәр бигерәк матур булыр ине.
– Бәлки, мин ярҙам итә алырмын. – Ҡояш йылы нур-ҡул­дарын бөжәктәргә табан һонған һәм бөжәк­тәрҙең ҡыҙыл күлдәк­тә­рендә ҡара төрткөләр бар­лыҡҡа килгән. – Ба­шы­ғыҙ­ға ла ҡара башлыҡ нығы­раҡ килешер... – тигән дә күҙ асып йом­ғансы әллә ҡайҙан табып өлгөргән башлыҡ­тарҙы бөжәк­тәргә кейҙереп тә ҡуйған.
– Хәҙер, исмаһам, матур­һығыҙ! – Уҫаҡтар бер тауыштан шулай тигән бөжәк­тәргә. – Ҡояш апай ярҙа­мында һеҙ башығыҙға ҡара башлыҡтар кейҙегеҙ, күл­дәктәрегеҙ биҙәкле булды, шуға күрә һеҙгә “ҡояшапай” тигән исем бирһәк, нисек булыр?
– Беҙ риза! Риза! – Бө­жәктәр сәпәкәй сапҡан.
Әйтергә кәрәк, ҡара бө­жәктәр хәҙер беҙ белгән “ҡояша­пай”ҙарға әйләнгән көндө урманда бик-бик күңелле булған, тиҙәр.

Динә ТАЛХИНА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779