Көҙҙөң урмандарға, туғай-ҡырҙарға яңы ғына аяҡ баҫҡан мәле. Уның тылсымлы бумалаһынан төшкән төрлө төҫтәге тамсылары йәшел үлән өҫтөндә әлегә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә. Ә аҡһыл йәшел олонло уҫаҡтарға көҙҙөң ҡулы ныҡлап тейеп өлгөргән. Ағастарҙың ал-ҡыҙыл япраҡтары, тәңкәләрҙе хәтерләтеп, әле һалҡынайып өлгөрмәгән елдәргә үҙҙәренең хәбәрен һөйләй, сылтыратып көлөшә.
Сағыу көҙгө көндә урман йәйгә ҡарағанда ла күркәмерәк, гүзәлерәк төҫлө тойола. Ана, йәшел еләнле ҡайын алтын сулпыларын таҡҡан. Хатта үрмәксе ауҙарында ла йәйғор нурҙары уйнай. Күк йөҙө зәңгәр. Бар тирә-яҡта күҙ ҡамаштырырлыҡ төҫтәр балҡышы. Ара-тирә ҡоштар тауышы ишетелә.
Иҫ китмәле рәхәт көҙгө урманда.
– Урманда күңелле, урманда матур! – Уҫаҡ эргәһендә осоп йөрөгән ҡап-ҡара бөжәктәрҙең береһе шулай тип хәбәрен башлаған да көрһөнөп ҡуйған.
– Ниңә улай ҡаты көрһөнәһең?
– Ниңә көрһөнмәҫкә? Бар тирә-яҡ сағыу төҫтәргә буялған, беҙ генә ҡарасҡы төҫлө ҡап-ҡарабыҙ. Хатта илағым килә бындай ғәҙелһеҙлектән.
– Минең дә, – тип ҡушылған уға өсөнсө бөжәк.
– Минең дә! Минең дә! – тип ҡушылған ҡалғандар һәм уҫаҡ төбөндә үҫкән үләнгә ҡунып, һулҡылдап-һулҡылдап иларға тотонғандар.
Еләҫ елдәр менән күңелле әңгәмә алып барған уҫаҡтар, илау тауышын ишеткәс, хәбәрҙәрен туҡтатып, баштарын эйә биреп, аптырап ҡалған.
– Бындай йылы көҙгө көндә ниндәй илау тауышы ул? – Бөтәһе бер юлы шулай тип ҡысҡырып ебәргән.
Илап-һыҡтап ултырған ҡап-ҡара йән эйәләре бындай ҡәтғи һорауҙан тынып ҡалған.
– Йә, ни булды? Рәтләп кенә һөйләп бирегеҙ! – Уҫаҡтар ергә тағы ла нығыраҡ эйелгән.
Шул ваҡыт бөжәктәр араһынан иң ҡыйыуы ағастарға үҙҙәренең ҡайғыһын һөйләп биргән.
– Улай икән! – Уҫаҡтарҙың иң матуры яғымлы тауыш менән бөжәктәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп иткән. – Әллә берәй күңелһеҙ хәлгә дусар булдығыҙмы икән, тип торабыҙ. Матур күлдәктәр кейергә теләп кенә илайһығыҙ икән, һеҙгә ярҙам итеп була. – Уҫаҡ турайып баҫҡан да: – Рәдле, ҙегелик ағмаҙря, – тип әллә ниндәй сәйер һүҙҙәр әйтә башлаған.
Ул да булмай, елдәр осоп килеп:
– Ярҙам итергә әҙер, – тигәндәр бер тауыштан һәм күҙ асып йомғансы уҫаҡтарҙың әмерен үтәргә тотонғандар: уларҙың япраҡтарын өҙөп алғандар ҙа бөжәктәрҙең арҡаһына йәбештереп ҡуйғандар.
– Ой, ой-йой! Ниндәй матур! – Бөжәктәрҙең шатлығының сиге булмаған.
– Ашыҡмағыҙ, дуҫтар! – Уҫаҡтар иғтибар менән бөжәктәргә ҡараған. – Эх, ҡара ғына төрткөләр ҙә булһа, күлдәктәр бигерәк матур булыр ине.
– Бәлки, мин ярҙам итә алырмын. – Ҡояш йылы нур-ҡулдарын бөжәктәргә табан һонған һәм бөжәктәрҙең ҡыҙыл күлдәктәрендә ҡара төрткөләр барлыҡҡа килгән. – Башығыҙға ла ҡара башлыҡ нығыраҡ килешер... – тигән дә күҙ асып йомғансы әллә ҡайҙан табып өлгөргән башлыҡтарҙы бөжәктәргә кейҙереп тә ҡуйған.
– Хәҙер, исмаһам, матурһығыҙ! – Уҫаҡтар бер тауыштан шулай тигән бөжәктәргә. – Ҡояш апай ярҙамында һеҙ башығыҙға ҡара башлыҡтар кейҙегеҙ, күлдәктәрегеҙ биҙәкле булды, шуға күрә һеҙгә “ҡояшапай” тигән исем бирһәк, нисек булыр?
– Беҙ риза! Риза! – Бөжәктәр сәпәкәй сапҡан.
Әйтергә кәрәк, ҡара бөжәктәр хәҙер беҙ белгән “ҡояшапай”ҙарға әйләнгән көндө урманда бик-бик күңелле булған, тиҙәр.
Динә ТАЛХИНА