Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Устарыма һал һин йөрәгеңде”
“Устарыма һал һин йөрәгеңде”Октябрь мәҙәни ваҡиғаларға бай булды. Улар араһында билдәле шағирә, яҙыусы Дилә Булгакованың “Йыр өҙөлмәй, моң туҡтамай” тигән ижад кисәһе ҙур аншлаг менән үтте. Байрам сараһы Дилә Хәмзә ҡыҙының 80 йәшлек юбилейына арналды.
Сара башланырҙан бер сәғәт алдан уҡ Өфөнөң “Нур” татар театры кассаһында сират хасил булғайны. Ошо уҡ көндә ҡаланың башҡа мәҙәниәт усаҡтарында мөһим саралар барһа ла, Дилә Булгакованың йәнә зал тултырып тамашасыны йыйыуы уның ижады халыҡҡа ни тиклем яҡын булыуы тураһында һөйләй ине.
Эйе, Ҡырмыҫҡалы районының Боҙаяҙ ауылынан сыҡҡан Дилә Хәмзә ҡыҙы, тыуған еренән айырылып ҙур донъяға аяҡ баҫҡанда, ҡасандыр ижад кешеһе булып китермен, ҙур залдар тултырып кисәләр ойошторормон тип башына ла килтермәгәндер. Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тип әйтәләр. Дилә Булгакова ла тыуған ауы­лындағы – ете, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы урта мәктәптән һуң, Өфөлә медицина училищеһын тамамлап, 40 йылдан ашыу ғүмерен ошо өлкәгә арнаған. Медицина менән шиғриәт, ижад йәнәш торған төшөнсәләр булмаһа ла, һәләт тигәне был кәртәләрҙе емереп, Дилә Хәмзә ҡыҙына яңы тормош һулышы бүләк итә һәм ул уны бик оҫта, урынлы файҙалана.
Шулай итеп, Салауат химия комбинатының санитар часында шәфҡәт туташы, Башҡортостан Эске эштәр министрлығына ҡараған дауалау учреждениеһында эшләп, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен медицинаға арнаған ижадсының әҫәрҙәре халыҡ араһында киң тарала, шиғырҙары көйҙәргә һалына.
Дилә Булгакованың һүҙҙәренә яҙылған ике йөҙҙән ашыу йыр бар. Юбилей кисәһендә лә йылдар дауамында халыҡ күңелендә һаҡ­ланған, концерттарҙа йыш башҡа­рылған “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Үпкәләмә”, “Зәңгәр күҙле ҡыҙға”, “Устарыма һал һин йөрәгемде” һәм башҡа йырҙары менән яңылары ла яңғыраны.
Уның тәрән мәғәнәле, йөкмәт­келе шиғырҙарына һалынған йырҙар башҡорт һәм татар сәнғәтендә яңы исемдәр асыуға ла булышлыҡ итә. Шуға ла кисәлә Радик Динәхмәтов, Йәмил Әбдел­мәнов, Илһам Вәлиев, Азамат Тимеров, Дамира Сәйетова һәм башҡа билдәле йырсыларҙың күпләп ҡатнашыуы Дилә Хәмзә ҡыҙына рәхмәт билдәһе сағылышы ине. Әҙибәне ҡотларға тип яҡташы, әлеге ваҡытта Италияла эшләгән билдәле йырсы Рәфис Хөснөт­динов та ҡайтҡайны.
Кисәлә Башҡортостандың Мәҙә­ниәт министрлығынан, Яҙыусылар союзынан тәбрикләү һүҙҙәре булды. Юбилярҙы яҡташтары – Ҡыр­мыҫҡалы район хакимиәте баш­лығы Фәнзил Сыңғыҙов һәм ауылдаштары тәбрикләне. Ҡазандан килгән ҡунаҡ Зөһрә Сәхәбиева Татарстандың Мәҙәниәт министр­лығы, Бөтә донъя татарҙары конгресы, Яҙыусылар союзы, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы исеменән ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Әҙибәнең ҡәләмдәштәре уны ҡояшҡа тиңләп сығыш яһаны. “Нур” татар театры артистары шиғыр һәм хикәйәлә­ренән өҙөктәр уҡыны.
Дилә Булгакова бала саҡтан рәссам булырға хыялланған, нәҡ ошо ижадты һөйөүе әҙәбиәткә алып килгән дә инде. Ул һүрәттәр төшөрөргә лә ярата. Үҙенең олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашып, республикабыҙҙағы татар ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән “Сәхибъ­я­мал” ойошмаһының эшен үҙ иңенә алған.
Яҙыусының әҫәрҙәрендә тәрән фәлсәфә, тәрбиәгә өндәгән аҡыл ята. Уның тормош девизы ла ябай – һүҙҙәр донъяһын байҡап, мең­дәрсә кеше йөрәгенә йылылыҡ өҫтәү, һәм ул ошо юҫыҡта ижад итә лә инде.
Дилә Булгакованың ижадына уның уҡыусыһынан да дөрөҫөрәк баһа биреүсе юҡтыр тип, сараға килгән тамашасыға мөрәжәғәт иттек.
Дилә Булгакованың сираттағы юбилейы ла артта ҡалды. Әммә уның йәш, матур булып ҡалыуы һәм яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылыуы, кеше күңелдәренә дауа эҙләү юлында булыуы һоҡланыу тыуҙыра.

Рәмилә МУСИНА.

Илзирә БӘШӘРОВА, Өфөләге 15-се мәктәптең башҡорт һәм татар теле уҡытыусыһы:
– Яҙыусының ижады менән танышыуым “Тотҡондар яҙмышы” әҫәрен уҡыуҙан башланды. Хәҙер бөтә китаптарын яратып уҡып барам. Шулай уҡ уҡыусыларымды ла уның ижады менән таныштырам. 2009 йылда мәктәпкә осра­шыуға килде. Уның бөтә поэзияһы ла, прозаһы ла уҡыусыһын ниндәй яҙмышҡа дусар булған хәлдә лә кеше булып ҡалырға өндәй.

Тәнзилә НАЗАРОВА, хаҡлы ялда:
– Беҙ Дилә апай менән “Сә­хибъя­мал” ойошмаһына йөрөйбөҙ. Мин уның шиғырҙарын, хикәйә­ләрен яратып уҡыйым. Йырҙары ла эстәлекле, ғөмүмән, мәңгелек. Әҙибә кеше яҙмыштары тураһын­да тәрән фекер йөрөтә. Респуб­ликабыҙҙың бөгөнгө осорҙа ижад иткән иң һәләтле ҡатын-ҡыҙҙа­рының береһе ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779