Октябрь мәҙәни ваҡиғаларға бай булды. Улар араһында билдәле шағирә, яҙыусы Дилә Булгакованың “Йыр өҙөлмәй, моң туҡтамай” тигән ижад кисәһе ҙур аншлаг менән үтте. Байрам сараһы Дилә Хәмзә ҡыҙының 80 йәшлек юбилейына арналды.Сара башланырҙан бер сәғәт алдан уҡ Өфөнөң “Нур” татар театры кассаһында сират хасил булғайны. Ошо уҡ көндә ҡаланың башҡа мәҙәниәт усаҡтарында мөһим саралар барһа ла, Дилә Булгакованың йәнә зал тултырып тамашасыны йыйыуы уның ижады халыҡҡа ни тиклем яҡын булыуы тураһында һөйләй ине.
Эйе, Ҡырмыҫҡалы районының Боҙаяҙ ауылынан сыҡҡан Дилә Хәмзә ҡыҙы, тыуған еренән айырылып ҙур донъяға аяҡ баҫҡанда, ҡасандыр ижад кешеһе булып китермен, ҙур залдар тултырып кисәләр ойошторормон тип башына ла килтермәгәндер. Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тип әйтәләр. Дилә Булгакова ла тыуған ауылындағы – ете, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы урта мәктәптән һуң, Өфөлә медицина училищеһын тамамлап, 40 йылдан ашыу ғүмерен ошо өлкәгә арнаған. Медицина менән шиғриәт, ижад йәнәш торған төшөнсәләр булмаһа ла, һәләт тигәне был кәртәләрҙе емереп, Дилә Хәмзә ҡыҙына яңы тормош һулышы бүләк итә һәм ул уны бик оҫта, урынлы файҙалана.
Шулай итеп, Салауат химия комбинатының санитар часында шәфҡәт туташы, Башҡортостан Эске эштәр министрлығына ҡараған дауалау учреждениеһында эшләп, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен медицинаға арнаған ижадсының әҫәрҙәре халыҡ араһында киң тарала, шиғырҙары көйҙәргә һалына.
Дилә Булгакованың һүҙҙәренә яҙылған ике йөҙҙән ашыу йыр бар. Юбилей кисәһендә лә йылдар дауамында халыҡ күңелендә һаҡланған, концерттарҙа йыш башҡарылған “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Үпкәләмә”, “Зәңгәр күҙле ҡыҙға”, “Устарыма һал һин йөрәгемде” һәм башҡа йырҙары менән яңылары ла яңғыраны.
Уның тәрән мәғәнәле, йөкмәткеле шиғырҙарына һалынған йырҙар башҡорт һәм татар сәнғәтендә яңы исемдәр асыуға ла булышлыҡ итә. Шуға ла кисәлә Радик Динәхмәтов, Йәмил Әбделмәнов, Илһам Вәлиев, Азамат Тимеров, Дамира Сәйетова һәм башҡа билдәле йырсыларҙың күпләп ҡатнашыуы Дилә Хәмзә ҡыҙына рәхмәт билдәһе сағылышы ине. Әҙибәне ҡотларға тип яҡташы, әлеге ваҡытта Италияла эшләгән билдәле йырсы Рәфис Хөснөтдинов та ҡайтҡайны.
Кисәлә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан, Яҙыусылар союзынан тәбрикләү һүҙҙәре булды. Юбилярҙы яҡташтары – Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һәм ауылдаштары тәбрикләне. Ҡазандан килгән ҡунаҡ Зөһрә Сәхәбиева Татарстандың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя татарҙары конгресы, Яҙыусылар союзы, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы исеменән ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Әҙибәнең ҡәләмдәштәре уны ҡояшҡа тиңләп сығыш яһаны. “Нур” татар театры артистары шиғыр һәм хикәйәләренән өҙөктәр уҡыны.
Дилә Булгакова бала саҡтан рәссам булырға хыялланған, нәҡ ошо ижадты һөйөүе әҙәбиәткә алып килгән дә инде. Ул һүрәттәр төшөрөргә лә ярата. Үҙенең олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашып, республикабыҙҙағы татар ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән “Сәхибъямал” ойошмаһының эшен үҙ иңенә алған.
Яҙыусының әҫәрҙәрендә тәрән фәлсәфә, тәрбиәгә өндәгән аҡыл ята. Уның тормош девизы ла ябай – һүҙҙәр донъяһын байҡап, меңдәрсә кеше йөрәгенә йылылыҡ өҫтәү, һәм ул ошо юҫыҡта ижад итә лә инде.
Дилә Булгакованың ижадына уның уҡыусыһынан да дөрөҫөрәк баһа биреүсе юҡтыр тип, сараға килгән тамашасыға мөрәжәғәт иттек.
Дилә Булгакованың сираттағы юбилейы ла артта ҡалды. Әммә уның йәш, матур булып ҡалыуы һәм яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылыуы, кеше күңелдәренә дауа эҙләү юлында булыуы һоҡланыу тыуҙыра.
Рәмилә МУСИНА.Илзирә БӘШӘРОВА, Өфөләге 15-се мәктәптең башҡорт һәм татар теле уҡытыусыһы:– Яҙыусының ижады менән танышыуым “Тотҡондар яҙмышы” әҫәрен уҡыуҙан башланды. Хәҙер бөтә китаптарын яратып уҡып барам. Шулай уҡ уҡыусыларымды ла уның ижады менән таныштырам. 2009 йылда мәктәпкә осрашыуға килде. Уның бөтә поэзияһы ла, прозаһы ла уҡыусыһын ниндәй яҙмышҡа дусар булған хәлдә лә кеше булып ҡалырға өндәй.
Тәнзилә НАЗАРОВА, хаҡлы ялда:– Беҙ Дилә апай менән “Сәхибъямал” ойошмаһына йөрөйбөҙ. Мин уның шиғырҙарын, хикәйәләрен яратып уҡыйым. Йырҙары ла эстәлекле, ғөмүмән, мәңгелек. Әҙибә кеше яҙмыштары тураһында тәрән фекер йөрөтә. Республикабыҙҙың бөгөнгө осорҙа ижад иткән иң һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарының береһе ул.