Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Француз исемле башҡорт сатиригы еңеүе
Француз исемле башҡорт сатиригы еңеүеГерманияның Майндағы Франкфурт ҡалаһынан бик яҡшы хәбәр килде. Де Ришелье исемендәге халыҡ-ара әҙәби-нәфис бәйгенең һөҙөмтәләре буйынса, күренекле Рәсәй яҙыусыһы, сатиригы, шағир һәм публицист Марсель Сәлимов “Шиғриәт” номинацияһының лауреаты һәм “Төньяҡ амурҙары вариҫтары” шиғыры өсөн “Бриллиант Дюк”ка лайыҡ булды (ул “Франция, мөхәббәтем минең” проекты нигеҙендә башҡортсанан тәржемә ителде.)

Был – Одесса ҡалаһына нигеҙ һалған герцог Эммануэль Арман де Решилье исемен йөрөткән халыҡ-ара бәйге, ул 1998 йылдан алып GLORIA Халыҡ-ара әҙә­биәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ассоциацияһы тарафынан үткә­релә. Штаб-фатиры Майндағы Франкфурт ҡалаһында урынлаш­ҡан был конкурс “Ҡотҡар һәм һаҡ­ла” мәҙәни проектына ярашлы башланған. Сараны донъя­ның һигеҙ ҡалаһының вәкилдәре менән берлектә күренекле ша­ғирә, журналист һәм сәнғәт әһеле Елена Ананьева етәкләй һәм ойоштора. Ул иһә сығышы менән Одессанан. Үҙ эсенә күп яҡлы бәйгеләрҙе алған был конкурс үҙәк, төбәк һәм урындағы мәҙә­ниәт, сәнғәт бүлектәре ярҙа­мында асыҡ финалдар рәүе­шендә уҙғарыла. Йола буйынса, һәр йылдың сентяб­рендә ҡала көнөндә “Одессаның көнбайыш һәм көнсығыш сәнғәте музе­йы”нда тантаналы рәүештә де Ришелье исемендәге халыҡ-ара бәй­генең еңеүселәре иғлан ителә.
Быйыл унда күренекле сатири­гыбыҙ менән бергә “Бриллиант Дюк”ты тағы ла Анатолий Аврутин (Минск, Белоруссия), Эдуард Амчиславский (Нью-Йорк, АҠШ), Гурген Баренц (Хьюстон, АҠШ), Ристо Василевский (Смедерово, Сербия), Светлана Дион (Мадрид, Испания), Татьяна менән Сергей Дзюбалар (Чернигов, Украина), Михаил Спивак (Виннипег, Канада), Мәскәүҙән Александр Хорт һәм башҡа яҙыусы, шағир, публицистар яуланы.
Ә Марсель Сәлимовтың 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеү­ҙең 200 йыллығына арналған “Француз исемле башҡорт сатири­гының амур уҡтары” тигән шиғри циклы иһә Мәскәүҙең “Хәҙерге урыҫ әҙәбиәте” йыйын­тығында француз телендә баҫылып сыҡты.
– Мәскәүҙә Евразия халыҡтары ассамблеяһының I съезында мин Франциянан килгән ғәжәп ҡыҙыҡ­лы шәхес менән осраштым. Ул “Франк Рәсәй диалогы” ассоциа­цияһының вице-президенты, Евразия халыҡ­тары ассамблея­һының рәйестәше Бернар Лозе ине, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Марсель Шәйнур улы. – Ә мсье Бернар “Ни өсөн исемең французса?” тип һорағас, мин уға “Төньяҡ амурҙарының вариҫтары” тигән шиғырымдың французсаға тәржемәһен уҡыт­тым һәм ул шиғырымдан ҡәнәғәт булмаҫ тип көттөм. Ә ул ҡулымды ҡыҫты ла: “Супер, мсье Марсель! Шулай булды ла: көтөлмәгәндә Рәсәйгә килгән “ҡунаҡ” Наполеонды башҡорт­тар өйөнә тиклем дөрөҫ “оҙатты!” – тип шат­лығын йәшермәне.
Әйткәндәй, ижади камиллығы, әүҙем әҙәби эшмәкәрлеге, әҙә­биәт, мәҙәниәт, ағартыу эшенә һәм гуманизм йолаларына тоғ­ролоғо өсөн Марсель Сәлимов “Генрих Бёллдың Халыҡ-ара миҙалы” менән бүләк­ләнде. Ул шулай уҡ Евразия әҙәбиә­тен тулыландырғаны, халыҡ-ара мәҙәни проекттарҙа әүҙем ҡат­наш­ҡаны һәм ижади ҡаҙаныш­тары өсөн Германияның Әҙәби­әт, сәнғәт, коммуникациялар ха­лыҡ-ара академия­һының ағзаһы итеп һайланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779