Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһынан бик яҡшы хәбәр килде. Де Ришелье исемендәге халыҡ-ара әҙәби-нәфис бәйгенең һөҙөмтәләре буйынса, күренекле Рәсәй яҙыусыһы, сатиригы, шағир һәм публицист Марсель Сәлимов “Шиғриәт” номинацияһының лауреаты һәм “Төньяҡ амурҙары вариҫтары” шиғыры өсөн “Бриллиант Дюк”ка лайыҡ булды (ул “Франция, мөхәббәтем минең” проекты нигеҙендә башҡортсанан тәржемә ителде.)Был – Одесса ҡалаһына нигеҙ һалған герцог Эммануэль Арман де Решилье исемен йөрөткән халыҡ-ара бәйге, ул 1998 йылдан алып GLORIA Халыҡ-ара әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ассоциацияһы тарафынан үткәрелә. Штаб-фатиры Майндағы Франкфурт ҡалаһында урынлашҡан был конкурс “Ҡотҡар һәм һаҡла” мәҙәни проектына ярашлы башланған. Сараны донъяның һигеҙ ҡалаһының вәкилдәре менән берлектә күренекле шағирә, журналист һәм сәнғәт әһеле Елена Ананьева етәкләй һәм ойоштора. Ул иһә сығышы менән Одессанан. Үҙ эсенә күп яҡлы бәйгеләрҙе алған был конкурс үҙәк, төбәк һәм урындағы мәҙәниәт, сәнғәт бүлектәре ярҙамында асыҡ финалдар рәүешендә уҙғарыла. Йола буйынса, һәр йылдың сентябрендә ҡала көнөндә “Одессаның көнбайыш һәм көнсығыш сәнғәте музейы”нда тантаналы рәүештә де Ришелье исемендәге халыҡ-ара бәйгенең еңеүселәре иғлан ителә.
Быйыл унда күренекле сатиригыбыҙ менән бергә “Бриллиант Дюк”ты тағы ла Анатолий Аврутин (Минск, Белоруссия), Эдуард Амчиславский (Нью-Йорк, АҠШ), Гурген Баренц (Хьюстон, АҠШ), Ристо Василевский (Смедерово, Сербия), Светлана Дион (Мадрид, Испания), Татьяна менән Сергей Дзюбалар (Чернигов, Украина), Михаил Спивак (Виннипег, Канада), Мәскәүҙән Александр Хорт һәм башҡа яҙыусы, шағир, публицистар яуланы.
Ә Марсель Сәлимовтың 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүҙең 200 йыллығына арналған “Француз исемле башҡорт сатиригының амур уҡтары” тигән шиғри циклы иһә Мәскәүҙең “Хәҙерге урыҫ әҙәбиәте” йыйынтығында француз телендә баҫылып сыҡты.
– Мәскәүҙә Евразия халыҡтары ассамблеяһының I съезында мин Франциянан килгән ғәжәп ҡыҙыҡлы шәхес менән осраштым. Ул “Франк Рәсәй диалогы” ассоциацияһының вице-президенты, Евразия халыҡтары ассамблеяһының рәйестәше Бернар Лозе ине, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Марсель Шәйнур улы. – Ә мсье Бернар “Ни өсөн исемең французса?” тип һорағас, мин уға “Төньяҡ амурҙарының вариҫтары” тигән шиғырымдың французсаға тәржемәһен уҡыттым һәм ул шиғырымдан ҡәнәғәт булмаҫ тип көттөм. Ә ул ҡулымды ҡыҫты ла: “Супер, мсье Марсель! Шулай булды ла: көтөлмәгәндә Рәсәйгә килгән “ҡунаҡ” Наполеонды башҡорттар өйөнә тиклем дөрөҫ “оҙатты!” – тип шатлығын йәшермәне.
Әйткәндәй, ижади камиллығы, әүҙем әҙәби эшмәкәрлеге, әҙәбиәт, мәҙәниәт, ағартыу эшенә һәм гуманизм йолаларына тоғролоғо өсөн Марсель Сәлимов “Генрих Бёллдың Халыҡ-ара миҙалы” менән бүләкләнде. Ул шулай уҡ Евразия әҙәбиәтен тулыландырғаны, халыҡ-ара мәҙәни проекттарҙа әүҙем ҡатнашҡаны һәм ижади ҡаҙаныштары өсөн Германияның Әҙәбиәт, сәнғәт, коммуникациялар халыҡ-ара академияһының ағзаһы итеп һайланды.