Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан – ғәзиз тыуған илем! Ғүмер баҡый һөйәм үҙеңде!
Башҡортостан – ғәзиз тыуған илем! Ғүмер баҡый һөйәм үҙеңде!Күптән бындай шиғыр байрамдары уҙғаны юҡ ине. Был осраҡта кисәлә яңғыраған шиғырҙарҙың кимәле, сығыштарҙың үҙенсәлеклеге тураһында һүҙ йөрөтмәйем, сөнки башҡорт шиғриәте бер ҡасан да талантһыҙ булғаны юҡ. Бөркөт рухлы, йылғаларҙай тәрән һулышлы, ҡаяларҙай ҡеүәтле һүҙ сәнғәтебеҙҙең даны уҙған быуаттарҙа уҡ үҙен танытҡан. Әммә, ғәҙәттә, һуңғы йылдарҙағы шиғыр кисәләренән депрессияға юлыҡҡан һымаҡ ҡайтыла торғайны: зарланабыҙ, һыҡтайбыҙ, ҡылҡумыҙҙың бер үк ҡылында сиртәбеҙ. Ә был юлы кисәлә төрлө жанрҙағы шиғырҙар ғына яңғырап ҡалманы, ә уларҙың мотивы ла, рухы ла төрлө булды. Етмәһә, талантлы йәштәребеҙ, бигерәк тә егеттәрҙең сәхнә тултырып баҫыуы ҡанатландырҙы, дәртләндерҙе, тетрәндерҙе.


Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, барыһын да байрам менән ҡотлап, һүҙҙе тәбрикләүҙән башланы. Маҡтау ҡағыҙҙары менән шағирҙар Хәсән Назар, Хисмәтулла Юлдашев, Лилиә Ҡәйепова, Ғәлиә Кәлимуллина, Ринат Сөләймәнов, Илгиз Ишбулатов, прозаиктар Гөлсирә Ғиззәтуллина, Шәүрә Шәкүрова, Эдуард Байков, Марат Әминев, Гөлнара Мостафина бүләкләнеүен дә иҫәпкә алһаҡ, заманыбыҙ ҡәләм оҫталарының хеҙмәтен дә баһалап үтеүен танырбыҙ. Мәҙәниәт министрлығы вәкиле, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Марат Ғилманов, тәбрикләү һүҙҙәре менән бергә, һәр заманда ла шағир үҙ һүҙен әйтеп килеүен, һүҙ сәнғәте аша халҡыбыҙҙың көсө сағылыуын билдәләне.
Башҡортостан – ғәзиз тыуған илем! Ғүмер баҡый һөйәм үҙеңде!Төрлө быуын шағирҙары һәр береһе тап ошо көн хаҡында йөрәк ауазын еткерҙе, һыҙланыуҙары менән уртаҡ­лашты, шатлыҡтарын йырланы. Башҡорт­остандың халыҡ шағирҙары Марат Кәримов, Ҡәҙим Аралбаев, Хәсән Назар, Гөлфиә Юнысованың сығышын залда­ғылар бик яратып тыңланы. Ғәҙәттәгесә, Марат ағай нескә юмор аша яҡты тойғолар хаҡында һөйләһә, Ҡәҙим ағай рух яҙыуын еткерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас нескәлек менән тыуған яҡҡа һөйөү шиғырҙарын уҡыны Гөлфиә апай. Хәсән ағайҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр шиғри образ сәсән телле халҡыбыҙҙың ауазы кеүек яңғыраны.
Башҡортостан – ошо төбәктә йәшәгән һәр ижадсы өсөн иң ғәзиз төбәк. Татар телендә ижад иткәндәр ана нисек дан йырланы тыуған еребеҙгә!
Башҡортостан, мин бит һиндә тыуған
Үҙ еренә ғашиҡ бер улың.
Бар халыҡтар һиндә матур йәшәй,
Бәхет өсөн асыҡ һәр юлың!
Башҡортостан – ғәзиз тыуған илем! Ғүмер баҡый һөйәм үҙеңде!Ошо йырҙы һәр саҡ Ришат Төхвәтуллин башҡарыуында күҙгә йәш төйөлөп тың­лайым. Баҡтиһәң, һүҙҙәренең авторы ша­ғир Венер Фәттәхов икән дә!
Фәниә Ғәби­ҙуллина, Миҙхәт Әбдел­мәнов, Светлана Васикова, Руслан Сөләй­мәнов туған тел­дәрендә Башҡорт­останыбыҙға дан йырланы. Беләһегеҙме, һәр өндөң, һәр телдең “Башҡортостан” һүҙе менән башланыуы йәнде таҙартып, күҙҙән йәш булып тамды.
Ә урыҫса ижад итеүселәребеҙ ниндәй тамаша ҡорҙо! Быны күрергә кәрәк ине. Сергей Янаки, Кристина Андрианова, Светлана Ғәфүрова, Александр Хватков, Иван Шириня залға аҙан моңдары, сир­кәүҙең ҡыңғырау тауыштары аша замана республикаһын күҙ алдына баҫтырҙы.
Йырсылар Венер Камалов, Лина Ғәниева, Илгиз Абдрахманов байрамды Өфө, тыуған яҡ, туғанлыҡ хистәре хаҡындағы йырҙар менән биҙәне.
Башҡортостан – ғәзиз тыуған илем! Ғүмер баҡый һөйәм үҙеңде!Шағирҙар Рәшит Шәкүр, Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышева, Дилә Булгакова, Риф Мифтахов, Марсель Сәлимов, Зөфәр Вәлит, Радик Хәкимйән, Лилиә Ҡәйепова, Хисмәт Юлдашев, Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Алмас Шаммасов сығыштарында үҙҙәрен ошо ерҙең бер өлөшө, айырылғыһыҙ бер биҙәге икәнен шиғри һүҙ менән аңлатты. Күреп тораһығыҙ, сәхнәгә күптәр күтәрелде, кисә ялҡытып та китергә тейеш кеүек ине, әммә әллә барыһы ла был көндә шиғыр аһәңенә сумғайны, әллә Башҡортостаныбыҙға булған мөнәсәбәттәр йөрәктәрҙе бәйләне, ике сәғәттән ашыу барған тамашаның үткәне лә һиҙелмәне.
Башҡортостан – ғәзиз тыуған илем! Ғүмер баҡый һөйәм үҙеңде!Рәшит Зәйнуллин, Ринат Сөләймәнов, Илгиз Ишбулатов, Денис Ғилманов сәхнәгә күмәкләп сығып, ялҡынлы шиғырҙарын уҡый башлағайны, ниндәй дәрт, рухи көс таралды тамаша залына. Егеттәр килә башҡорт шиғриәтенә, тип ҡыуанып ултырҙыҡ. Ә инде М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты студенттары һүҙ алғайны, ҡыуанысыбыҙ тағы ла артты: Ислам Төхвәтуллин, Айбулат Сәсәнбаев, Артур Ғабдуллин, Айгөл Йәмилева, Динә Солтанова матур көҙ кисенең һулышын ошо залға алып инде, тыуған еренә булған һөйөүен, йәштәрсә мөнәсәбәтен еткерҙе. Байрамды шағирҙар Ғәлиә Кәлимуллина менән Денис Ғилманов бик йәнле һәм йылы итеп алып барҙы.
Тағы ла бер тапҡыр йөрәгем менән ҡабатлайым: беҙҙең дәүләтебеҙ, республикабыҙ бар, шунда телебеҙгә яңы заманса киңлектәр асылһын, еребеҙҙә арҡабыҙҙы төҙ тотоп йәшәргә насип булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 955

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 860

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 784