Күптән бындай шиғыр байрамдары уҙғаны юҡ ине. Был осраҡта кисәлә яңғыраған шиғырҙарҙың кимәле, сығыштарҙың үҙенсәлеклеге тураһында һүҙ йөрөтмәйем, сөнки башҡорт шиғриәте бер ҡасан да талантһыҙ булғаны юҡ. Бөркөт рухлы, йылғаларҙай тәрән һулышлы, ҡаяларҙай ҡеүәтле һүҙ сәнғәтебеҙҙең даны уҙған быуаттарҙа уҡ үҙен танытҡан. Әммә, ғәҙәттә, һуңғы йылдарҙағы шиғыр кисәләренән депрессияға юлыҡҡан һымаҡ ҡайтыла торғайны: зарланабыҙ, һыҡтайбыҙ, ҡылҡумыҙҙың бер үк ҡылында сиртәбеҙ. Ә был юлы кисәлә төрлө жанрҙағы шиғырҙар ғына яңғырап ҡалманы, ә уларҙың мотивы ла, рухы ла төрлө булды. Етмәһә, талантлы йәштәребеҙ, бигерәк тә егеттәрҙең сәхнә тултырып баҫыуы ҡанатландырҙы, дәртләндерҙе, тетрәндерҙе. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, барыһын да байрам менән ҡотлап, һүҙҙе тәбрикләүҙән башланы. Маҡтау ҡағыҙҙары менән шағирҙар Хәсән Назар, Хисмәтулла Юлдашев, Лилиә Ҡәйепова, Ғәлиә Кәлимуллина, Ринат Сөләймәнов, Илгиз Ишбулатов, прозаиктар Гөлсирә Ғиззәтуллина, Шәүрә Шәкүрова, Эдуард Байков, Марат Әминев, Гөлнара Мостафина бүләкләнеүен дә иҫәпкә алһаҡ, заманыбыҙ ҡәләм оҫталарының хеҙмәтен дә баһалап үтеүен танырбыҙ. Мәҙәниәт министрлығы вәкиле, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Марат Ғилманов, тәбрикләү һүҙҙәре менән бергә, һәр заманда ла шағир үҙ һүҙен әйтеп килеүен, һүҙ сәнғәте аша халҡыбыҙҙың көсө сағылыуын билдәләне.
Төрлө быуын шағирҙары һәр береһе тап ошо көн хаҡында йөрәк ауазын еткерҙе, һыҙланыуҙары менән уртаҡлашты, шатлыҡтарын йырланы. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Марат Кәримов, Ҡәҙим Аралбаев, Хәсән Назар, Гөлфиә Юнысованың сығышын залдағылар бик яратып тыңланы. Ғәҙәттәгесә, Марат ағай нескә юмор аша яҡты тойғолар хаҡында һөйләһә, Ҡәҙим ағай рух яҙыуын еткерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас нескәлек менән тыуған яҡҡа һөйөү шиғырҙарын уҡыны Гөлфиә апай. Хәсән ағайҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр шиғри образ сәсән телле халҡыбыҙҙың ауазы кеүек яңғыраны.
Башҡортостан – ошо төбәктә йәшәгән һәр ижадсы өсөн иң ғәзиз төбәк. Татар телендә ижад иткәндәр ана нисек дан йырланы тыуған еребеҙгә!
Башҡортостан, мин бит һиндә тыуған
Үҙ еренә ғашиҡ бер улың.
Бар халыҡтар һиндә матур йәшәй,
Бәхет өсөн асыҡ һәр юлың!
Ошо йырҙы һәр саҡ Ришат Төхвәтуллин башҡарыуында күҙгә йәш төйөлөп тыңлайым. Баҡтиһәң, һүҙҙәренең авторы шағир Венер Фәттәхов икән дә!
Фәниә Ғәбиҙуллина, Миҙхәт Әбделмәнов, Светлана Васикова, Руслан Сөләймәнов туған телдәрендә Башҡортостаныбыҙға дан йырланы. Беләһегеҙме, һәр өндөң, һәр телдең “Башҡортостан” һүҙе менән башланыуы йәнде таҙартып, күҙҙән йәш булып тамды.
Ә урыҫса ижад итеүселәребеҙ ниндәй тамаша ҡорҙо! Быны күрергә кәрәк ине. Сергей Янаки, Кристина Андрианова, Светлана Ғәфүрова, Александр Хватков, Иван Шириня залға аҙан моңдары, сиркәүҙең ҡыңғырау тауыштары аша замана республикаһын күҙ алдына баҫтырҙы.
Йырсылар Венер Камалов, Лина Ғәниева, Илгиз Абдрахманов байрамды Өфө, тыуған яҡ, туғанлыҡ хистәре хаҡындағы йырҙар менән биҙәне.
Шағирҙар Рәшит Шәкүр, Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышева, Дилә Булгакова, Риф Мифтахов, Марсель Сәлимов, Зөфәр Вәлит, Радик Хәкимйән, Лилиә Ҡәйепова, Хисмәт Юлдашев, Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Алмас Шаммасов сығыштарында үҙҙәрен ошо ерҙең бер өлөшө, айырылғыһыҙ бер биҙәге икәнен шиғри һүҙ менән аңлатты. Күреп тораһығыҙ, сәхнәгә күптәр күтәрелде, кисә ялҡытып та китергә тейеш кеүек ине, әммә әллә барыһы ла был көндә шиғыр аһәңенә сумғайны, әллә Башҡортостаныбыҙға булған мөнәсәбәттәр йөрәктәрҙе бәйләне, ике сәғәттән ашыу барған тамашаның үткәне лә һиҙелмәне.
Рәшит Зәйнуллин, Ринат Сөләймәнов, Илгиз Ишбулатов, Денис Ғилманов сәхнәгә күмәкләп сығып, ялҡынлы шиғырҙарын уҡый башлағайны, ниндәй дәрт, рухи көс таралды тамаша залына. Егеттәр килә башҡорт шиғриәтенә, тип ҡыуанып ултырҙыҡ. Ә инде М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты студенттары һүҙ алғайны, ҡыуанысыбыҙ тағы ла артты: Ислам Төхвәтуллин, Айбулат Сәсәнбаев, Артур Ғабдуллин, Айгөл Йәмилева, Динә Солтанова матур көҙ кисенең һулышын ошо залға алып инде, тыуған еренә булған һөйөүен, йәштәрсә мөнәсәбәтен еткерҙе. Байрамды шағирҙар Ғәлиә Кәлимуллина менән Денис Ғилманов бик йәнле һәм йылы итеп алып барҙы.
Тағы ла бер тапҡыр йөрәгем менән ҡабатлайым: беҙҙең дәүләтебеҙ, республикабыҙ бар, шунда телебеҙгә яңы заманса киңлектәр асылһын, еребеҙҙә арҡабыҙҙы төҙ тотоп йәшәргә насип булһын!