Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләтте донъяла нимәләр таныта?
Заманында урамдарында башҡортса хатта һөйләшеп тә булмаған Белоретта туған телебеҙҙә гәзит астырыуға өлгәшкәс, ауыр аҡыллы бер ағай ипләп кенә:
— Күрәһеңме, һылыу, анау диләнкәлә үҫеп килгән йәш ағаслыҡты? Бер тигеҙ генә үҫеп киләләр, ниндәй ағас булһа ла. Береһе һонолоп үҫеп киттеме, йә йәшен ата, йә дауыл йыға – яҡлаусы юҡ. Һупаймай ғына, яйлап ҡына халыҡ менән бергә-бергә күтәрелегеҙ, – тине.

***
Белоретта бер белгес нисә инһәң дә гел инглизсә гәзит уҡып тик ултырған була ине. Ҡатыны — мәрйә. Башҡорт гәзите сығара башлағас, нимәгә ул башҡорт теле, инглизсә сығарһаң, аңлар инем, тигән булды. Ике-өс йылдан тегене фалиж һуҡты, тәүбә. Класташы уны күрә барған икән, ҡатыны: “Башҡортса һөйләшегеҙ, урыҫса әйткәнде аңламай”, – тигән. Бына шулай – туған тел хәлдәре...

***
Динле кеше Алланан ҡурҡҡан өсөн түгел, ә Аллаһ биргән ҡанундар үҙен һаҡлар, яҡлар өсөн бирелгәнен аңлап эсмәй, сөнки Исламда сәләмәтлеккә зыян килтергән ғәмәлдәр, үҙеңдең ғүмереңде ҡыйыу тыйыла. Сәләмәтлеккә аңлы рәүештә зыян килтереү – үҙеңде яйлап үлтереү ул. Мосолман шуның өсөн эсмәй. Күпселек эсмәгәс, ышанма­ғаны ла ошо тәртипкә буйһона.

***
Йорт түгел, күрше һатып ал, ти хал­ҡыбыҙ. Күп ҡатлы йортта ни – күршенең кеме юҡ! Шуныһы бар – хәҙер кеше күршеләрен йыш ҡына хатта белмәй ҙә... Бер ауыл түгел, бер ҡасаба халыҡ һыя бит ҡайһы саҡ йортҡа!

***
Беҙҙең Инйәр – ҡатай һөйләше! Бына бер миҫал:
“Анау үнәрһеҙләр төнәгөн ауһар­ланып, аралта бәкәт кенә көтөккә талашып, шәкәшеп киткәннәр ҙә тараҡ палтаны еппәргәннәр пер-перенә, ҫалғаннар елкәләренә, переһенең күҙелтереген онтағаннар. Ярай яҡлыла буған, хәрентәшләре күреп ҡаған”.

***
Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн байтаҡ­тарҙың динлелеге түбәтәй-яулыҡ, һаҡал, тәһәрәт тирәһенән һирәк үтә. Аҡмулла әйткән:
Иң әүүәл паклау кәрәк эстең керен,
Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.
Аһ, дәриға! Эс таҙарһын,
эс таҙарһын!
Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем.
Эс таҙармаһа, элекке урыҫ мужик­тарыныҡы кеүек йөнгә батып, ялбырап торған көрәк һаҡал үҫтереүҙәр, яулыҡҡа төрөнөүҙәр Аллаһ алдындағы хеҙмәт түгелдер.

***
Ислам менән ғәрәпте айырым ҡарарға кәрәк. Ғәрәптәр Исламды үҙ мәнфә­ғә­тендә файҙаланған, әле лә файҙала­нырға маташыу бар. Тап шулар “радикаль” тигән ағымды тарата ла инде. Еңеп китеп барған идеология һәр саҡ бөтөнөһөн бер үлсәмгә һалырға тырыша – шулай буйһондороп тотоу анһатыраҡ. Бөгөн глобалләштереү шундай.
Ғәрәптә ҡурай юҡ, ҡымыҙ юҡ, йырлап та бармайҙар. Башҡортто ошо ҡалыпҡа һалдыртырға маташыу – ул милли йөҙөбөҙҙө юғалттырырға маташыу.

***
Күҙ алдына килтерегеҙ – беҙ барлыҡ төрки донъянан бары телебеҙ менән генә айырылһаҡ, телебеҙҙе диалект ҡына тип раҫларҙар ине. Беҙ мосолман ғәрәп донъяһынан бары телебеҙ менән генә айырылһаҡ, беҙҙе фәҡәт төҫһөҙ-йөҙһөҙ бер мосолман халҡы тип кенә ҡарарҙар ине. Әгәр урыҫтан бары телебеҙ менән генә айырылһаҡ, беҙҙе урыҫтың бер ҡәүеме тип кенә танырҙар ине.
Милләттәрҙе милләт тип таныр өсөн кәмендә башҡаларҙан айырып торған өс сифат булырға тейеш (донъя крите­рийҙары буйынса) – әйтәйек, ауыҙ-тел ижады, музыка ҡоралы, аш-һыу, ха­лыҡтың атамаһы бирелгән айырым то­ҡомло мал (башҡорт аты, башҡорт бал ҡорто һ.б.). Ошоларҙы юғалтыу милләтте милләт тип таныуҙы юҡҡа сығара.

***
Ислам динендә милләт юҡ тигәне – Алланың бар милләттәргә лә бер тигеҙ итеп ҡарауы, милләттәрҙең үҙ-ара ихти­рамлы мөнәсәбәте тип аңларға кәрәк. Диндә раса, милләт нигеҙендә ҡыйыр­һытыуҙар ғәйепләнә. Бар милләттәр ҙә ер­гә тиң хоҡуҡлы булыр өсөн килгән. Һәм­мә милләттәр, төрлө сәскәләр кеүек, Ер шарында бер матур гөлләмә тәшкил итә.
Мәгәр ғаилә ҡорғанда милләткә иғтибар итеү бик кәрәк. Милләт ул тәбиғәттәге бер сәскә кеүек. Мәҫәлән, рауза сәскәһе. Уны ҡайҙа ултыртһаң да рауза булып үҫә, рауза булып сәскә ата. Умырзая менән дә, боланут менән дә ҡатнаш­май. Уның үҫер өсөн тейешле мө­хите, шарт­тары булыуы кәрәк.
Милләт тә шулай – үҙен һаҡ­ларға, үҫтерергә тейеш.

Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780