Милләтте донъяла нимәләр таныта?04.10.2017
Заманында урамдарында башҡортса хатта һөйләшеп тә булмаған Белоретта туған телебеҙҙә гәзит астырыуға өлгәшкәс, ауыр аҡыллы бер ағай ипләп кенә:
— Күрәһеңме, һылыу, анау диләнкәлә үҫеп килгән йәш ағаслыҡты? Бер тигеҙ генә үҫеп киләләр, ниндәй ағас булһа ла. Береһе һонолоп үҫеп киттеме, йә йәшен ата, йә дауыл йыға – яҡлаусы юҡ. Һупаймай ғына, яйлап ҡына халыҡ менән бергә-бергә күтәрелегеҙ, – тине.
***
Белоретта бер белгес нисә инһәң дә гел инглизсә гәзит уҡып тик ултырған була ине. Ҡатыны — мәрйә. Башҡорт гәзите сығара башлағас, нимәгә ул башҡорт теле, инглизсә сығарһаң, аңлар инем, тигән булды. Ике-өс йылдан тегене фалиж һуҡты, тәүбә. Класташы уны күрә барған икән, ҡатыны: “Башҡортса һөйләшегеҙ, урыҫса әйткәнде аңламай”, – тигән. Бына шулай – туған тел хәлдәре...
***
Динле кеше Алланан ҡурҡҡан өсөн түгел, ә Аллаһ биргән ҡанундар үҙен һаҡлар, яҡлар өсөн бирелгәнен аңлап эсмәй, сөнки Исламда сәләмәтлеккә зыян килтергән ғәмәлдәр, үҙеңдең ғүмереңде ҡыйыу тыйыла. Сәләмәтлеккә аңлы рәүештә зыян килтереү – үҙеңде яйлап үлтереү ул. Мосолман шуның өсөн эсмәй. Күпселек эсмәгәс, ышанмағаны ла ошо тәртипкә буйһона.
***
Йорт түгел, күрше һатып ал, ти халҡыбыҙ. Күп ҡатлы йортта ни – күршенең кеме юҡ! Шуныһы бар – хәҙер кеше күршеләрен йыш ҡына хатта белмәй ҙә... Бер ауыл түгел, бер ҡасаба халыҡ һыя бит ҡайһы саҡ йортҡа!
***
Беҙҙең Инйәр – ҡатай һөйләше! Бына бер миҫал:
“Анау үнәрһеҙләр төнәгөн ауһарланып, аралта бәкәт кенә көтөккә талашып, шәкәшеп киткәннәр ҙә тараҡ палтаны еппәргәннәр пер-перенә, ҫалғаннар елкәләренә, переһенең күҙелтереген онтағаннар. Ярай яҡлыла буған, хәрентәшләре күреп ҡаған”.
***
Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн байтаҡтарҙың динлелеге түбәтәй-яулыҡ, һаҡал, тәһәрәт тирәһенән һирәк үтә. Аҡмулла әйткән:
Иң әүүәл паклау кәрәк эстең керен,
Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.
Аһ, дәриға! Эс таҙарһын,
эс таҙарһын!
Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем.
Эс таҙармаһа, элекке урыҫ мужиктарыныҡы кеүек йөнгә батып, ялбырап торған көрәк һаҡал үҫтереүҙәр, яулыҡҡа төрөнөүҙәр Аллаһ алдындағы хеҙмәт түгелдер.
***
Ислам менән ғәрәпте айырым ҡарарға кәрәк. Ғәрәптәр Исламды үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған, әле лә файҙаланырға маташыу бар. Тап шулар “радикаль” тигән ағымды тарата ла инде. Еңеп китеп барған идеология һәр саҡ бөтөнөһөн бер үлсәмгә һалырға тырыша – шулай буйһондороп тотоу анһатыраҡ. Бөгөн глобалләштереү шундай.
Ғәрәптә ҡурай юҡ, ҡымыҙ юҡ, йырлап та бармайҙар. Башҡортто ошо ҡалыпҡа һалдыртырға маташыу – ул милли йөҙөбөҙҙө юғалттырырға маташыу.
***
Күҙ алдына килтерегеҙ – беҙ барлыҡ төрки донъянан бары телебеҙ менән генә айырылһаҡ, телебеҙҙе диалект ҡына тип раҫларҙар ине. Беҙ мосолман ғәрәп донъяһынан бары телебеҙ менән генә айырылһаҡ, беҙҙе фәҡәт төҫһөҙ-йөҙһөҙ бер мосолман халҡы тип кенә ҡарарҙар ине. Әгәр урыҫтан бары телебеҙ менән генә айырылһаҡ, беҙҙе урыҫтың бер ҡәүеме тип кенә танырҙар ине.
Милләттәрҙе милләт тип таныр өсөн кәмендә башҡаларҙан айырып торған өс сифат булырға тейеш (донъя критерийҙары буйынса) – әйтәйек, ауыҙ-тел ижады, музыка ҡоралы, аш-һыу, халыҡтың атамаһы бирелгән айырым тоҡомло мал (башҡорт аты, башҡорт бал ҡорто һ.б.). Ошоларҙы юғалтыу милләтте милләт тип таныуҙы юҡҡа сығара.
***
Ислам динендә милләт юҡ тигәне – Алланың бар милләттәргә лә бер тигеҙ итеп ҡарауы, милләттәрҙең үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәте тип аңларға кәрәк. Диндә раса, милләт нигеҙендә ҡыйырһытыуҙар ғәйепләнә. Бар милләттәр ҙә ергә тиң хоҡуҡлы булыр өсөн килгән. Һәммә милләттәр, төрлө сәскәләр кеүек, Ер шарында бер матур гөлләмә тәшкил итә.
Мәгәр ғаилә ҡорғанда милләткә иғтибар итеү бик кәрәк. Милләт ул тәбиғәттәге бер сәскә кеүек. Мәҫәлән, рауза сәскәһе. Уны ҡайҙа ултыртһаң да рауза булып үҫә, рауза булып сәскә ата. Умырзая менән дә, боланут менән дә ҡатнашмай. Уның үҫер өсөн тейешле мөхите, шарттары булыуы кәрәк.
Милләт тә шулай – үҙен һаҡларға, үҫтерергә тейеш.
Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.