Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күгәрсендәр гөрләп торһон
Донъябыҙ ҡошһоҙ ҡалған урман кеүек була бара. Ҡартлыҡ еле ҡағылыуҙан ҡаурыйҙары саллана башлаһа ла, юҡ-юҡ та сутылдашҡан ҡоштар ғына “урман”ыбыҙҙың әле йәне барлығына ишаралай һымаҡ. Шулай ҙа йәшерәктәрҙең күңелгә яҡын, танһыҡ моңон ишетеп, һиҫкәнеп китәһең.


Йәш шағир Алмас Шаммастың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриә­тен­дә донъя күргән “Өй түбәмдә күгәр­сендәр” тип аталған ыҡсым ғына китабы ҡулыма килеп эләкте. Алты тиҫтәнән ашыу шиғырҙан һәм бер поэманан торған йыйынтыҡты ентекләп уҡып сыҡҡандан һуң, күңелдә күптән йөрөгән бер уй нығына төштө: әҙиптең био­графияһы булырға тейеш. Миңә ҡалһа, Алмастың шиғырҙары ошо уйымды раҫлай һымаҡ. Ысынлап та, донъяны күрмәгән ҡәләм эйәһе әҫәрен башынан соҡоп сығара, шуға уҡыусыны ышандырып маташа. Әлбиттә, донъяны күрмәгән кеше юҡтыр, ләкин мин бында уны йөрәк менән тойоу, күңел менән күреү һәләте тураһында һүҙ алып барам. Алмастың әҫәрҙәрендә нәҡ ана шул күңел күҙе, йөрәк һүҙе барлығын шәйләнем.
Уның “Диңгеҙ” тигән шиғырында шундай юлдар бар:
...Иге лә юҡ, сиге лә юҡ,
Шаулай бирәһеңме?
Мине саҡыраһың мәллә,
Ҡолас кирәһеңме?

Көтөп торсо, булыр әле
Бәүелер сағың.
Ә әлегә, даръя, мине
Нығыраҡ һағын.
Тәү ҡарашҡа ошо ябай ғына юлдарҙа ниндәй кинәйә ята. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, һинең һағынып барыуың түгел, һине һағынып көтөп тороуҙары мөһим. Был осраҡта лирик геройҙың диңгеҙгә өндәшеүе урынына, ижад донъяһын, ғөмүмән, тормошто ҡуйып ҡарарға ла булыр ине. Ҡыҫҡаһы, һағынып барған­дың түгел, һағынып көтөп алынған кешенең ҡәҙере һәм бәҫе була. Ошо ябай ғына хәҡиҡәтте Алмас: “Ә әлегә, даръя, мине нығыраҡ һағын”, – тип фәлсәфәүи асып бирә. Ғашиҡтар һөйгәндәрен һағынып, кешеләр яҡындарын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Донъяла көтөлгән кеше булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр!..
Һүҙ башында биография байлығы тураһында әйткәйнем. Миңә ҡалһа, кешенең биографияһы – донъяны йөрәгең аша үткәреүҙә, киләсәккә яҡты маҡсаттар ҡуйып йәшәүҙә. Алмастың әлегә өс тиҫтәгә һуҙылған ғүмер юлын байҡап, байтаҡ тәжрибә туплауын тоҫмалларбыҙ. М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт гимназияһын алтын миҙалға, Башҡорт дәүләт универ­си­тетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дип­ломға тамамлай. Хеҙмәт юлын “Истоки” гәзитенең хәбәрсеһе булып башлай, артабан Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика фа­культеты кафедраһы ассистенты, “Ватандаш” журналының бүлек мөхәр­рире, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналис­тика факультеты деканы урынбаҫары вазифаларында эшләп өлгөрә. Әлеге мәлдә ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының өлкән референты. Һүҙ ҙә юҡ, 30 йәшлек егет өсөн бай тормош тәжрибәһе тупланған.
Алмас Шаммас – өс китап авторы. 2006 йылда “Әсәй миңә ғүмер бүләк иткән”, 2013 йылда “Яңынан тыуыу”, былтыр иһә “Өй түбәмдә күгәрсендәр” тигән шиғри йыйынтыҡтары баҫылып сыҡты. Ул – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы.
Әлбиттә, яуаплы вазифаларҙа эшләү тормоштоң айышына төшөнөргә, кешеләр менән йылы мөнәсәбәт булдырырға булышлыҡ итмәй ҡалмаған. Улар иһә Алмастың ижадында сағылыш таба. Юҡҡамы ни үҙенең “Мин кешеме?” тигән шиғырында:
“Мин кешеме?” – тиеп уйланғанда,
Күҙ һалғанда һеҙгә, кешеләр,
Күҙ алмаһын һытып, ғәзиз йәштәр
Берәм-берәм ергә төштөләр, –
тип яҙа. Халыҡ һәм ил алдында яуап­лылыҡ тойған кеше генә үҙ-үҙенә “Мин кешеме?” тигән һорауҙы бирә алалыр. Үкенескә ҡаршы, Алмастың һүҙҙәре менән әйткәндә, “Ә һеҙ уйланығыҙмы һуң бер саҡ “Кешеме мин?” тиеп, ке­шеләр?” тигән һорауҙы үҙ-үҙенә биргән­дәр һирәк, сөнки кеше “кешелек”те үҙе­нән түгел, башҡаларҙан эҙләүсән. Бәлки, беҙҙең төп хатабыҙ ҙа шундалыр...
Алмас Шаммастың ижадындағы табыштар тураһында оҙон-оҙаҡ һүҙ йөрөтөп булыр ине. Шулай ҙа уның “Өй түбәмдә күгәрсендәр” китабына ингән шиғырҙары менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүгә етмәҫ.
“Донъябыҙ ҡошһоҙ ҡалған урман кеүек була бара...” – тип башлағайным һүҙемде. Сер түгел, “көрсөк” еле әҙәбиәтебеҙ донъяһын да урап үтмәй, ләкин, һирәгерәк булһа ла, йөрәктәрен моң биләгән йәштәрҙең тауышы өмөт уята. Ринат Сөләймәнов, Рәшит Зәйнуллин, Денис Ғилманов, Таңсулпан Рәсүл һәм башҡалар кеүек йәш ҡәләм эйәләренең исеме шиғриәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Тимәк, киләсәктә өҙҙөрөп һайрар “ҡош”тарыбыҙ ҡанат нығыта әле. Шуларҙың береһе – Алмас Шаммастың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителеүен ихлас күңелдән хуплап, уңыштар теләргә ҡала. Күгәрсендәрең гөрләп торһон, Алмас!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780