Күгәрсендәр гөрләп торһон11.08.2017
Донъябыҙ ҡошһоҙ ҡалған урман кеүек була бара. Ҡартлыҡ еле ҡағылыуҙан ҡаурыйҙары саллана башлаһа ла, юҡ-юҡ та сутылдашҡан ҡоштар ғына “урман”ыбыҙҙың әле йәне барлығына ишаралай һымаҡ. Шулай ҙа йәшерәктәрҙең күңелгә яҡын, танһыҡ моңон ишетеп, һиҫкәнеп китәһең.
Йәш шағир Алмас Шаммастың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Өй түбәмдә күгәрсендәр” тип аталған ыҡсым ғына китабы ҡулыма килеп эләкте. Алты тиҫтәнән ашыу шиғырҙан һәм бер поэманан торған йыйынтыҡты ентекләп уҡып сыҡҡандан һуң, күңелдә күптән йөрөгән бер уй нығына төштө: әҙиптең биографияһы булырға тейеш. Миңә ҡалһа, Алмастың шиғырҙары ошо уйымды раҫлай һымаҡ. Ысынлап та, донъяны күрмәгән ҡәләм эйәһе әҫәрен башынан соҡоп сығара, шуға уҡыусыны ышандырып маташа. Әлбиттә, донъяны күрмәгән кеше юҡтыр, ләкин мин бында уны йөрәк менән тойоу, күңел менән күреү һәләте тураһында һүҙ алып барам. Алмастың әҫәрҙәрендә нәҡ ана шул күңел күҙе, йөрәк һүҙе барлығын шәйләнем.
Уның “Диңгеҙ” тигән шиғырында шундай юлдар бар:
...Иге лә юҡ, сиге лә юҡ,
Шаулай бирәһеңме?
Мине саҡыраһың мәллә,
Ҡолас кирәһеңме?
Көтөп торсо, булыр әле
Бәүелер сағың.
Ә әлегә, даръя, мине
Нығыраҡ һағын.
Тәү ҡарашҡа ошо ябай ғына юлдарҙа ниндәй кинәйә ята. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, һинең һағынып барыуың түгел, һине һағынып көтөп тороуҙары мөһим. Был осраҡта лирик геройҙың диңгеҙгә өндәшеүе урынына, ижад донъяһын, ғөмүмән, тормошто ҡуйып ҡарарға ла булыр ине. Ҡыҫҡаһы, һағынып барғандың түгел, һағынып көтөп алынған кешенең ҡәҙере һәм бәҫе була. Ошо ябай ғына хәҡиҡәтте Алмас: “Ә әлегә, даръя, мине нығыраҡ һағын”, – тип фәлсәфәүи асып бирә. Ғашиҡтар һөйгәндәрен һағынып, кешеләр яҡындарын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Донъяла көтөлгән кеше булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр!..
Һүҙ башында биография байлығы тураһында әйткәйнем. Миңә ҡалһа, кешенең биографияһы – донъяны йөрәгең аша үткәреүҙә, киләсәккә яҡты маҡсаттар ҡуйып йәшәүҙә. Алмастың әлегә өс тиҫтәгә һуҙылған ғүмер юлын байҡап, байтаҡ тәжрибә туплауын тоҫмалларбыҙ. М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт гимназияһын алтын миҙалға, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хеҙмәт юлын “Истоки” гәзитенең хәбәрсеһе булып башлай, артабан Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты кафедраһы ассистенты, “Ватандаш” журналының бүлек мөхәррире, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары вазифаларында эшләп өлгөрә. Әлеге мәлдә ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының өлкән референты. Һүҙ ҙә юҡ, 30 йәшлек егет өсөн бай тормош тәжрибәһе тупланған.
Алмас Шаммас – өс китап авторы. 2006 йылда “Әсәй миңә ғүмер бүләк иткән”, 2013 йылда “Яңынан тыуыу”, былтыр иһә “Өй түбәмдә күгәрсендәр” тигән шиғри йыйынтыҡтары баҫылып сыҡты. Ул – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы.
Әлбиттә, яуаплы вазифаларҙа эшләү тормоштоң айышына төшөнөргә, кешеләр менән йылы мөнәсәбәт булдырырға булышлыҡ итмәй ҡалмаған. Улар иһә Алмастың ижадында сағылыш таба. Юҡҡамы ни үҙенең “Мин кешеме?” тигән шиғырында:
“Мин кешеме?” – тиеп уйланғанда,
Күҙ һалғанда һеҙгә, кешеләр,
Күҙ алмаһын һытып, ғәзиз йәштәр
Берәм-берәм ергә төштөләр, –
тип яҙа. Халыҡ һәм ил алдында яуаплылыҡ тойған кеше генә үҙ-үҙенә “Мин кешеме?” тигән һорауҙы бирә алалыр. Үкенескә ҡаршы, Алмастың һүҙҙәре менән әйткәндә, “Ә һеҙ уйланығыҙмы һуң бер саҡ “Кешеме мин?” тиеп, кешеләр?” тигән һорауҙы үҙ-үҙенә биргәндәр һирәк, сөнки кеше “кешелек”те үҙенән түгел, башҡаларҙан эҙләүсән. Бәлки, беҙҙең төп хатабыҙ ҙа шундалыр...
Алмас Шаммастың ижадындағы табыштар тураһында оҙон-оҙаҡ һүҙ йөрөтөп булыр ине. Шулай ҙа уның “Өй түбәмдә күгәрсендәр” китабына ингән шиғырҙары менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүгә етмәҫ.
“Донъябыҙ ҡошһоҙ ҡалған урман кеүек була бара...” – тип башлағайным һүҙемде. Сер түгел, “көрсөк” еле әҙәбиәтебеҙ донъяһын да урап үтмәй, ләкин, һирәгерәк булһа ла, йөрәктәрен моң биләгән йәштәрҙең тауышы өмөт уята. Ринат Сөләймәнов, Рәшит Зәйнуллин, Денис Ғилманов, Таңсулпан Рәсүл һәм башҡалар кеүек йәш ҡәләм эйәләренең исеме шиғриәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Тимәк, киләсәктә өҙҙөрөп һайрар “ҡош”тарыбыҙ ҡанат нығыта әле. Шуларҙың береһе – Алмас Шаммастың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителеүен ихлас күңелдән хуплап, уңыштар теләргә ҡала. Күгәрсендәрең гөрләп торһон, Алмас!