Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күл тамсынан йыйыла
lХалыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай кеүек башҡорт яҙыусыларын биргән ырыҫлы төбәк – Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Район үҙәге Плешан ауылында ошо уңайҙан күләмле байрам саралары үтте.
Программала театрлаштырылған тамаша, ат ярышы, күргәҙмәләр ҡаралғайны. Башҡорт­остандан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йынан, Баймаҡ районы хакимиәтенән мәртәбәле делегация ҡатнашты. Әйткәндәй, өлкәлә иң күп башҡорттар (дүрт меңләп) ошо төбәктә йәшәй.

lРәсәй төбәктәренән һәм Үзбәкстан Республикаһынан 30 бала Башҡортостанға ял итергә килә. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторған “Йәй. Дуҫлыҡ. Мөмкинлектәр йәйғоро!” лагеры балаларҙы 4 августан 13-өнә ҡәҙәр Асылыкүл буйында ҡабул итә.
lҠурған өлкәһенең Сафакүл районында традицион “Сыңрау торна” район-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Быйыл ҡунаҡтарҙы Һарт-Әбдрәш ауыл Советына ҡараған Баязит ауылы ҡабул итте.
Байрамда биҙәү-ҡулланма сәнғәте өмәләре, милли аш-һыу күргәҙмәләре эшләне. Сәхнәгә сыҡҡан һәүәҫкәр артистарҙы һәм коллективтарҙы жюри баһаланы. Люциә Кинйәбулатова (Белое Озеро), Ғәйникамал Ниғәмәтова (Һарт-Әбдрәш), Гөлниса Лоҡманова (Ҡалмыҡ-Әбдрәш), Бибиниса Закирова (Оло Солтан), Юлиә Яхина (Сафакүл), Зинфира Заҡорҙаева (Сафакүл), “Сафакүл ҡыҙҙары” вокаль ансамбле, “Абултай килендәре” фольклор коллективы концерттың биҙәге булды.
lЫрымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте көндәре быйыл 12 августа Гай районының Вишневое ауылы янында, Ирекле һыу һаҡлағысы буйында була. Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин әйтеүенсә, байрамға етди әҙерлек бара.
Башҡортостандан Бишбүләк, Күмертау һәм Хәйбулла райондары делегацияларының ҡатнашыуы көтөлә. Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Ҡыуандыҡ, Ҡыҙыл Гвардия һәм Гай райондарының һәүәҫкәр коллективтары ҡатнашлығында концерт әҙерләнә, тирмәләр ҡороласаҡ, көрәш һәм халыҡ уйындары ойоштороласаҡ. Ырымбур башҡорттары уҡ атыуҙы тергеҙеү менән дә ҡыҙыҡһына.
lҠаҙағстандың Астана ҡалаһында Өфө мэры Ирек Ялалов “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни берекмәһе ағзалары һәм урындағы Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы секретариаты менән осрашты. Унда башлыса “Аҡбуҙат” берекмәһенә, Ҡаҙағстандағы башҡорттарға ярҙам итеү тураһында һүҙ барҙы. Ирек Ишмөхәмәт улы яҡын арала башҡорт халҡының милли кейемен һәм атрибутикаһын бүләк итергә вәғәҙә бирҙе, тип хәбәр итә берекмә етәксеһе Урал Аҙнабаев.
Астанала меңгә яҡын башҡорт йәшәй, Ҡаҙағстанда иһә – 17 мең.
“Аҡбуҙат” – Ҡаҙағстандағы ике башҡорт үҙәгенең береһе. Икенсеһе Маңғыстау өлкәһенең Аҡтау ҡалаһында урынлашҡан. Башҡа үҙәктәр – башҡорт һәм татар берләшмәләре.
lБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының мәшһүр ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосына, уның төп мифологик геройҙарына Өфө ҡалаһында һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән сығыш яһағайны.
Ҡоролтай янында билдәле фольклорсы ғалимдар, тарихсылар һәм скульпторҙарҙан торған эш төркөмө төҙөлдө, тиҙ арала композицияның концепцияһы әҙерләнде.
Бөгөн донъя күләмендәге әҫәр – “Урал батыр” эпосын ташта мәңгеләштереүгә теләге булған һәр скульптор, архитекторҙар был эшкә ҡушыла ала. Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы – “Урал батыр” эпосын оҫталар нисек күрә? Башҡарма комитет был өлкәлә ижад иткән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе, шулай уҡ яңы эш башлаған талантлы, рухлы йәш белгестәрҙе лә хеҙмәттәшлек итергә саҡыра. Бының өсөн 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем “Урал батыр” эпосы буйынса эшләнгән макеттар, график һүрәттәр тупланған альбом әҙерләп, уны [email protected] электрон почтаһына ебәрергә йәки түбәндәге адрес буйынса килтереп тапшырырға кәрәк: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 3, 101-се бүлмә.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347)246-32-47, 250-49-31.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 730

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 842

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 582

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779