lХалыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай кеүек башҡорт яҙыусыларын биргән ырыҫлы төбәк – Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Район үҙәге Плешан ауылында ошо уңайҙан күләмле байрам саралары үтте.
Программала театрлаштырылған тамаша, ат ярышы, күргәҙмәләр ҡаралғайны. Башҡортостандан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан, Баймаҡ районы хакимиәтенән мәртәбәле делегация ҡатнашты. Әйткәндәй, өлкәлә иң күп башҡорттар (дүрт меңләп) ошо төбәктә йәшәй. lРәсәй төбәктәренән һәм Үзбәкстан Республикаһынан 30 бала Башҡортостанға ял итергә килә. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторған “Йәй. Дуҫлыҡ. Мөмкинлектәр йәйғоро!” лагеры балаларҙы 4 августан 13-өнә ҡәҙәр Асылыкүл буйында ҡабул итә.
lҠурған өлкәһенең Сафакүл районында традицион “Сыңрау торна” район-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Быйыл ҡунаҡтарҙы Һарт-Әбдрәш ауыл Советына ҡараған Баязит ауылы ҡабул итте.
Байрамда биҙәү-ҡулланма сәнғәте өмәләре, милли аш-һыу күргәҙмәләре эшләне. Сәхнәгә сыҡҡан һәүәҫкәр артистарҙы һәм коллективтарҙы жюри баһаланы. Люциә Кинйәбулатова (Белое Озеро), Ғәйникамал Ниғәмәтова (Һарт-Әбдрәш), Гөлниса Лоҡманова (Ҡалмыҡ-Әбдрәш), Бибиниса Закирова (Оло Солтан), Юлиә Яхина (Сафакүл), Зинфира Заҡорҙаева (Сафакүл), “Сафакүл ҡыҙҙары” вокаль ансамбле, “Абултай килендәре” фольклор коллективы концерттың биҙәге булды.
lЫрымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте көндәре быйыл 12 августа Гай районының Вишневое ауылы янында, Ирекле һыу һаҡлағысы буйында була. Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин әйтеүенсә, байрамға етди әҙерлек бара.
Башҡортостандан Бишбүләк, Күмертау һәм Хәйбулла райондары делегацияларының ҡатнашыуы көтөлә. Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Ҡыуандыҡ, Ҡыҙыл Гвардия һәм Гай райондарының һәүәҫкәр коллективтары ҡатнашлығында концерт әҙерләнә, тирмәләр ҡороласаҡ, көрәш һәм халыҡ уйындары ойоштороласаҡ. Ырымбур башҡорттары уҡ атыуҙы тергеҙеү менән дә ҡыҙыҡһына.
lҠаҙағстандың Астана ҡалаһында Өфө мэры Ирек Ялалов “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни берекмәһе ағзалары һәм урындағы Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы секретариаты менән осрашты. Унда башлыса “Аҡбуҙат” берекмәһенә, Ҡаҙағстандағы башҡорттарға ярҙам итеү тураһында һүҙ барҙы. Ирек Ишмөхәмәт улы яҡын арала башҡорт халҡының милли кейемен һәм атрибутикаһын бүләк итергә вәғәҙә бирҙе, тип хәбәр итә берекмә етәксеһе Урал Аҙнабаев.
Астанала меңгә яҡын башҡорт йәшәй, Ҡаҙағстанда иһә – 17 мең.
“Аҡбуҙат” – Ҡаҙағстандағы ике башҡорт үҙәгенең береһе. Икенсеһе Маңғыстау өлкәһенең Аҡтау ҡалаһында урынлашҡан. Башҡа үҙәктәр – башҡорт һәм татар берләшмәләре.
lБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының мәшһүр ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосына, уның төп мифологик геройҙарына Өфө ҡалаһында һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән сығыш яһағайны.
Ҡоролтай янында билдәле фольклорсы ғалимдар, тарихсылар һәм скульпторҙарҙан торған эш төркөмө төҙөлдө, тиҙ арала композицияның концепцияһы әҙерләнде.
Бөгөн донъя күләмендәге әҫәр – “Урал батыр” эпосын ташта мәңгеләштереүгә теләге булған һәр скульптор, архитекторҙар был эшкә ҡушыла ала. Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы – “Урал батыр” эпосын оҫталар нисек күрә? Башҡарма комитет был өлкәлә ижад иткән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе, шулай уҡ яңы эш башлаған талантлы, рухлы йәш белгестәрҙе лә хеҙмәттәшлек итергә саҡыра. Бының өсөн 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем “Урал батыр” эпосы буйынса эшләнгән макеттар, график һүрәттәр тупланған альбом әҙерләп, уны
[email protected] электрон почтаһына ебәрергә йәки түбәндәге адрес буйынса килтереп тапшырырға кәрәк: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 3, 101-се бүлмә.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347)246-32-47, 250-49-31.