Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бейеүсе тигән даны бар
Бейеүсе тигән даны бар Сәхнәләрҙә дер һелкетеп бейегән дүрт бейеүсене күргән һәр кемдең күңеленә бер һорау тынғылыҡ бирмәгәндер, моғайын. “Ай-һай, туған түгелме былар?” – тигән һүҙҙәрҙе үҙемә лә ишетергә тура килде. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, бейеүселәр янына барып танышыуҙы кәрәкле һананым. Һиҙемләүҙәр дөрөҫкә сыҡты: Хәбир Мортазин һәм уның улы Айгиз, ағаһының улдары Юлдаш менән Ғәзиз Мортазиндар булып сыҡты улар.
Хәбир Әхмәт улы сығышы менән Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан. Бейеү серҙәренә атаһы һәм әсәһе өйрәтә, артабан мәктәптә Йәмилә Байғусҡарова етәкселек иткән бейеү түңәрәгенә йөрөй. Бала саҡтан “бейеү ене” ҡағылған тиҙәр ундайҙар хаҡында. Бейеүсе булыу теләге егетте Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына алып килә, артабан Бүребай сәнғәт мәктәбендә балаларға бейеү серҙәрен өйрәтә. Халыҡсан, дәртле бейеүсене Сибай дәүләт филармонияһына эшкә саҡырғас, һис икеләнеүһеҙ бара. Бында Хәбир Мортазин профессиональ яҡтан ныҡлап үҫешә, төрлө халыҡ бейеүҙәрен өйрәнә, оло сәхнәләрҙә сығыш яһарға тура килә.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, һәләтле бейеүсе һәм оҫта ойоштороусыны Белорет районының Инйәр ҡаса­баһындағы сәнғәт мәктәбенә балаларға бейеү өйрәтергә ҡоҙалағас, йәнә тәүәккәлләргә була. Яңылышмай ул, хәҙер үҙенең өс төркөмдә шөғөлләнгән “Хазина” бейеү ансамбле бар. Йыл һайын тәрбиәләнеүселәре менән “Байыҡ” балалар телевизион конкурсында призлы урындар яулай, Бөтә Рәсәй, төбәк, республика, район бейеү бәйгеләрендә ҡатнашып, оло еңеүҙәр менән ҡайта.
Улы Айгиз менән ҡыҙы Нәркәс тә атайҙарының юлынан киткән. Уларҙың икеһе лә бейеүһеҙ йәшәй алмай. Айгиз бигерәк тә “Игзаков” бейеүен башҡарырға ярата, 2010 йылда Ләйсән Яҡшыдәү­ләтова менән дуэт башҡарып, “Байыҡ”та беренсе урынды яулаған.
Юлдаш Мортазин Аҡъярҙа “Хәйбулла” өлгөлө бейеү ансамбленең етәксеһе булып эшләһә, Ғәзиз дә бейеү донъяһынан йыраҡ китмәгән. Халыҡ “тоҡомона оҡшап” тигән һүҙҙе йыш ҡулланыусан, бәғзе осраҡта был һүҙбәйләнеш кемдеңдер кире яҡтарын билдәләгәндә ҡулланылһа, был осраҡта ул тап Мортазиндар кеүек мәҙәниәтте яратҡандар хаҡында әйтелә. Төрлө тарафтарҙа йәшәп тә, осрашҡанда, дәртләнеп, ойоҫҡота баҫып, саф башҡортса бейеп, бар халыҡты хайран иткән Мортазиндарҙың данлы затына артабан да бейеү ҡомарының һүнмәүен, быуындар бәйләнешенең өҙөлмәүен, бейеүсе данының артыуын теләргә генә ҡала.

Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779