Сәхнәләрҙә дер һелкетеп бейегән дүрт бейеүсене күргән һәр кемдең күңеленә бер һорау тынғылыҡ бирмәгәндер, моғайын. “Ай-һай, туған түгелме былар?” – тигән һүҙҙәрҙе үҙемә лә ишетергә тура килде. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, бейеүселәр янына барып танышыуҙы кәрәкле һананым. Һиҙемләүҙәр дөрөҫкә сыҡты: Хәбир Мортазин һәм уның улы Айгиз, ағаһының улдары Юлдаш менән Ғәзиз Мортазиндар булып сыҡты улар.Хәбир Әхмәт улы сығышы менән Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан. Бейеү серҙәренә атаһы һәм әсәһе өйрәтә, артабан мәктәптә Йәмилә Байғусҡарова етәкселек иткән бейеү түңәрәгенә йөрөй. Бала саҡтан “бейеү ене” ҡағылған тиҙәр ундайҙар хаҡында. Бейеүсе булыу теләге егетте Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына алып килә, артабан Бүребай сәнғәт мәктәбендә балаларға бейеү серҙәрен өйрәтә. Халыҡсан, дәртле бейеүсене Сибай дәүләт филармонияһына эшкә саҡырғас, һис икеләнеүһеҙ бара. Бында Хәбир Мортазин профессиональ яҡтан ныҡлап үҫешә, төрлө халыҡ бейеүҙәрен өйрәнә, оло сәхнәләрҙә сығыш яһарға тура килә.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, һәләтле бейеүсе һәм оҫта ойоштороусыны Белорет районының Инйәр ҡасабаһындағы сәнғәт мәктәбенә балаларға бейеү өйрәтергә ҡоҙалағас, йәнә тәүәккәлләргә була. Яңылышмай ул, хәҙер үҙенең өс төркөмдә шөғөлләнгән “Хазина” бейеү ансамбле бар. Йыл һайын тәрбиәләнеүселәре менән “Байыҡ” балалар телевизион конкурсында призлы урындар яулай, Бөтә Рәсәй, төбәк, республика, район бейеү бәйгеләрендә ҡатнашып, оло еңеүҙәр менән ҡайта.
Улы Айгиз менән ҡыҙы Нәркәс тә атайҙарының юлынан киткән. Уларҙың икеһе лә бейеүһеҙ йәшәй алмай. Айгиз бигерәк тә “Игзаков” бейеүен башҡарырға ярата, 2010 йылда Ләйсән Яҡшыдәүләтова менән дуэт башҡарып, “Байыҡ”та беренсе урынды яулаған.
Юлдаш Мортазин Аҡъярҙа “Хәйбулла” өлгөлө бейеү ансамбленең етәксеһе булып эшләһә, Ғәзиз дә бейеү донъяһынан йыраҡ китмәгән. Халыҡ “тоҡомона оҡшап” тигән һүҙҙе йыш ҡулланыусан, бәғзе осраҡта был һүҙбәйләнеш кемдеңдер кире яҡтарын билдәләгәндә ҡулланылһа, был осраҡта ул тап Мортазиндар кеүек мәҙәниәтте яратҡандар хаҡында әйтелә. Төрлө тарафтарҙа йәшәп тә, осрашҡанда, дәртләнеп, ойоҫҡота баҫып, саф башҡортса бейеп, бар халыҡты хайран иткән Мортазиндарҙың данлы затына артабан да бейеү ҡомарының һүнмәүен, быуындар бәйләнешенең өҙөлмәүен, бейеүсе данының артыуын теләргә генә ҡала.
Белорет районы.