Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡанатлы аҡыл тупланмаһы
Тел – ул халҡыбыҙҙың иң ҙур байлығы. Меңәр йылдар арауығында тулыланып, бөгөнгәсә йәшәп килгән телебеҙҙә милли аңыбыҙҙың һәм халыҡтың тормош тәжрибәһенең алтын бөртөктәреләй байлыҡтары тупланған.

Хәҙерге паремиология фәнендә ошо алтын ҡиммәттәребеҙҙең береһе булған мәҡәл-әйтемдәрҙе, фразеологик һүҙбәйләнештәрҙе мәғәнәүи, грамматик яҡтан, тел ғилеме һәм мәҙәни күҙлектән, йәғни төрлө яҡлап өйрә­неүгә ынтылыш күҙәтелә. Башҡорт телендәге мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙән, башҡа телдәр системаһындағы кеүек, халыҡтың донъяға ҡарашын, ғөрөф-ғәҙәтен, көнкүрешен, холоҡ-фиғелен танып беләбеҙ, ә төрлө телдәр системаһы менән сағыштырғанда, уларҙың тап килеше, айырымлыҡтары күҙгә ташлана. Ошо юҫыҡтан сығып, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың почетлы академигы Фәнүзә Нәҙершина менән филология фәндәре кандидаты Элла Созинова Баш­ҡортостан Фәндәр академияһы ярҙамында “Башҡортостан энциклопедияһы” нәшриә­тендә өс телдә әһәмиәтле һүҙлек баҫтырып сығарҙы. “Русско-башкирско-английский словарь эквивалентных пословиц и поговорок” тип аталған алфавит тәртибендәге тупланмала 880 (варианттары менән 1438) урыҫ телендәге мәҡәл-әйтемдәр, уларға тап килгән башҡортса 1448 һәм инглизсә 1940 варианттары менән мәҡәл-әйтемдәр бирелгән. Уларҙың күп мәғәнәлелеген иҫәпкә алып, аңлатыу йәһәтенән, ҡайһы бер киң ҡул­ланылған фразеологик тотороҡло һүҙбәй­ләнештәр ҙә бар, уларға айырым билдәләр ҡуйылған. Китаптың аҙағындағы ярҙамсы алфавит күрһәткесендәге һандар текстағы мәҡәл-әйтемдәрҙең номерына тап килә. Һәр кем үҙенә кәрәкте етеҙ эҙләп таба ала.
Мәҡәл-әйтемдәрҙең баһа биреү һәм прагматик йүнәлешлелеге, йәғни ғәмәли файҙа биреүсе һөҙөмтәлелеге, уларҙың үҙенсәлеге иҫәпләнә, шул уҡ ваҡытта уларҙың быуаттар буйы ҡулланылышының һәм бөгөн дә актуалләшеп китеүенең сәбәбе булып та һанала. Ғалимәләр төрлө халыҡтарҙа мәҡәл-әйтемдәр хөкөмөнөң, ҡанатлы һүҙбәйлә­нештәренең абруйы арта барыуын ошоноң менән аңлата. Һәр телдә лә тормош тәжрибәһенән сығып ыҡсым ғына әйтелгән, ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ итеп ҡалды­рылған аҡыллы, фекерле тапҡыр һүҙҙәрҙең тәрән һәм күп мәғәнәлелеге һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Китаптың инеш һүҙендә Элла Созинова ғалимдарҙың күптән инде төрлө халыҡ­тарҙың бик күп мәҡәл-әйтемдәренең үҙ-ара мәғәнәүи яҡтан оҡшаш, тап килгәненә иғти­бар итеүҙәрен әйтеп үтә. Ҡайһы берҙәре йөкмәткеһе буйынса ғына түгел, тышҡы һүрәтләнеше менән дә бер-береһенә тиңләшкән. Инеш һүҙҙәге оҡшашлыҡ буйынса килтерелгән миҫалдарға иғтибар итһәң, моноэквивалентлы йәнәшәлек, йәғни образдарҙың, лексик берәмектәрҙең тулайым тап килеше күҙәтелә. Өлөшләтә һүҙҙәр айырмалылығы булып та мәғәнәләрҙең йәнәш булыуына тап килеүен күрәһең. Мә­ғәнәүи яҡтан тап килеп тә лексик берә­мектәрҙең төрлө булыу осраҡтары ла бар.
Өс телдән алынған мәҡәл-әйтемдәрҙәге үҙенсәлекле асыҡ айырмалыҡтарҙың булыуы ла Фәнүзә Нәҙершина менән Элла Созинова иғтибарынан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, инглиз телендәге ҡушма һөйләм формаһындағы миҫалдарҙың мәғәнәләре башҡорт һәм урыҫ теле үрнәктәренә өлөшләтә генә тап килгән.
Әле һүҙ барған “Русско-башкирско-английский словарь эквивалентных пословиц и поговорок” һүҙлеге үҙҙәре әҙерләп 2002 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫтырған “Башкирско-англо-русский словарь адекватных пословиц и поговорок” һүҙлеге нигеҙендә ҡоролған һәм өҫтәлгән, һөҙөмтәлә материалдар күләме ике тапҡырға артҡан.
Өсәр-дүртәр тел өйрәнгән заманда был һүҙлектең әһәмиәте бик ҙур, бигерәк тә тәржемәселәр, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр, яҙыусылар өсөн ифрат файҙалы әсбап. Бер юлы өс телдә эшләргә лә мөмкинлек аса был китап.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780