Ҡанатлы аҡыл тупланмаһы21.07.2017
Тел – ул халҡыбыҙҙың иң ҙур байлығы. Меңәр йылдар арауығында тулыланып, бөгөнгәсә йәшәп килгән телебеҙҙә милли аңыбыҙҙың һәм халыҡтың тормош тәжрибәһенең алтын бөртөктәреләй байлыҡтары тупланған.
Хәҙерге паремиология фәнендә ошо алтын ҡиммәттәребеҙҙең береһе булған мәҡәл-әйтемдәрҙе, фразеологик һүҙбәйләнештәрҙе мәғәнәүи, грамматик яҡтан, тел ғилеме һәм мәҙәни күҙлектән, йәғни төрлө яҡлап өйрәнеүгә ынтылыш күҙәтелә. Башҡорт телендәге мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙән, башҡа телдәр системаһындағы кеүек, халыҡтың донъяға ҡарашын, ғөрөф-ғәҙәтен, көнкүрешен, холоҡ-фиғелен танып беләбеҙ, ә төрлө телдәр системаһы менән сағыштырғанда, уларҙың тап килеше, айырымлыҡтары күҙгә ташлана. Ошо юҫыҡтан сығып, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың почетлы академигы Фәнүзә Нәҙершина менән филология фәндәре кандидаты Элла Созинова Башҡортостан Фәндәр академияһы ярҙамында “Башҡортостан энциклопедияһы” нәшриәтендә өс телдә әһәмиәтле һүҙлек баҫтырып сығарҙы. “Русско-башкирско-английский словарь эквивалентных пословиц и поговорок” тип аталған алфавит тәртибендәге тупланмала 880 (варианттары менән 1438) урыҫ телендәге мәҡәл-әйтемдәр, уларға тап килгән башҡортса 1448 һәм инглизсә 1940 варианттары менән мәҡәл-әйтемдәр бирелгән. Уларҙың күп мәғәнәлелеген иҫәпкә алып, аңлатыу йәһәтенән, ҡайһы бер киң ҡулланылған фразеологик тотороҡло һүҙбәйләнештәр ҙә бар, уларға айырым билдәләр ҡуйылған. Китаптың аҙағындағы ярҙамсы алфавит күрһәткесендәге һандар текстағы мәҡәл-әйтемдәрҙең номерына тап килә. Һәр кем үҙенә кәрәкте етеҙ эҙләп таба ала.
Мәҡәл-әйтемдәрҙең баһа биреү һәм прагматик йүнәлешлелеге, йәғни ғәмәли файҙа биреүсе һөҙөмтәлелеге, уларҙың үҙенсәлеге иҫәпләнә, шул уҡ ваҡытта уларҙың быуаттар буйы ҡулланылышының һәм бөгөн дә актуалләшеп китеүенең сәбәбе булып та һанала. Ғалимәләр төрлө халыҡтарҙа мәҡәл-әйтемдәр хөкөмөнөң, ҡанатлы һүҙбәйләнештәренең абруйы арта барыуын ошоноң менән аңлата. Һәр телдә лә тормош тәжрибәһенән сығып ыҡсым ғына әйтелгән, ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ итеп ҡалдырылған аҡыллы, фекерле тапҡыр һүҙҙәрҙең тәрән һәм күп мәғәнәлелеге һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Китаптың инеш һүҙендә Элла Созинова ғалимдарҙың күптән инде төрлө халыҡтарҙың бик күп мәҡәл-әйтемдәренең үҙ-ара мәғәнәүи яҡтан оҡшаш, тап килгәненә иғтибар итеүҙәрен әйтеп үтә. Ҡайһы берҙәре йөкмәткеһе буйынса ғына түгел, тышҡы һүрәтләнеше менән дә бер-береһенә тиңләшкән. Инеш һүҙҙәге оҡшашлыҡ буйынса килтерелгән миҫалдарға иғтибар итһәң, моноэквивалентлы йәнәшәлек, йәғни образдарҙың, лексик берәмектәрҙең тулайым тап килеше күҙәтелә. Өлөшләтә һүҙҙәр айырмалылығы булып та мәғәнәләрҙең йәнәш булыуына тап килеүен күрәһең. Мәғәнәүи яҡтан тап килеп тә лексик берәмектәрҙең төрлө булыу осраҡтары ла бар.
Өс телдән алынған мәҡәл-әйтемдәрҙәге үҙенсәлекле асыҡ айырмалыҡтарҙың булыуы ла Фәнүзә Нәҙершина менән Элла Созинова иғтибарынан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, инглиз телендәге ҡушма һөйләм формаһындағы миҫалдарҙың мәғәнәләре башҡорт һәм урыҫ теле үрнәктәренә өлөшләтә генә тап килгән.
Әле һүҙ барған “Русско-башкирско-английский словарь эквивалентных пословиц и поговорок” һүҙлеге үҙҙәре әҙерләп 2002 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫтырған “Башкирско-англо-русский словарь адекватных пословиц и поговорок” һүҙлеге нигеҙендә ҡоролған һәм өҫтәлгән, һөҙөмтәлә материалдар күләме ике тапҡырға артҡан.
Өсәр-дүртәр тел өйрәнгән заманда был һүҙлектең әһәмиәте бик ҙур, бигерәк тә тәржемәселәр, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр, яҙыусылар өсөн ифрат файҙалы әсбап. Бер юлы өс телдә эшләргә лә мөмкинлек аса был китап.