Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ысыҡ һутындағы ҡисса
Ысыҡ һутындағы ҡисса Тормошобоҙҙо йәмлерәк, тағы ла гүзәлерәк итеүсе, ауылдаштарыбыҙ ғорурланырлыҡ ваҡиғалар әленән-әле булып тора. Донъя шуға ла күркәмерәк тойолалыр ул. Шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованың алтынсы китабының Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күреүе һәммәбеҙ өсөн дә ҡыуаныслы күренеш булды. Маҡар мәктәбенең хеҙмәт лагерында ял итеүсе балалар менән осрашыуға шағирә ҡанатланып-осоп тигәндәй килде.

– Мине кеше иткән ҡәҙерле мәктәбемә рәхмәтем сикһеҙ! – тип баш эйҙе ул барыһы алдында. – Мәктәбем, ауылдаштарым барҙа ижадым ҡоромаҫ, сөнки уны тыуған яғым Йәншишмә булып һуғара. Атайсалыма ҡайтып йәшәү ижадымды яңы биҙәктәр менән нағышланы, донъяға ҡарашымды үҙгәртте, ғөмүмән, яңынан тыуғандай хис итәм үҙемде.
Шағирәнең һәр кемгә фәһем бирерлек, ултырып иларлыҡ та, ятып көлөрлөк тә ҡәҙерле, татлы бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашыуы барыһының да күңеленә хуш килде.
Әҙибәнең һәлмәк кенә ижад багажындағы “Мин – ҡояшҡай”, “Бейеүсе болан”, “Фәрештә ҡанатында” тигән китаптары кескәй балаларҙы һөйөндөрөп өлгөргән. Уның ижад емешенең мәктәп дәреслек­тәрендә, антологияларҙа урын алыуы – оло мәртәбә.
Уҡыусылар ярышы-ярыша яҙыусының ижадынан ауыҙ иттерҙе, әҫәрҙәрен тасуири итеп яттан һөйләне. Торғаны бер театр артистары, тиерһең.
Ә инде һоҡланғыс шәхес Мәрйәм Солтанова апай менән берлектә ижад ителгән моңло йырҙар һандуғас теле булып һайраны ғына. Дини юҫыҡтағы был йырҙарҙы хәҙер бөтә мәктәп йырлай, төрлө кисәләрҙе, конкурстарҙы байыта.
Мәктәп директоры Гөлнара Рим ҡыҙы Хисмәтул­линаның тәьҫирләнеп әҙибәнең шиғырҙарын уҡыуы тәрбиәүи процестың бер өлөшөн хасил иткәндер. Уны тыңлағандан һуң әҙ генә ялҡауыраҡ, әҙ генә маҡтансығыраҡ, әҙ генә илағыраҡ балалар, һис шикһеҙ, яҡшы яҡҡа, нурлы яҡҡа, изге яҡҡа үҙгәрәсәк.
– Мин – һеҙҙеке, һеҙ – минеке! – тине шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова, һүҙен йомғаҡлап.
Ижад тигән бөйөк ҡөҙрәт шунан ғибәрәттер. Шағирәне ошо оло ҡыуанысын уртаҡлашырға ауылдашы, Ғафури районында йәшәп ижад итеүсе ағинәй, сәсәниә Фәүзиә Алтынбикә апай ҙа килгәйне. Ике быуын шағирәһен берләштергән оло көс – ғәзиз тыуған яҡҡа, туған халҡыма бөткөһөҙ һөйөү тойғоһо – күҙгә йәш эркетер шиғырҙарға йән өрәлер ул.
Күҙ яуын алырлыҡ сәскә гөлләмәләре араһында иҫтәлеккә фотоға төшөү шағирәләр яҙған тарихты яңы биттәргә байытты.
Әҙибәнең ошо оло ҡыуанысын ижадташ дуҫтары, ҡәләмдәштәре лә уртаҡлашып ҡайнар ҡотлауҙар ебәргән. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Илешева, “Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова, Абдулҡадир Инан исемендәге милли китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина, шағирә Эльмира Сәсәниә, Ҡазан ҡалаһында эшләп ижад итеүсе Марат Кәбировтар шағирәгә яңы үрҙәр, ҡояшлы таңдар, йондоҙҙарҙан мөлдөрәп шиғыр ҡойған төндәр теләй.
Күптән кәрәк булған, көтөп алған Экология йылында ысыҡ һутына ҡисса яҙған шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова менән бергә беҙ ҙә, китап донъяһына ғашиҡтар, уны яратып, ҡәҙерләп һоҡланыусылар, уның һымаҡ ысыҡ һутындағы шиғыр күрәсәкбеҙ хәҙер. Ә, бәлки, балалар араһында уға алмашсы ла ултырғандыр бөгөн. Ошо илаһи мөғжизәгә ысын күңелдән ышанғы килә.
Бай кисәне юғары кимәлдә алып барған китапхана мөдире Зөлфирә Таһированың эше маҡтауға лайыҡ. Ямғырлы июндең бер кисендә күңелдәргә ете төҫлө йәйғор ҡалҡыта алды мәктәбебеҙҙең, тыуған яҡтың ғорурлығы шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779