Тормошобоҙҙо йәмлерәк, тағы ла гүзәлерәк итеүсе, ауылдаштарыбыҙ ғорурланырлыҡ ваҡиғалар әленән-әле булып тора. Донъя шуға ла күркәмерәк тойолалыр ул. Шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованың алтынсы китабының Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күреүе һәммәбеҙ өсөн дә ҡыуаныслы күренеш булды. Маҡар мәктәбенең хеҙмәт лагерында ял итеүсе балалар менән осрашыуға шағирә ҡанатланып-осоп тигәндәй килде.– Мине кеше иткән ҡәҙерле мәктәбемә рәхмәтем сикһеҙ! – тип баш эйҙе ул барыһы алдында. – Мәктәбем, ауылдаштарым барҙа ижадым ҡоромаҫ, сөнки уны тыуған яғым Йәншишмә булып һуғара. Атайсалыма ҡайтып йәшәү ижадымды яңы биҙәктәр менән нағышланы, донъяға ҡарашымды үҙгәртте, ғөмүмән, яңынан тыуғандай хис итәм үҙемде.
Шағирәнең һәр кемгә фәһем бирерлек, ултырып иларлыҡ та, ятып көлөрлөк тә ҡәҙерле, татлы бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашыуы барыһының да күңеленә хуш килде.
Әҙибәнең һәлмәк кенә ижад багажындағы “Мин – ҡояшҡай”, “Бейеүсе болан”, “Фәрештә ҡанатында” тигән китаптары кескәй балаларҙы һөйөндөрөп өлгөргән. Уның ижад емешенең мәктәп дәреслектәрендә, антологияларҙа урын алыуы – оло мәртәбә.
Уҡыусылар ярышы-ярыша яҙыусының ижадынан ауыҙ иттерҙе, әҫәрҙәрен тасуири итеп яттан һөйләне. Торғаны бер театр артистары, тиерһең.
Ә инде һоҡланғыс шәхес Мәрйәм Солтанова апай менән берлектә ижад ителгән моңло йырҙар һандуғас теле булып һайраны ғына. Дини юҫыҡтағы был йырҙарҙы хәҙер бөтә мәктәп йырлай, төрлө кисәләрҙе, конкурстарҙы байыта.
Мәктәп директоры Гөлнара Рим ҡыҙы Хисмәтуллинаның тәьҫирләнеп әҙибәнең шиғырҙарын уҡыуы тәрбиәүи процестың бер өлөшөн хасил иткәндер. Уны тыңлағандан һуң әҙ генә ялҡауыраҡ, әҙ генә маҡтансығыраҡ, әҙ генә илағыраҡ балалар, һис шикһеҙ, яҡшы яҡҡа, нурлы яҡҡа, изге яҡҡа үҙгәрәсәк.
– Мин – һеҙҙеке, һеҙ – минеке! – тине шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова, һүҙен йомғаҡлап.
Ижад тигән бөйөк ҡөҙрәт шунан ғибәрәттер. Шағирәне ошо оло ҡыуанысын уртаҡлашырға ауылдашы, Ғафури районында йәшәп ижад итеүсе ағинәй, сәсәниә Фәүзиә Алтынбикә апай ҙа килгәйне. Ике быуын шағирәһен берләштергән оло көс – ғәзиз тыуған яҡҡа, туған халҡыма бөткөһөҙ һөйөү тойғоһо – күҙгә йәш эркетер шиғырҙарға йән өрәлер ул.
Күҙ яуын алырлыҡ сәскә гөлләмәләре араһында иҫтәлеккә фотоға төшөү шағирәләр яҙған тарихты яңы биттәргә байытты.
Әҙибәнең ошо оло ҡыуанысын ижадташ дуҫтары, ҡәләмдәштәре лә уртаҡлашып ҡайнар ҡотлауҙар ебәргән. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Илешева, “Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова, Абдулҡадир Инан исемендәге милли китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина, шағирә Эльмира Сәсәниә, Ҡазан ҡалаһында эшләп ижад итеүсе Марат Кәбировтар шағирәгә яңы үрҙәр, ҡояшлы таңдар, йондоҙҙарҙан мөлдөрәп шиғыр ҡойған төндәр теләй.
Күптән кәрәк булған, көтөп алған Экология йылында ысыҡ һутына ҡисса яҙған шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова менән бергә беҙ ҙә, китап донъяһына ғашиҡтар, уны яратып, ҡәҙерләп һоҡланыусылар, уның һымаҡ ысыҡ һутындағы шиғыр күрәсәкбеҙ хәҙер. Ә, бәлки, балалар араһында уға алмашсы ла ултырғандыр бөгөн. Ошо илаһи мөғжизәгә ысын күңелдән ышанғы килә.
Бай кисәне юғары кимәлдә алып барған китапхана мөдире Зөлфирә Таһированың эше маҡтауға лайыҡ. Ямғырлы июндең бер кисендә күңелдәргә ете төҫлө йәйғор ҡалҡыта алды мәктәбебеҙҙең, тыуған яҡтың ғорурлығы шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова.