Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ кем өсөн ижад итәбеҙ?
Беҙ кем өсөн ижад итәбеҙ?Йәмәғәтселек, китап уҡыусылар менән осрашҡанда ҡайһы саҡ мине “Күренекле прозаик һәм шағир” тип иғлан итәләр. Үҙемде шундай дәрәжәгә күтәреүҙе ишетһәм, уңайһыҙланыу тойғоһо кисерәм. Бындай ҙурлауға лайыҡ түгелмен кеүек. Үҙемде яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған кешеләй хис итәм. Ни хикмәттер, шул хистән арына алғаным юҡ. Бының сәбәбе, ихтимал, бала саҡтан киләлер, тип уйлайым. Һуғышта атайымдың һәләк булыуы, ауырыу әсәй менән аслыҡ-яланғаслыҡ кисереп үҫеү, шул арҡала даими күңел төшөнкөлөгө, кәмһенеү үҙ эҙен ҡалдырғандыр, күрәһең.


Ниңәлер кескәй саҡтан оялсан, ҡы­йыу­һыҙ булдым, кәрәк осраҡта ла әрһеҙләнеп барманым. Эсем­дән әрнеү, ризаһыҙлыҡ кисерһәм дә, хәлемде үҙ яйынараҡ ҡуйҙым: күрерҙәр, аңларҙар, тип уйланым, ләкин аңлау осраҡтары тормошомда бик аҙ булды. Күбеһенсә, йомшаҡлығымдан файҙа­ланып, выжданһыҙҙар өлөшөмдө ашаны. Ундайҙар берәүҙе рәнйетеп, уның иҫәбенә икенсене ҡәнәғәтлән­дереүҙең шулай уҡ әхлаҡһыҙлыҡ икәнен аңламай.
Әлбиттә, донъяла ғәҙел кеше­ләр ҙә аҙ түгел. Тормош юлыңда шундайҙарға юлығыу – үҙе ҙур бәхет ул. Яҙмышыңды уңай яҡҡа үҙгәртергә, хатта бәхетеңде та­бырға мөмкин. Ә ҡайһы саҡ ғәҙел бул­маған, вайымһыҙ бер бәндә һине ут-һыуға төшөрөүе, киләсә­геңде урлауы ихтимал.
1968 йылда тәүге шиғырҙар йыйын­тығымды әҙерләп, Яҙыу­сылар союзына тапшырҙым. Уны тикшереүгә егермеләп кеше кил­гәйне. Беренсе һүҙҙе күренекле әҙәбиәт ғалимы Ким Әхмәтйәнов алды. Ул күп кенә шиғырҙарыма туҡталып, ен­текләп анализ яһа­ны. Шәхсән таныш булмаһам да, уны яҡшы белә инем. 1965 йыл­дың 17 декабрендә “Совет Баш­ҡорт­останы” (хәҙерге “Башҡорт­остан”) гәзи­тендә сыҡҡан “Поэ­зиябыҙҙың йәш гвар­дияһы” тигән мәҡәләһендә минең шиғыр­ҙарыма ыңғай баһа биргәйне. Әлеге ултырышта ла бик тә кешелекле, теләк­тәшлек рухында һөйләне ул: хупланы ла, тән­ҡитләне лә. Унан Ғәйнан Әмири, Рафаэль Сафин, Муса Ғәли, Сафуан Әли­баев һәм башҡалар сығыш яһаған йыйынтыҡты, нигеҙҙә, ыңғай баһаланылар һәм, иң мөһиме, нәшриәткә китап итеп сығарыу өсөн тәҡдим иттеләр.
Мин бер-ике ай кәмселектәр өҫтөндә эшләп, үҙемсә, еренә еткергәндәй булып, ҡулъяҙмамды нәшриәткә илттем. Минең ҡай­ғыларым, мәшәҡәттәрем шунан һуң башланды. Ни өсөндөр дүрт йыл ятҡыр­ҙылар. Мөхәррир йы­йынтыҡты уҡып сығып, яҙмышын хәл итергә вәғәҙә биреп ҡала ла онота.
Ул ваҡытта мин “Кызыл таң” гәзитендә эшләй инем. Йәш кеше булараҡ, район­дарға, ҡалаларға командировкаға йыш сығам, үҙем өсөн дә, авторҙар өсөн дә мәҡә­ләләр яҙам. Әҙәби ижад өсөн ваҡыт үтә аҙ ҡала, был йәһәттән әүҙемлек етмәй. Һиҙенәм: минең хаҡта йәмәғәтселек фекере бигүк шәптән түгел кеүек. Йыйын­тығым­дың яҙмышы ла, ихтимал, күпме­лер дәрәжәлә шуға бәйләнгәндер.
Йыйынтығым Хөрмәт Бикҡо­ловҡа күскәс кенә, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Хөрмәт ағай эшсән, авторҙарға иғтибарлы, шул уҡ ваҡытта бик принципиаль мөхәр­рир ине. Ул яҙыусы килтергән ҡулъяҙманы яратмаһа йәки маҡсатҡа яраҡлы тип тапмаһа, сигенеү белмәй, китап итеп сы­ғар­май. Әммә минең шиғырҙар йыйын­тығымды хупланы ул, уны рецензияға Хәким Ғиләжевкә бирҙе. Хәким ағай, ҡәләмдәш­тәренә талапсан булһа ла, ҡайһы саҡта тойғоға, кәйефкә бирелеү­сәнерәк кеше ине. Яҙыусылар союзының протоколында Ким Әхмәтйәнов һәм башҡа сығыш яһаусылар хуплаған күп кенә шиғырҙар ниңәлер Хәким ағайға оҡша­маған. Әҫәрҙәремә айырым-айырым характеристика биреп: “Был йыйынтыҡта авторға ла, мөхәрриргә лә байтаҡ эш бар әле”, – тигән һөҙөмтә яһаған. Әл­биттә, бынан һуң ҡулъяҙмамды йәнә ҡарап сығырға тура килде. Быларҙы мөхәрриргә күрһәттем. Ул риза булды һәм Хөрмәт Талха улы (ауыр тупрағы еңел булһын) йыйынтығымды планға керетте. 1976 йылда йыйынтыҡ китап булып баҫылып сығырға тейеш ине, ләкин нәшерләнмәне.
Эш былай булды. Хөрмәт Бикҡолов йыйынтыҡты баҫмаға әҙерләне. Инде нәфис һәм балалар әҙәбиәте секторы мөдире­нең һәм нәшриәт директорының ҡултамғаһы ғына ҡалды. Унан ике-өс айҙан йыйынтыҡ донъя күрәсәк. Хөрмәт ағай мине шулай дәртләндерҙе һәм күҙ алдымда ҡулъяҙмаға ҡул ҡуйыу өсөн мөдиргә тапшырҙы.
Мин нәшриәттән ҡанатланып ҡайтып киттем. “Китабым, ниһа­йәт, донъя күрәсәк”, – тип ҡыуа­нып йөрөнөм. Әммә 5-6 көндән, әҙерләп бирелгән йыйынтыҡҡа директор ҡул ҡуймаған, имеш, тигән хәбәр ишеттем. Шунда уҡ нәшриәткә барып еттем. Дирек­торға мин ниңәлер кермәнем. Аҙна-ун көндән йыйынтығымдың пландан төшөп ҡалыуы тура­һында ишеттем. Был хәлде мин бик ауыр кисерҙем, әллә күпме төндәр йоҡлай алмай уйланып сыҡтым. Ул саҡта шиғриәт минең өсөн йәшәүемдең маҡсаты ине. Ижадтан ваз кистереү үлем менән бер ине миңә.
Тормошоңда осраған бындай күтәр­геһеҙ һынауҙар кеше рухын һындырыуы ихтимал, ләкин бирешмәҫкә тырыштым, үҙемә, һәләтемә ышана инем. Ә ышаныс кешене үлтермәй ул.
1980 йылда элек пландан тө­шөп ҡалған 2,5 табаҡлыҡ йы­йынтығымдан бер табаҡлы ғына китапсыҡ дөйөм йыйынтыҡта килеп сыҡты. Әлбиттә, ҡулъяҙмам­дың тулы килеш донъя күрмәүе оҙаҡ ваҡыт күңелемде ҡырып торҙо. Уның 1976 йылда пландан төшөп ҡалыу сәбәбен һуңыраҡ Хөрмәт ағай былай аңлатты:
“Мин сирләп, бер аҙна эшкә сыға алманым. Һауығып килгәс, сектор мөдире менән бик ҡаты һүҙгә килештек. Ул мине эшемдән ҡыуырға маташты. Директор яҡлап ҡалды, телдән шелтә ме­нән сикләнде. Бына шундай мө­нәсәбәттәре­беҙҙең кире мәлендә сектор мөдиренә һинең ҡулъяҙ­маң эләкте. Ул: “Йыйынтыҡ мөхәррир тарафынан тейешенсә эшлән­мәгән”, – тип, һыҙғылап: “Теләһә нисек хәл итһен”, – тип директорға ебәрҙе. Сектор мөдире ҡул ҡуймаған әйбергә директор ҡул ҡуямы? Бына шулай һинең йыйынтыҡ йыл планынан төшөп ҡалды”.
Мин Хөрмәт Талха улына рәх­мәтлемен. Тәүге ҡарлуғасыма донъя күрһәтеү өсөн ул бөтәһен дә эшләне. Бына шул ҡулъяҙма бөгөн алдымда ята. Титул би­тендә – нәшриәт штампы. Унда Хөрмәт ағайҙың үҙенә хас ҡул­тамғаһы. Ә сектор мөдире графаһында, билдәле инде, директор графаһында ла ҡултамғалар юҡ.
Бына шул тәүге ҡулъяҙманы (уны нәшриәттән алып, архивҡа һалып ҡуйған инем) күҙҙән кисерәм. Ул стилистик яҡтан яҡшы эшләнгән, серәкәй ҙә моронон тығырлыҡ түгел. Әлбиттә, йомшағыраҡ шиғырҙар ҙа бар. Быныһы инде йәш шағир өсөн тәбиғи хәл. Эйе, заманында йыйын­тыҡты китап итеп сыға­рырға мөмкин булған. Унда минең үҙ стилем, балҡып уҡ тормаһа ла, шиғри тауышым да төҫ­мөрләнгән. Быны берҙән-бер кеше – Ким Әхмәтйәнов асыҡ күргән. 78-се йылда, буғай, мине Матбуғат йортонда осратып: “Ҡайҙа теге беҙ тикшергән китабың? Һаман сыҡманымы ни?” – тип һораны. Мин хәлде һөйләп биргәс, ул: “Ах, Рәшит, һиндә шиғриәт, шиғри рух бар бит. Активыраҡ эшлә”, – тине. Был кәңәште секция ултырышында Муса Ғәли ҙә әйткәйне. Ләкин ул осорҙа гәзит эше, айырыуса тәүге йылдарҙа, бөтә көстө, энергияны һура, ижадҡа дәрт-дарман бик аҙ ҡала.
Шуны ла әйтергә кәрәк: үҙемде мәжбүр итеп шиғыр яҙып ул­тырғаным юҡ. Ғәҙәтем шундай: бер-ике йә өс ай, хатта күберәк бер юл да яҙмай йөрөйөм. Бына бер мәл күңелемдә ниндәйҙер фекерҙәр тыуа, хис-тойғо уяна. Шунан алты-ете, ҡайһы саҡта унлап шиғыр яҙып алам да йәнә тынып ҡалам. Шулай ижад итә-итә 350-ләп шиғыр, дүрт поэма донъяға килгән, һәм уларҙың бөтәһе лә тиерлек матбуғатта баҫылып сыҡҡан. Быларҙан тыш, минең ижади багажда егермегә яҡын повесть, 30 хикәйә, ҡырҡтан ашыу әҙәби рецензия, мәҡәлә, яҙыусылар тураһында иҫтәлек­тәр. Суд залдарынан унлап яҙма, Фәриҙә Ҡудашева тураһында яҙылған “Тамаша” журналының ике һанында баҫылып сыҡҡан ҙур очерк һәм башҡа материалдар бар. Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк: мин 74 йәшкә ҡәҙәр төрлө редакцияларҙа һәм Яҙыусылар союзында эшләнем. Бөтә әҫәр­ҙәрем ял һәм йоҡо иҫәбенә яҙылды, һәм шуныһы ҡыуаныс­лы: уҡыусылар уларға бер ҡасан да битараф булманы…
Миңә ҡарата “күренекле” тигән һүҙҙән уңайһыҙланыуым үҙ алдыма ҡуйған юғары талаптарҙы үтәп бөтөрмәүҙән тыуған тойғо ахыры. Ижадымдың башында уҡ ун йылдан ашыу тотҡарлыҡ булмаһа, ихтимал, мине баш­ҡасараҡ яҙмыш көтөр ине. Ижад эшендә кешенең кәйефе, дәрте мөһим роль уйнай бит. Минең йондоҙнамәмә лә (мин астрология, хиромантия, магия менән ҡыҙыҡһынам) сәнғәткә мөнәсә­бәтем былай күрһәтелә: “У вас артистичная и впечатлительная натура и способности преуспеть в искусстве, литературе, музыке, театре, словом, в высоком искусстве”. Ә хиромантияла сәнғәткә һәләтем, айырыуса прозала асыҡ сағыла. Билдәлелек йәһәте­нән киләсәгем өмөтлө. Тик ғүмер һәм һаулыҡ булһын.
Ижадсы хеҙмәтендә аҡса һуңғы урында тормаһа ла, ул уның өсөн генә эшләмәй. Ижад – ул рухи талап, сәнғәтең менән үҙеңде күрһәтергә, танытырға ынтылыш. Һәр сәнғәткәрҙең күңелендә үҙ халҡының ихтирамын ҡаҙаныу хыялы йәшәй. Был – иң изге, мөҡәддәс идеал. Ижадсы ошо идеалға өлгәшә икән – ул бәхетле, сөнки сәнғәттең йәшәү-йәшәмәүен халыҡ ихтирамы, мөхәббәте билдәләй. Һуңғы иҫәптә, ижад күләме лә, хөкүмәт бүләктәре лә түгел, ысын һәм һүнмәҫ данды ошо нәмә генә килтерергә мөмкин.
“Миңә дан кәрәкмәй”, “Мин дан өсөн эшләмәйем” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килгәне бар. Бындай һүҙҙәргә ышанмайым. Юға­рыла әйткәнемсә, ижад ниге­ҙендә халыҡ ихтирамын ҡаҙаныу теләге ята, һәм шөһрәткә ынтылмаған, амбицияһыҙ кеше ысын сәнғәткәр була аламы икән? Һәр ижад­сы, айырым алғанда, яҙыусы әҫәрен­дәге һәр ваҡиғаны, һәр эпизодты һәм һәр характерҙы тормошсан, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта үҙен­сәлекле итергә тырыша. Ә уны матбуғатта баҫтырғас: “Уҡыусы нисек ҡабул итер? Яратырмы?” – тип борсола. Ошо үҙе үк халыҡта танылырға ынтылыш түгелме ни?
Яҙыусылар ҙа, китаптар ҙа күп булған был заманда уҡыусылар­ҙың әҫәреңде айырып билдәләүе, таныуы – ҙур ваҡиға ул. Ҡәләм әһелдәре араһындағы бәйге шуның өсөн бара ла. Был бәйгелә еңеү өсөн әҫәреңде халыҡҡа күрһәтеү шарт. Бына шунда шәфҡәтһеҙ көрәшме, алышмы башлана ла. Асыҡ һәм йәшерен дош­мандарың һине бәйгелә ҡатнаштырмау өсөн бөтә сара­ларҙы күрә. Кәрәк урында һинең талантыңа ҡарата шик тыуҙы­рыуы, үҙенең маркаһын күтәреү өсөн һине бөтөрөп ташлауы ла ихтимал. Ләкин ысын ижадсы, уға ҡарап, эштән биҙергә, әҫәрҙә­рен донъяға күрһәтеү өсөн көрәштән туҡ­тарға тейеш түгел, сөнки талантлы һәр әҫәр – авторҙың ғына түгел, халҡының да ҡаҙанышы ул.
Беҙҙә Башҡортостан ерлеген­дә тыуған матур әҙәбиәтте күберәк сығарыу мөмкин­леге бар. Һәм, иң мөһиме, республикала уға һорау юҡ түгел, тик ҡайһы бер райондарҙа сауҙа нөктәләре ойошторорға кәрәк. Был ысын-ысындан дәүләт әһәмиә­тендәге бурыс бит.
Инде шуны теләйһе ҡала, китап сыға­рыу, юғарыла мин һөйләгән кеүек, мажа­раға әйләнмәһен ине. Ниһайәт, әҙәбиәт донъяһында иркенерәк һулап йәшәй башлаһаҡ ине.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779