Йәмәғәтселек, китап уҡыусылар менән осрашҡанда ҡайһы саҡ мине “Күренекле прозаик һәм шағир” тип иғлан итәләр. Үҙемде шундай дәрәжәгә күтәреүҙе ишетһәм, уңайһыҙланыу тойғоһо кисерәм. Бындай ҙурлауға лайыҡ түгелмен кеүек. Үҙемде яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған кешеләй хис итәм. Ни хикмәттер, шул хистән арына алғаным юҡ. Бының сәбәбе, ихтимал, бала саҡтан киләлер, тип уйлайым. Һуғышта атайымдың һәләк булыуы, ауырыу әсәй менән аслыҡ-яланғаслыҡ кисереп үҫеү, шул арҡала даими күңел төшөнкөлөгө, кәмһенеү үҙ эҙен ҡалдырғандыр, күрәһең. Ниңәлер кескәй саҡтан оялсан, ҡыйыуһыҙ булдым, кәрәк осраҡта ла әрһеҙләнеп барманым. Эсемдән әрнеү, ризаһыҙлыҡ кисерһәм дә, хәлемде үҙ яйынараҡ ҡуйҙым: күрерҙәр, аңларҙар, тип уйланым, ләкин аңлау осраҡтары тормошомда бик аҙ булды. Күбеһенсә, йомшаҡлығымдан файҙаланып, выжданһыҙҙар өлөшөмдө ашаны. Ундайҙар берәүҙе рәнйетеп, уның иҫәбенә икенсене ҡәнәғәтләндереүҙең шулай уҡ әхлаҡһыҙлыҡ икәнен аңламай.
Әлбиттә, донъяла ғәҙел кешеләр ҙә аҙ түгел. Тормош юлыңда шундайҙарға юлығыу – үҙе ҙур бәхет ул. Яҙмышыңды уңай яҡҡа үҙгәртергә, хатта бәхетеңде табырға мөмкин. Ә ҡайһы саҡ ғәҙел булмаған, вайымһыҙ бер бәндә һине ут-һыуға төшөрөүе, киләсәгеңде урлауы ихтимал.
1968 йылда тәүге шиғырҙар йыйынтығымды әҙерләп, Яҙыусылар союзына тапшырҙым. Уны тикшереүгә егермеләп кеше килгәйне. Беренсе һүҙҙе күренекле әҙәбиәт ғалимы Ким Әхмәтйәнов алды. Ул күп кенә шиғырҙарыма туҡталып, ентекләп анализ яһаны. Шәхсән таныш булмаһам да, уны яҡшы белә инем. 1965 йылдың 17 декабрендә “Совет Башҡортостаны” (хәҙерге “Башҡортостан”) гәзитендә сыҡҡан “Поэзиябыҙҙың йәш гвардияһы” тигән мәҡәләһендә минең шиғырҙарыма ыңғай баһа биргәйне. Әлеге ултырышта ла бик тә кешелекле, теләктәшлек рухында һөйләне ул: хупланы ла, тәнҡитләне лә. Унан Ғәйнан Әмири, Рафаэль Сафин, Муса Ғәли, Сафуан Әлибаев һәм башҡалар сығыш яһаған йыйынтыҡты, нигеҙҙә, ыңғай баһаланылар һәм, иң мөһиме, нәшриәткә китап итеп сығарыу өсөн тәҡдим иттеләр.
Мин бер-ике ай кәмселектәр өҫтөндә эшләп, үҙемсә, еренә еткергәндәй булып, ҡулъяҙмамды нәшриәткә илттем. Минең ҡайғыларым, мәшәҡәттәрем шунан һуң башланды. Ни өсөндөр дүрт йыл ятҡырҙылар. Мөхәррир йыйынтыҡты уҡып сығып, яҙмышын хәл итергә вәғәҙә биреп ҡала ла онота.
Ул ваҡытта мин “Кызыл таң” гәзитендә эшләй инем. Йәш кеше булараҡ, райондарға, ҡалаларға командировкаға йыш сығам, үҙем өсөн дә, авторҙар өсөн дә мәҡәләләр яҙам. Әҙәби ижад өсөн ваҡыт үтә аҙ ҡала, был йәһәттән әүҙемлек етмәй. Һиҙенәм: минең хаҡта йәмәғәтселек фекере бигүк шәптән түгел кеүек. Йыйынтығымдың яҙмышы ла, ихтимал, күпмелер дәрәжәлә шуға бәйләнгәндер.
Йыйынтығым Хөрмәт Бикҡоловҡа күскәс кенә, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Хөрмәт ағай эшсән, авторҙарға иғтибарлы, шул уҡ ваҡытта бик принципиаль мөхәррир ине. Ул яҙыусы килтергән ҡулъяҙманы яратмаһа йәки маҡсатҡа яраҡлы тип тапмаһа, сигенеү белмәй, китап итеп сығармай. Әммә минең шиғырҙар йыйынтығымды хупланы ул, уны рецензияға Хәким Ғиләжевкә бирҙе. Хәким ағай, ҡәләмдәштәренә талапсан булһа ла, ҡайһы саҡта тойғоға, кәйефкә бирелеүсәнерәк кеше ине. Яҙыусылар союзының протоколында Ким Әхмәтйәнов һәм башҡа сығыш яһаусылар хуплаған күп кенә шиғырҙар ниңәлер Хәким ағайға оҡшамаған. Әҫәрҙәремә айырым-айырым характеристика биреп: “Был йыйынтыҡта авторға ла, мөхәрриргә лә байтаҡ эш бар әле”, – тигән һөҙөмтә яһаған. Әлбиттә, бынан һуң ҡулъяҙмамды йәнә ҡарап сығырға тура килде. Быларҙы мөхәрриргә күрһәттем. Ул риза булды һәм Хөрмәт Талха улы (ауыр тупрағы еңел булһын) йыйынтығымды планға керетте. 1976 йылда йыйынтыҡ китап булып баҫылып сығырға тейеш ине, ләкин нәшерләнмәне.
Эш былай булды. Хөрмәт Бикҡолов йыйынтыҡты баҫмаға әҙерләне. Инде нәфис һәм балалар әҙәбиәте секторы мөдиренең һәм нәшриәт директорының ҡултамғаһы ғына ҡалды. Унан ике-өс айҙан йыйынтыҡ донъя күрәсәк. Хөрмәт ағай мине шулай дәртләндерҙе һәм күҙ алдымда ҡулъяҙмаға ҡул ҡуйыу өсөн мөдиргә тапшырҙы.
Мин нәшриәттән ҡанатланып ҡайтып киттем. “Китабым, ниһайәт, донъя күрәсәк”, – тип ҡыуанып йөрөнөм. Әммә 5-6 көндән, әҙерләп бирелгән йыйынтыҡҡа директор ҡул ҡуймаған, имеш, тигән хәбәр ишеттем. Шунда уҡ нәшриәткә барып еттем. Директорға мин ниңәлер кермәнем. Аҙна-ун көндән йыйынтығымдың пландан төшөп ҡалыуы тураһында ишеттем. Был хәлде мин бик ауыр кисерҙем, әллә күпме төндәр йоҡлай алмай уйланып сыҡтым. Ул саҡта шиғриәт минең өсөн йәшәүемдең маҡсаты ине. Ижадтан ваз кистереү үлем менән бер ине миңә.
Тормошоңда осраған бындай күтәргеһеҙ һынауҙар кеше рухын һындырыуы ихтимал, ләкин бирешмәҫкә тырыштым, үҙемә, һәләтемә ышана инем. Ә ышаныс кешене үлтермәй ул.
1980 йылда элек пландан төшөп ҡалған 2,5 табаҡлыҡ йыйынтығымдан бер табаҡлы ғына китапсыҡ дөйөм йыйынтыҡта килеп сыҡты. Әлбиттә, ҡулъяҙмамдың тулы килеш донъя күрмәүе оҙаҡ ваҡыт күңелемде ҡырып торҙо. Уның 1976 йылда пландан төшөп ҡалыу сәбәбен һуңыраҡ Хөрмәт ағай былай аңлатты:
“Мин сирләп, бер аҙна эшкә сыға алманым. Һауығып килгәс, сектор мөдире менән бик ҡаты һүҙгә килештек. Ул мине эшемдән ҡыуырға маташты. Директор яҡлап ҡалды, телдән шелтә менән сикләнде. Бына шундай мөнәсәбәттәребеҙҙең кире мәлендә сектор мөдиренә һинең ҡулъяҙмаң эләкте. Ул: “Йыйынтыҡ мөхәррир тарафынан тейешенсә эшләнмәгән”, – тип, һыҙғылап: “Теләһә нисек хәл итһен”, – тип директорға ебәрҙе. Сектор мөдире ҡул ҡуймаған әйбергә директор ҡул ҡуямы? Бына шулай һинең йыйынтыҡ йыл планынан төшөп ҡалды”.
Мин Хөрмәт Талха улына рәхмәтлемен. Тәүге ҡарлуғасыма донъя күрһәтеү өсөн ул бөтәһен дә эшләне. Бына шул ҡулъяҙма бөгөн алдымда ята. Титул битендә – нәшриәт штампы. Унда Хөрмәт ағайҙың үҙенә хас ҡултамғаһы. Ә сектор мөдире графаһында, билдәле инде, директор графаһында ла ҡултамғалар юҡ.
Бына шул тәүге ҡулъяҙманы (уны нәшриәттән алып, архивҡа һалып ҡуйған инем) күҙҙән кисерәм. Ул стилистик яҡтан яҡшы эшләнгән, серәкәй ҙә моронон тығырлыҡ түгел. Әлбиттә, йомшағыраҡ шиғырҙар ҙа бар. Быныһы инде йәш шағир өсөн тәбиғи хәл. Эйе, заманында йыйынтыҡты китап итеп сығарырға мөмкин булған. Унда минең үҙ стилем, балҡып уҡ тормаһа ла, шиғри тауышым да төҫмөрләнгән. Быны берҙән-бер кеше – Ким Әхмәтйәнов асыҡ күргән. 78-се йылда, буғай, мине Матбуғат йортонда осратып: “Ҡайҙа теге беҙ тикшергән китабың? Һаман сыҡманымы ни?” – тип һораны. Мин хәлде һөйләп биргәс, ул: “Ах, Рәшит, һиндә шиғриәт, шиғри рух бар бит. Активыраҡ эшлә”, – тине. Был кәңәште секция ултырышында Муса Ғәли ҙә әйткәйне. Ләкин ул осорҙа гәзит эше, айырыуса тәүге йылдарҙа, бөтә көстө, энергияны һура, ижадҡа дәрт-дарман бик аҙ ҡала.
Шуны ла әйтергә кәрәк: үҙемде мәжбүр итеп шиғыр яҙып ултырғаным юҡ. Ғәҙәтем шундай: бер-ике йә өс ай, хатта күберәк бер юл да яҙмай йөрөйөм. Бына бер мәл күңелемдә ниндәйҙер фекерҙәр тыуа, хис-тойғо уяна. Шунан алты-ете, ҡайһы саҡта унлап шиғыр яҙып алам да йәнә тынып ҡалам. Шулай ижад итә-итә 350-ләп шиғыр, дүрт поэма донъяға килгән, һәм уларҙың бөтәһе лә тиерлек матбуғатта баҫылып сыҡҡан. Быларҙан тыш, минең ижади багажда егермегә яҡын повесть, 30 хикәйә, ҡырҡтан ашыу әҙәби рецензия, мәҡәлә, яҙыусылар тураһында иҫтәлектәр. Суд залдарынан унлап яҙма, Фәриҙә Ҡудашева тураһында яҙылған “Тамаша” журналының ике һанында баҫылып сыҡҡан ҙур очерк һәм башҡа материалдар бар. Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк: мин 74 йәшкә ҡәҙәр төрлө редакцияларҙа һәм Яҙыусылар союзында эшләнем. Бөтә әҫәрҙәрем ял һәм йоҡо иҫәбенә яҙылды, һәм шуныһы ҡыуаныслы: уҡыусылар уларға бер ҡасан да битараф булманы…
Миңә ҡарата “күренекле” тигән һүҙҙән уңайһыҙланыуым үҙ алдыма ҡуйған юғары талаптарҙы үтәп бөтөрмәүҙән тыуған тойғо ахыры. Ижадымдың башында уҡ ун йылдан ашыу тотҡарлыҡ булмаһа, ихтимал, мине башҡасараҡ яҙмыш көтөр ине. Ижад эшендә кешенең кәйефе, дәрте мөһим роль уйнай бит. Минең йондоҙнамәмә лә (мин астрология, хиромантия, магия менән ҡыҙыҡһынам) сәнғәткә мөнәсәбәтем былай күрһәтелә: “У вас артистичная и впечатлительная натура и способности преуспеть в искусстве, литературе, музыке, театре, словом, в высоком искусстве”. Ә хиромантияла сәнғәткә һәләтем, айырыуса прозала асыҡ сағыла. Билдәлелек йәһәтенән киләсәгем өмөтлө. Тик ғүмер һәм һаулыҡ булһын.
Ижадсы хеҙмәтендә аҡса һуңғы урында тормаһа ла, ул уның өсөн генә эшләмәй. Ижад – ул рухи талап, сәнғәтең менән үҙеңде күрһәтергә, танытырға ынтылыш. Һәр сәнғәткәрҙең күңелендә үҙ халҡының ихтирамын ҡаҙаныу хыялы йәшәй. Был – иң изге, мөҡәддәс идеал. Ижадсы ошо идеалға өлгәшә икән – ул бәхетле, сөнки сәнғәттең йәшәү-йәшәмәүен халыҡ ихтирамы, мөхәббәте билдәләй. Һуңғы иҫәптә, ижад күләме лә, хөкүмәт бүләктәре лә түгел, ысын һәм һүнмәҫ данды ошо нәмә генә килтерергә мөмкин.
“Миңә дан кәрәкмәй”, “Мин дан өсөн эшләмәйем” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килгәне бар. Бындай һүҙҙәргә ышанмайым. Юғарыла әйткәнемсә, ижад нигеҙендә халыҡ ихтирамын ҡаҙаныу теләге ята, һәм шөһрәткә ынтылмаған, амбицияһыҙ кеше ысын сәнғәткәр була аламы икән? Һәр ижадсы, айырым алғанда, яҙыусы әҫәрендәге һәр ваҡиғаны, һәр эпизодты һәм һәр характерҙы тормошсан, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле итергә тырыша. Ә уны матбуғатта баҫтырғас: “Уҡыусы нисек ҡабул итер? Яратырмы?” – тип борсола. Ошо үҙе үк халыҡта танылырға ынтылыш түгелме ни?
Яҙыусылар ҙа, китаптар ҙа күп булған был заманда уҡыусыларҙың әҫәреңде айырып билдәләүе, таныуы – ҙур ваҡиға ул. Ҡәләм әһелдәре араһындағы бәйге шуның өсөн бара ла. Был бәйгелә еңеү өсөн әҫәреңде халыҡҡа күрһәтеү шарт. Бына шунда шәфҡәтһеҙ көрәшме, алышмы башлана ла. Асыҡ һәм йәшерен дошмандарың һине бәйгелә ҡатнаштырмау өсөн бөтә сараларҙы күрә. Кәрәк урында һинең талантыңа ҡарата шик тыуҙырыуы, үҙенең маркаһын күтәреү өсөн һине бөтөрөп ташлауы ла ихтимал. Ләкин ысын ижадсы, уға ҡарап, эштән биҙергә, әҫәрҙәрен донъяға күрһәтеү өсөн көрәштән туҡтарға тейеш түгел, сөнки талантлы һәр әҫәр – авторҙың ғына түгел, халҡының да ҡаҙанышы ул.
Беҙҙә Башҡортостан ерлегендә тыуған матур әҙәбиәтте күберәк сығарыу мөмкинлеге бар. Һәм, иң мөһиме, республикала уға һорау юҡ түгел, тик ҡайһы бер райондарҙа сауҙа нөктәләре ойошторорға кәрәк. Был ысын-ысындан дәүләт әһәмиәтендәге бурыс бит.
Инде шуны теләйһе ҡала, китап сығарыу, юғарыла мин һөйләгән кеүек, мажараға әйләнмәһен ине. Ниһайәт, әҙәбиәт донъяһында иркенерәк һулап йәшәй башлаһаҡ ине.