Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Премияға кемдәр дәғүә итә?
Премияға кемдәр дәғүә итә?Ошо көндәрҙә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүәселәрҙең исемдәре асыҡланды. Наградаға 11 кеше һәм дүрт ижади коллектив дәғүә итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Шәйехзада Бабич исемендәге премия әҙәбиәтселәргә, сәнғәт һәм архитектура вәкилдәренә тапшырыла. Яҙыусылар араһында уға “Өй түбәмдә күгәрсендәр” китабы өсөн Алмас Шаммасов, әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Ләйсән Ҡорманова, “Путь во тьме” романында тәрән фәлсәфәүи фекер өсөн Лилия Щедрина, “Өмөт усағы” әҙәби әҫәре өсөн Миләүшә Гәрәева дәғүә итә. Архитекторҙар араһындағы номинацияла кандидат берәү. Ул – Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса фәнни-етештереү үҙәге. Үҙәк премияға “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы”ның һәм “Сибай ҡалаһындағы концерт-театр берекмәһе бинаһын реконструкциялау”ҙың проект документацияһын эшләгән өсөн тәҡдим ителгәйне.
Дәғүәселәр араһында сәнғәт өлкәһе вәкилдәре бик күп. Өс ижади коллектив премия өсөн көс һынаша. Тәүгеһе – “Хыялға ҡаршы” спектаклен ҡуйыу оҫталығы һәм башҡорт театр сәнғәтен пропагандалаған, икенсеһе – “Бабич” тулы метражлы тарихи нәфис фильмында юғары актерлыҡ оҫталығы, өсөнсөһө иһә “Өфөнән һөйөү менән!” фильмын ҡуйған өсөн Бабич премияһына дәғүә итә. Айырым конкурсанттар араһында Айнур Искәндәров (башҡарыу сәнғәте өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары һәм баян инструменталь ижадын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн), Ләйсән Мәзитова (телевидение проекттары аша балаларҙы, йәштәрҙе рухи-патриотик һәм әхлаҡи тәрбиәләүгә өлөш индергәне өсөн), Николай Попов (“Һыуһылыу” (“Водная красавица”) тәүге йәштәр милли балетына музыка яҙған һәм халыҡ-ара кимәлдә Башҡортостан мәҙәниәтен танытыуға тос өлөш индергән өсөн), Алһыу Хасбиуллина (хор сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн), Артур Ҡәйепҡолов (Башҡортостандың театр-сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә һәм танытыуға тос өлөш индергән өсөн, Руслан Әбелханов (балет мәктәбенең иң яҡшы йолаларын байытыуға, театр-сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн), Денис Аксенов (үҫмерҙәр һәм йәштәр мөхитендә мәҙәниәтте һәм сәнғәтте әүҙем үҫтергән, белем биреү эшмәкәрлеге өсөн) бар.
Комиссия еңеүселәргә баһа биреп, иң-иңдәрҙе һайлап аласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779