Ошо көндәрҙә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүәселәрҙең исемдәре асыҡланды. Наградаға 11 кеше һәм дүрт ижади коллектив дәғүә итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шәйехзада Бабич исемендәге премия әҙәбиәтселәргә, сәнғәт һәм архитектура вәкилдәренә тапшырыла. Яҙыусылар араһында уға “Өй түбәмдә күгәрсендәр” китабы өсөн Алмас Шаммасов, әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Ләйсән Ҡорманова, “Путь во тьме” романында тәрән фәлсәфәүи фекер өсөн Лилия Щедрина, “Өмөт усағы” әҙәби әҫәре өсөн Миләүшә Гәрәева дәғүә итә. Архитекторҙар араһындағы номинацияла кандидат берәү. Ул – Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса фәнни-етештереү үҙәге. Үҙәк премияға “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы”ның һәм “Сибай ҡалаһындағы концерт-театр берекмәһе бинаһын реконструкциялау”ҙың проект документацияһын эшләгән өсөн тәҡдим ителгәйне.
Дәғүәселәр араһында сәнғәт өлкәһе вәкилдәре бик күп. Өс ижади коллектив премия өсөн көс һынаша. Тәүгеһе – “Хыялға ҡаршы” спектаклен ҡуйыу оҫталығы һәм башҡорт театр сәнғәтен пропагандалаған, икенсеһе – “Бабич” тулы метражлы тарихи нәфис фильмында юғары актерлыҡ оҫталығы, өсөнсөһө иһә “Өфөнән һөйөү менән!” фильмын ҡуйған өсөн Бабич премияһына дәғүә итә. Айырым конкурсанттар араһында Айнур Искәндәров (башҡарыу сәнғәте өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары һәм баян инструменталь ижадын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн), Ләйсән Мәзитова (телевидение проекттары аша балаларҙы, йәштәрҙе рухи-патриотик һәм әхлаҡи тәрбиәләүгә өлөш индергәне өсөн), Николай Попов (“Һыуһылыу” (“Водная красавица”) тәүге йәштәр милли балетына музыка яҙған һәм халыҡ-ара кимәлдә Башҡортостан мәҙәниәтен танытыуға тос өлөш индергән өсөн), Алһыу Хасбиуллина (хор сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн), Артур Ҡәйепҡолов (Башҡортостандың театр-сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә һәм танытыуға тос өлөш индергән өсөн, Руслан Әбелханов (балет мәктәбенең иң яҡшы йолаларын байытыуға, театр-сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн), Денис Аксенов (үҫмерҙәр һәм йәштәр мөхитендә мәҙәниәтте һәм сәнғәтте әүҙем үҫтергән, белем биреү эшмәкәрлеге өсөн) бар.
Комиссия еңеүселәргә баһа биреп, иң-иңдәрҙе һайлап аласаҡ.