Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғилек ята төбөндә
Һүҙҙәр кешеләр менән йәшәй

– Бөгөн нисәнсе уҡыу көнө әле?
– Дүртенсе. – Ағайҙың ҡатыны тиҙ яуап бирҙе.
Байтаҡ йәштәге кешеләр инде улар. Икәүләп кенә донъя көтәләр, балалары күптән айырым оя ҡорған. Мәктәп менән бәйләнештәре әллә ни булмаһа ла, аҙна көндәрен шулай боронғоса, уҡыуға бәйләп, атайҙар.
Һәм был миңә йәмғиәттәге бер проблеманы хәл итеүҙең юлы булып тойолдо. Бәғзе ерҙәшемдең аҙна көндәрен башҡортса белдерергә ниңәлер телдәре әйләнмәгәненә ишаралайым. Ҡасандыр ауыл ташлап ят совхозға күсенгән, шунда теле малға тәғәйен “ҡатнаш аҙыҡ” хәленә еткән кешеләр тураһында түгел әле һүҙ – нишләйһең, яҙмыш, хәҙер инде өгөт-нәсихәттән фәтүә әҙҙер. Балалары, уларының балалары тәңгәлендә хәл уғата хөрт. Шундайҙарҙың береһе, мине тыңлап тора биргәс, көлөп ебәрҙе, ана.
Сәбәбен һорашҡайным:
– Ҡыҙыҡ һөйләшәһең, – тине.
– Нимәһе ҡыҙыҡ? – тип аптыраным, сөнки, дуҫтарым – филфак уҡытыусылары йыш шаяртҡанса, “ябай һөйләмдәр” генә әйткәйнем, ҡушма һөйләмдең кәрәге юҡ ине.
– “Мә-ҫә-лән”, тигәнең. – Иптәш өҙөп-өҙөп асыҡлыҡ индерҙе.
Уның аптырауына инде мин ғәжәпләндем булыр.
Әле, ҡабатлайым, совхозмы, леспромхозмы, тимер юл станцияһымы кеүек телде, шуның менән бергә холоҡ-фиғелде лә үҙгәртергә һәләтле урындарҙа төйәкләнеү­се­ләрҙе түгел, ә бындай хәүефтән ситен торған арабыҙҙағыларҙы күҙҙә тотам.
Күп һүҙҙәргә, “шылтыратыу” ише тура тәржемәләргә тиклем, күнекте замандашым, ә бына “шәмбе” тиергә теле килешмәй ҙә ҡуя инде, төп шөғөлө башҡорт теленә бәйлеһе лә “суббота” тиергә генә тора.
Ә “уҡыу көнө” тиеү, эйе, оҙонораҡ, өҫтә әйтмешләй, ябай түгел, ҡушма, әммә үҙемдең мәктәп йылдарында телдән бер тынала, еп-еңел ысҡына торғайны.
Йәкшәмбе мәсьәләһен нисек хәл итәйек һуң, етенсе уҡыу көнө юҡ таһа? Уныһын ҡып-ҡыҫҡа һүҙ – “ял” тип кенә йөрөттөк.
Рәсми һүҙҙәр ҙә телгә ятып китә шулай ҡайһы саҡ. Бәхете менән тыуғандарылыр инде. Тик улар ҙа йәшәһә лә кешеләр менән бергә генә, улар хәстәрендә генә йәшәй.

Сауҙа ла күрмәй файҙа

Сәғәт магазинына инһәм, һатыусыһы юҡ. Быяла аша текәлеп ҡарай башлағай­ным, ах та ух хужабикәһе яҡынлашты:
– Сәғәт менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?
Урынһыҙ булһа ла, һорауға яуап бирергә ынтылдым да ризаһыҙ туҡтап ҡалдым – бәләкәй бүлмә тәмәке еҫе менән тулғайны. Тышта шуның менән булышып йөрөгән инде был тумалаҡ.
Һорауға һорау менән: “Ә һеҙ тарта­һығыҙмы?” – тип яуаплап торманым, шым сығып киттем.
Насар ғәҙәт, баҡтиһәң, сауҙаға ла зыян икән шулай.

Йәһәт аңлашыу сере

Ашханалағы көңгөр-ҡаңғырҙы, ҡалаҡ-сәнске шауын телефон шылтырауы күмде. Артыҡ көслө зыңғырлай. Хужаһының тауышы ла, эйәһенең йәшенә күрә түгел – гөрөлдәк:
– Сталауайҙамын! Сталауайҙамын, тием!
Тамаҡ ялғаусылар берәм-берәм әйләнеп ҡарай башланы.
– Сталауайҙамын мин! Аҙаҡ һөйләшер­беҙ!
Юҡ, төшөнмәй ҡарттың әйткәнен теге ос.
– Сталауайҙа, ашап ултырам!
Шулай бик оҙаҡ ҡабатланды. Шылтыратыусы ла, әбейелер инде – ҡолаҡҡа ҡатылыр, ныҡышты, быныһы ла, кешенән уңайһыҙланып, һүндереп кенә ҡуйманы. Етмәһә сәйнәүе ҡамасаулай.
Һөйләшеүҙең нимә менән бөткәне ҡа­раңғы ҡалды. Сыҡҡанда: “Ашханала, тиһәң, бәлки, тиҙерәк аңлашылыр ине, ағай…” – тип уйланылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779