Тәбиғилек ята төбөндә07.07.2017
Һүҙҙәр кешеләр менән йәшәй
– Бөгөн нисәнсе уҡыу көнө әле?
– Дүртенсе. – Ағайҙың ҡатыны тиҙ яуап бирҙе.
Байтаҡ йәштәге кешеләр инде улар. Икәүләп кенә донъя көтәләр, балалары күптән айырым оя ҡорған. Мәктәп менән бәйләнештәре әллә ни булмаһа ла, аҙна көндәрен шулай боронғоса, уҡыуға бәйләп, атайҙар.
Һәм был миңә йәмғиәттәге бер проблеманы хәл итеүҙең юлы булып тойолдо. Бәғзе ерҙәшемдең аҙна көндәрен башҡортса белдерергә ниңәлер телдәре әйләнмәгәненә ишаралайым. Ҡасандыр ауыл ташлап ят совхозға күсенгән, шунда теле малға тәғәйен “ҡатнаш аҙыҡ” хәленә еткән кешеләр тураһында түгел әле һүҙ – нишләйһең, яҙмыш, хәҙер инде өгөт-нәсихәттән фәтүә әҙҙер. Балалары, уларының балалары тәңгәлендә хәл уғата хөрт. Шундайҙарҙың береһе, мине тыңлап тора биргәс, көлөп ебәрҙе, ана.
Сәбәбен һорашҡайным:
– Ҡыҙыҡ һөйләшәһең, – тине.
– Нимәһе ҡыҙыҡ? – тип аптыраным, сөнки, дуҫтарым – филфак уҡытыусылары йыш шаяртҡанса, “ябай һөйләмдәр” генә әйткәйнем, ҡушма һөйләмдең кәрәге юҡ ине.
– “Мә-ҫә-лән”, тигәнең. – Иптәш өҙөп-өҙөп асыҡлыҡ индерҙе.
Уның аптырауына инде мин ғәжәпләндем булыр.
Әле, ҡабатлайым, совхозмы, леспромхозмы, тимер юл станцияһымы кеүек телде, шуның менән бергә холоҡ-фиғелде лә үҙгәртергә һәләтле урындарҙа төйәкләнеүселәрҙе түгел, ә бындай хәүефтән ситен торған арабыҙҙағыларҙы күҙҙә тотам.
Күп һүҙҙәргә, “шылтыратыу” ише тура тәржемәләргә тиклем, күнекте замандашым, ә бына “шәмбе” тиергә теле килешмәй ҙә ҡуя инде, төп шөғөлө башҡорт теленә бәйлеһе лә “суббота” тиергә генә тора.
Ә “уҡыу көнө” тиеү, эйе, оҙонораҡ, өҫтә әйтмешләй, ябай түгел, ҡушма, әммә үҙемдең мәктәп йылдарында телдән бер тынала, еп-еңел ысҡына торғайны.
Йәкшәмбе мәсьәләһен нисек хәл итәйек һуң, етенсе уҡыу көнө юҡ таһа? Уныһын ҡып-ҡыҫҡа һүҙ – “ял” тип кенә йөрөттөк.
Рәсми һүҙҙәр ҙә телгә ятып китә шулай ҡайһы саҡ. Бәхете менән тыуғандарылыр инде. Тик улар ҙа йәшәһә лә кешеләр менән бергә генә, улар хәстәрендә генә йәшәй.
Сауҙа ла күрмәй файҙа
Сәғәт магазинына инһәм, һатыусыһы юҡ. Быяла аша текәлеп ҡарай башлағайным, ах та ух хужабикәһе яҡынлашты:
– Сәғәт менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?
Урынһыҙ булһа ла, һорауға яуап бирергә ынтылдым да ризаһыҙ туҡтап ҡалдым – бәләкәй бүлмә тәмәке еҫе менән тулғайны. Тышта шуның менән булышып йөрөгән инде был тумалаҡ.
Һорауға һорау менән: “Ә һеҙ тартаһығыҙмы?” – тип яуаплап торманым, шым сығып киттем.
Насар ғәҙәт, баҡтиһәң, сауҙаға ла зыян икән шулай.
Йәһәт аңлашыу сере
Ашханалағы көңгөр-ҡаңғырҙы, ҡалаҡ-сәнске шауын телефон шылтырауы күмде. Артыҡ көслө зыңғырлай. Хужаһының тауышы ла, эйәһенең йәшенә күрә түгел – гөрөлдәк:
– Сталауайҙамын! Сталауайҙамын, тием!
Тамаҡ ялғаусылар берәм-берәм әйләнеп ҡарай башланы.
– Сталауайҙамын мин! Аҙаҡ һөйләшербеҙ!
Юҡ, төшөнмәй ҡарттың әйткәнен теге ос.
– Сталауайҙа, ашап ултырам!
Шулай бик оҙаҡ ҡабатланды. Шылтыратыусы ла, әбейелер инде – ҡолаҡҡа ҡатылыр, ныҡышты, быныһы ла, кешенән уңайһыҙланып, һүндереп кенә ҡуйманы. Етмәһә сәйнәүе ҡамасаулай.
Һөйләшеүҙең нимә менән бөткәне ҡараңғы ҡалды. Сыҡҡанда: “Ашханала, тиһәң, бәлки, тиҙерәк аңлашылыр ине, ағай…” – тип уйланылды.