Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йәшәйбеҙ!Хакасияла уҙған Бөтә Рәсәй “От ыры” (“Ут йыры”) этник эстрада фестиваль-конкурсында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Тимур Рамаҙанов I дәрәжә лауреат исемен яуланы.
“От ыры” этник эстрада йырын баш­ҡарыусылар конкурсы 1992 йылдан башланғыс ала. Өсөнсө тапҡыр инде ул Рәсәй кимәлендә үткәрелә. Әйткәндәй, 2010 йылда ундағы төп бүләк – Гран-приҙы беҙҙең республика вәкиле Марсель Ҡотоев алғайны.

Быйылғы фестивалдә илдең төрлө төбәктәренән – Ҡырым, Алтай, Бүрәт, Тыва, Хакас, Татарстан республикаларынан, Новосибирск өлкәһенән, Красноярск, Хабаровск крайҙарынан – 35 ҡат­нашыусы көс һынашты. Шуларҙың 12-һе финалға сыҡты. Араларында Тимур Рамаҙанов та булды. Ул жюри һәм тамашасылар иғтибарына башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты һәм үҙе яҙған “Йәшәй­беҙ” йырын тәҡдим итте.
Яҡташыбыҙҙың сығышы юғары баһа­лан­ды. Ул, хужаларҙың “Иренек Хан” этно-рок төркөмөнән генә ҡалышып, беренсе призға лайыҡ булды. Икенсе-өсөнсө урындарҙа – Ҡырым вәкилдәре.
Был сарала жюри ағзаһы булған Марсель Ҡотоев: “Тимур бик һәйбәт йырланы, уның сығышы яҡшы булды”, – тине. Хакасияның мәҙәниәт министры Светлана Окольникова ла, башҡорт егетенең үҙен­сәлекле тауышын билдәләп, Тимурға төп призды тапшырырға теләр инем, тигән.
Тимур Рамаҙанов тыумышы менән Баймаҡ районынан. Актер оҫталығы белгеслеге буйынса Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. “Дуҫлыҡ моңо” һәм “Оҙон көй” конкурстары лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 860

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 784