Хакасияла уҙған Бөтә Рәсәй “От ыры” (“Ут йыры”) этник эстрада фестиваль-конкурсында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Тимур Рамаҙанов I дәрәжә лауреат исемен яуланы.
“От ыры” этник эстрада йырын башҡарыусылар конкурсы 1992 йылдан башланғыс ала. Өсөнсө тапҡыр инде ул Рәсәй кимәлендә үткәрелә. Әйткәндәй, 2010 йылда ундағы төп бүләк – Гран-приҙы беҙҙең республика вәкиле Марсель Ҡотоев алғайны.Быйылғы фестивалдә илдең төрлө төбәктәренән – Ҡырым, Алтай, Бүрәт, Тыва, Хакас, Татарстан республикаларынан, Новосибирск өлкәһенән, Красноярск, Хабаровск крайҙарынан – 35 ҡатнашыусы көс һынашты. Шуларҙың 12-һе финалға сыҡты. Араларында Тимур Рамаҙанов та булды. Ул жюри һәм тамашасылар иғтибарына башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты һәм үҙе яҙған “Йәшәйбеҙ” йырын тәҡдим итте.
Яҡташыбыҙҙың сығышы юғары баһаланды. Ул, хужаларҙың “Иренек Хан” этно-рок төркөмөнән генә ҡалышып, беренсе призға лайыҡ булды. Икенсе-өсөнсө урындарҙа – Ҡырым вәкилдәре.
Был сарала жюри ағзаһы булған Марсель Ҡотоев: “Тимур бик һәйбәт йырланы, уның сығышы яҡшы булды”, – тине. Хакасияның мәҙәниәт министры Светлана Окольникова ла, башҡорт егетенең үҙенсәлекле тауышын билдәләп, Тимурға төп призды тапшырырға теләр инем, тигән.
Тимур Рамаҙанов тыумышы менән Баймаҡ районынан. Актер оҫталығы белгеслеге буйынса Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. “Дуҫлыҡ моңо” һәм “Оҙон көй” конкурстары лауреаты.