Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әбйәлиленә ҡайтты рәссам рухы
Әбйәлиленә ҡайтты рәссам рухы Ошо көндәрҙә күренекле рәссам, үҙ заманының һәр биҙәген һынлы сәнғәткә һалып, халҡына дан йырлаған замандашыбыҙ Әхмәт Лотфуллиндың картиналары Әбйәлил районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына ҡайтарылды. Эйе, рәссам үҙе ошо илаһи тамъян-ҡатай ерендә тыуып, ғүмеренең күп өлөшөн дә бында уҙғарған, өҫтәүенә күпселек картиналарын тап Әбйәлил районының тәбиғәтенә, портреттарын яҡташтарына бағышлаған.
Бөгөнгә ҡәҙәр Өфө ҡалаһының Аксаков урамындағы фатирында ҡалған һынлы сәнғәт өлгөләрен рәссамдың ҡатыны Луиза апай ҡәҙерләп һаҡлаған. Рәссам ғаиләһе менән 1974 йылдан алып ғүмеренең ахырынаса ошо фатирҙа йәшәгән. Ә рәссамдың сығы­шына килгәндә, ул 1928 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуа. Бала сағы Асҡар һәм Абҙаҡ ауылдарында үтә. Үҫмер малай ғына сағында әле йәйәүләп Магнитогорск ҡалаһына барып, һөнәрселек училищеһына токарлыҡҡа уҡырға төшә. Ә инде һуғыштан һуң уға Ленинградта архитектура-һынлы сәнғәт, Өфөлә театр-һынлы сәнғәт училищела­рында уҡырға форсат тейә. Һуңынан инде ул Литва ССР-ының Вильнюс ҡала­һында Һынлы сәнғәт институтында уҡый. Йәне-тәне менән рәссамлыҡҡа, матур­лыҡ һәм камиллыҡҡа ынтылған йәш кеше шулай үҙен шәхес итеп камиллаштыра ла инде.
Уның бөтә һүрәттәрендә лә тыуған ил тойғоһо, тәбиғәт, халыҡсанлыҡ һәм милли ғорурлыҡ ярылып ята. Киң билдәле “Өс ҡатын”, “Тыуған ил менән хушлашыу. Салауат”, “Байрам”, “Фронтҡа оҙатыу”, “Хушлашыу” һәм башҡа бик күп картиналарын нисә быуын мәктәп уҡыусылары дәрестә өйрәнеп үҫкән. Шул сәбәпле, ул яңы үҫеп килгән йәш быуындың күңелендә халыҡсанлыҡты, рухты тәрбиәләгән дә инде. Бының өсөн ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, “СССР-ҙың халыҡ рәс­самы” тигән маҡтаулы исемгә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы булараҡ, бик күп премияларға лайыҡ булған. Тик баш ҡалабыҙҙа милләте өсөн фиҙакәр хеҙмәт иткән ошондай шәхестең ижадына арналған музейҙың әлегә тиклем булмауы сәйер тойола.
Әлбиттә, Әхмәт Фәтҡулла улының иң күренекле һаналған йөҙ дана картинаһы бөгөн Өфөнөң Нестеров исемендәге музейында урын алған. “Фронтҡа оҙатыу” картинаһы – Мәскәүҙә Третьяков галерея­һында, “Хушлашыу” тигәне Рус музейында һаҡлана. Ә инде ике картинаһын йөҙ мең һумға һатырға тура килә Луиза апайға, сөнки рәссамдың Рауил ауылындағы “Әхмәт” мәсетенә капиталь ремонт кәрәк була. Бынан ике йыл элек мәсет-йорт бинаһы көпләнеп, нигеҙе нығытылып, матурлап ҡуйыла. Ә рәссамдың тиҫтәләрсә башҡа карти­наһы ябай ҡала фатирында һаҡланған. Бәлки, баш ҡалала күренекле рәсса­мыбыҙ хөрмәтенә музей асылыр тигән ниәт менән уның ҡатынына мөрәжәғәт иткәс, өмөтөн өҙгән кешеләй:
– Иҫән саҡта тыуған яҡтағы музейға тапшырып ҡуяйым картиналарҙы, күңел тыныс булыр. Әхмәт үҙе иҫән булһа, тап Асҡар музейына тапшырған өсөн шатланыр ине. Тиҫтәләрсә йыл буйы төшөрөлгән, һәр биҙәген, һыҙығын, һәр төҫөн бөртөкләп йыйған ҡәҙерле картиналар, исмаһам, ышаныслы урында һаҡланыр, яҡташтарға бер бүләк булыр, – тине ул.
Ысынлап та, “Механизатор”, “Үтәгән ауылы муллаһы”, “Асҡар тауы”, “Мөхәмәт ауылына юл”, “Колхозсы ҡыҙ”, ғөмүмән, ниндәй генә картина, портрет төшөрмә­гән ул яҡташтарына арнап. Шуға ла бөгөн бәләкәй Ватанының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы уның 109 картинаһын, наградаларын, шәхси әйберҙәрен ҡәҙерләп һаҡлау өсөн үҙенә ҡомартҡы итеп алып ҡайтты. Бының менән ул башҡорт халҡының мәшһүр улы Әхмәт Лотфуллинға ихтирамын да, хөрмәтен дә күрһәтте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780