Ошо көндәрҙә күренекле рәссам, үҙ заманының һәр биҙәген һынлы сәнғәткә һалып, халҡына дан йырлаған замандашыбыҙ Әхмәт Лотфуллиндың картиналары Әбйәлил районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына ҡайтарылды. Эйе, рәссам үҙе ошо илаһи тамъян-ҡатай ерендә тыуып, ғүмеренең күп өлөшөн дә бында уҙғарған, өҫтәүенә күпселек картиналарын тап Әбйәлил районының тәбиғәтенә, портреттарын яҡташтарына бағышлаған. Бөгөнгә ҡәҙәр Өфө ҡалаһының Аксаков урамындағы фатирында ҡалған һынлы сәнғәт өлгөләрен рәссамдың ҡатыны Луиза апай ҡәҙерләп һаҡлаған. Рәссам ғаиләһе менән 1974 йылдан алып ғүмеренең ахырынаса ошо фатирҙа йәшәгән. Ә рәссамдың сығышына килгәндә, ул 1928 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуа. Бала сағы Асҡар һәм Абҙаҡ ауылдарында үтә. Үҫмер малай ғына сағында әле йәйәүләп Магнитогорск ҡалаһына барып, һөнәрселек училищеһына токарлыҡҡа уҡырға төшә. Ә инде һуғыштан һуң уға Ленинградта архитектура-һынлы сәнғәт, Өфөлә театр-һынлы сәнғәт училищеларында уҡырға форсат тейә. Һуңынан инде ул Литва ССР-ының Вильнюс ҡалаһында Һынлы сәнғәт институтында уҡый. Йәне-тәне менән рәссамлыҡҡа, матурлыҡ һәм камиллыҡҡа ынтылған йәш кеше шулай үҙен шәхес итеп камиллаштыра ла инде.
Уның бөтә һүрәттәрендә лә тыуған ил тойғоһо, тәбиғәт, халыҡсанлыҡ һәм милли ғорурлыҡ ярылып ята. Киң билдәле “Өс ҡатын”, “Тыуған ил менән хушлашыу. Салауат”, “Байрам”, “Фронтҡа оҙатыу”, “Хушлашыу” һәм башҡа бик күп картиналарын нисә быуын мәктәп уҡыусылары дәрестә өйрәнеп үҫкән. Шул сәбәпле, ул яңы үҫеп килгән йәш быуындың күңелендә халыҡсанлыҡты, рухты тәрбиәләгән дә инде. Бының өсөн ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, “СССР-ҙың халыҡ рәссамы” тигән маҡтаулы исемгә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы булараҡ, бик күп премияларға лайыҡ булған. Тик баш ҡалабыҙҙа милләте өсөн фиҙакәр хеҙмәт иткән ошондай шәхестең ижадына арналған музейҙың әлегә тиклем булмауы сәйер тойола.
Әлбиттә, Әхмәт Фәтҡулла улының иң күренекле һаналған йөҙ дана картинаһы бөгөн Өфөнөң Нестеров исемендәге музейында урын алған. “Фронтҡа оҙатыу” картинаһы – Мәскәүҙә Третьяков галереяһында, “Хушлашыу” тигәне Рус музейында һаҡлана. Ә инде ике картинаһын йөҙ мең һумға һатырға тура килә Луиза апайға, сөнки рәссамдың Рауил ауылындағы “Әхмәт” мәсетенә капиталь ремонт кәрәк була. Бынан ике йыл элек мәсет-йорт бинаһы көпләнеп, нигеҙе нығытылып, матурлап ҡуйыла. Ә рәссамдың тиҫтәләрсә башҡа картинаһы ябай ҡала фатирында һаҡланған. Бәлки, баш ҡалала күренекле рәссамыбыҙ хөрмәтенә музей асылыр тигән ниәт менән уның ҡатынына мөрәжәғәт иткәс, өмөтөн өҙгән кешеләй:
– Иҫән саҡта тыуған яҡтағы музейға тапшырып ҡуяйым картиналарҙы, күңел тыныс булыр. Әхмәт үҙе иҫән булһа, тап Асҡар музейына тапшырған өсөн шатланыр ине. Тиҫтәләрсә йыл буйы төшөрөлгән, һәр биҙәген, һыҙығын, һәр төҫөн бөртөкләп йыйған ҡәҙерле картиналар, исмаһам, ышаныслы урында һаҡланыр, яҡташтарға бер бүләк булыр, – тине ул.
Ысынлап та, “Механизатор”, “Үтәгән ауылы муллаһы”, “Асҡар тауы”, “Мөхәмәт ауылына юл”, “Колхозсы ҡыҙ”, ғөмүмән, ниндәй генә картина, портрет төшөрмәгән ул яҡташтарына арнап. Шуға ла бөгөн бәләкәй Ватанының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы уның 109 картинаһын, наградаларын, шәхси әйберҙәрен ҡәҙерләп һаҡлау өсөн үҙенә ҡомартҡы итеп алып ҡайтты. Бының менән ул башҡорт халҡының мәшһүр улы Әхмәт Лотфуллинға ихтирамын да, хөрмәтен дә күрһәтте.