Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңғыраны “Урал ауазы”
Яңғыраны “Урал ауазы”“Ай, Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумған түбәһе,
Күккә ашҡан Уралым!” —
тип йырлап ебәрҙе сит илдән килгән ҡунаҡ. Үәт, халыҡ ҡул сапты! Төркиәнең милли музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе Ирфан Гюрдалдың был сығышы күптәрҙең күңеленә хуш килде. Ҡалмыҡстандың Милли оркестры ла, башҡорт композиторы Нур Дауытовтың әҫәрен башҡарып, тамашасыларҙы һөйөндөрҙө.
Өфөлә үткән оркестрҙар һәм музыка ҡоралдары ансамблдәренең “Урал ауазы” I халыҡ-ара конкурс-фестивале ошондай күркәм сығыштарға бай булды. Оло Яңғыраны “Урал ауазы”сара тәүгегә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, өс тиҫтәнән ашыу ижади коллективты йыйҙы. Рәсәйҙән генә түгел, Төркиәнән, Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан, Төркмәнстандан да ҡунаҡтарҙың килеүе конкурстың дәрәжәһен бермә-бер күтәрҙе. Профессиональ коллективтарҙы абруйлы шәхестәр баһаланы. Улар араһында Рәсәйҙең халыҡ артисы, Санкт-Петербург ҡалаһындағы В. Андреев исемендәге дәүләт академия урыҫ халыҡ оркестрының дирижеры һәм художество етәксеһе Дмитрий Хохлов, Үзбәкстандың халыҡ артисы, профессор Фарух Садыков, Ҡаҙағстандан музыкант Ерлан Бәхтегәрәй ҙә бар ине.
Яңғыраны “Урал ауазы”— Халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәрен фестивалгә йыйыу теләге бынан ете йыл элек тыуғайны, — ти “Урал ауазы”ның художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин. — Маҡсат тормошҡа ашҡандыр, тип уйлайым, сөнки төрлө тарафтан килгән коллективтар тәжрибә уртаҡлашты, шулай уҡ үҙ халҡының музыка әҫәрҙәре менән дәЯңғыраны “Урал ауазы” алышты. Беҙҙең репертуарҙағы Нур Дауытов һәм Салауат Низаметдиновтың композицияларын хәҙер башҡа ил оркестрҙары ла башҡарасаҡ.
Фестиваль төрки халыҡтарҙы берләштереүсе оркестр булдырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Ойоштороусылар белдереүенсә, төрки халыҡтарҙың берҙәм Яңғыраны “Урал ауазы”оркестрына һәр милләткә хас музыка ҡоралдары алынасаҡ. Мәҫәлән, башҡорттарҙан — ҡурай, ҡаҙаҡтарҙан — думбыра, төрөктәрҙән һорнай булһа, ниндәй үҙенсәлекле коллектив барлыҡҡа киләсәк.
Фестивалгә йомғаҡ яһап, жюри рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Хохлов тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
— Ысынлап та, был сара тейешле кимәлдә уҙҙы. Унда ҡатнашҡан барлыҡ коллективтың һәр ҡайһыһы еңеүсе булырға лайыҡлы. Өмөттәребеҙ аҡланды — шуныһы һөйөндөрә.
“Урал ауазы”ның гран-прийына Владикавказдан “Тау ритмдары” ансамбле, Тываның һәм Ҡалмыҡстандың Милли оркестрҙары лайыҡ булды. Шулай уҡ барлыҡ коллективтар төрлө номинацияларҙа бүләкләнде.
Халыҡтарҙы берләштереүсе фестиваль Башҡортостандың мәҙәни тормошонда — сағыу күренеш. Уның ғүмере оҙон булыуын теләне ҡатнашыусылар.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

Яңғыраны “Урал ауазы”Яңғыраны “Урал ауазы”
Яңғыраны “Урал ауазы”Яңғыраны “Урал ауазы”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779