“Ай, Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумған түбәһе,
Күккә ашҡан Уралым!” —
тип йырлап ебәрҙе сит илдән килгән ҡунаҡ. Үәт, халыҡ ҡул сапты! Төркиәнең милли музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе Ирфан Гюрдалдың был сығышы күптәрҙең күңеленә хуш килде. Ҡалмыҡстандың Милли оркестры ла, башҡорт композиторы Нур Дауытовтың әҫәрен башҡарып, тамашасыларҙы һөйөндөрҙө.
Өфөлә үткән оркестрҙар һәм музыка ҡоралдары ансамблдәренең “Урал ауазы” I халыҡ-ара конкурс-фестивале ошондай күркәм сығыштарға бай булды. Оло
сара тәүгегә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, өс тиҫтәнән ашыу ижади коллективты йыйҙы. Рәсәйҙән генә түгел, Төркиәнән, Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан, Төркмәнстандан да ҡунаҡтарҙың килеүе конкурстың дәрәжәһен бермә-бер күтәрҙе. Профессиональ коллективтарҙы абруйлы шәхестәр баһаланы. Улар араһында Рәсәйҙең халыҡ артисы, Санкт-Петербург ҡалаһындағы В. Андреев исемендәге дәүләт академия урыҫ халыҡ оркестрының дирижеры һәм художество етәксеһе Дмитрий Хохлов, Үзбәкстандың халыҡ артисы, профессор Фарух Садыков, Ҡаҙағстандан музыкант Ерлан Бәхтегәрәй ҙә бар ине.
— Халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәрен фестивалгә йыйыу теләге бынан ете йыл элек тыуғайны, — ти “Урал ауазы”ның художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин. — Маҡсат тормошҡа ашҡандыр, тип уйлайым, сөнки төрлө тарафтан килгән коллективтар тәжрибә уртаҡлашты, шулай уҡ үҙ халҡының музыка әҫәрҙәре менән дә
алышты. Беҙҙең репертуарҙағы Нур Дауытов һәм Салауат Низаметдиновтың композицияларын хәҙер башҡа ил оркестрҙары ла башҡарасаҡ.
Фестиваль төрки халыҡтарҙы берләштереүсе оркестр булдырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Ойоштороусылар белдереүенсә, төрки халыҡтарҙың берҙәм
оркестрына һәр милләткә хас музыка ҡоралдары алынасаҡ. Мәҫәлән, башҡорттарҙан — ҡурай, ҡаҙаҡтарҙан — думбыра, төрөктәрҙән һорнай булһа, ниндәй үҙенсәлекле коллектив барлыҡҡа киләсәк.
Фестивалгә йомғаҡ яһап, жюри рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Хохлов тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
— Ысынлап та, был сара тейешле кимәлдә уҙҙы. Унда ҡатнашҡан барлыҡ коллективтың һәр ҡайһыһы еңеүсе булырға лайыҡлы. Өмөттәребеҙ аҡланды — шуныһы һөйөндөрә.
“Урал ауазы”ның гран-прийына Владикавказдан “Тау ритмдары” ансамбле, Тываның һәм Ҡалмыҡстандың Милли оркестрҙары лайыҡ булды. Шулай уҡ барлыҡ коллективтар төрлө номинацияларҙа бүләкләнде.
Халыҡтарҙы берләштереүсе фестиваль Башҡортостандың мәҙәни тормошонда — сағыу күренеш. Уның ғүмере оҙон булыуын теләне ҡатнашыусылар.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ