Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми”
“Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми” – Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
– Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
– Танымайһыңмы әллә?
Мин ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми.

Заманыбыҙға йәнә бер тапҡыр әйләнеп ҡайтты халыҡ шағиры. Хәйер, ул бер ҡасан да китмәгәйне, әммә уны тағы ла яңы образдарҙа, тағы ла шөһрәтлерәк кәүҙәләнештә ҡайтарыуҙан хилафлыҡ юҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Яҙыусылар союзы идараһы, “Салауат Юлаев тоҡомдары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа 85 йыл тулыуға арнал­ған видеобәйгене иғлан итеү менән, уны республика халҡы ғына түгел, күрше төбәк­тәрҙә йәшәгән милләттәш­тәребеҙ ҙә дәррәү күтәреп алды. Яраталар шул беҙҙә Рәмиҙе, яраталар. Ана шул һөйөү берләштерә лә инде халҡыбыҙҙы. Ә инде видеобәйгенең үҙенә килгәндә, унда Рәми ижадын, милли әҙәбиәтебеҙҙе һөйөүсе меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
Йомғаҡлау сараһы Башҡорт­остан Милли музейында “Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә үтте. Шиғри бәйгенең еңеүселәрен баш ҡала­быҙҙың Милли музейына сәйәхәт иттергәндән һуң, йомғаҡ­лау сараһы башланды.
Бәйгелә ҡатнашыусылар йәш буйынса төркөмдәргә бүленде, еңеүселәр һәм лауреаттар билдәләнде. Республикабыҙҙың төрлө төбәгенән шиғыр һөйләп, видео­фильмдарҙы баш ҡалаға ебәргәндәрҙе махсус жюри ағзалары баһаланы һәм меңгә яҡын ҡатнашыусынан иң-иңдәр тип һаналған етмеш биш бәйгесене һайлап алды.
Бына улар, Рәми ижады аша милли әҙәбиәтебеҙгә, милләтебеҙгә бәҫ өҫтәүселәр: 2–6 йәшлектәр төркөмөнән Айгиз Сәғәҙиев (Салауат районы), 7–11 йәше тулғандарҙан Азалия Аҡбулатова (Баймаҡ районы), Динә Бүкәнбаева (Күмертау ҡалаһы), 12–15 йәшлектәрҙән Ильяс Аҙнабаев (Салауат районы), Ринат Бәхтейәров (Учалы районы), 16–18 йәшлектәрҙән Азамат Ғөбәйҙуллин (Баймаҡ районы), 18–35 йәшлек төркөмдән Рафаэль Ғәйнуллин (Салауат ҡалаһы), 36–55 йәшлектәрҙән Гүзәл Саҙретдинова (Илеш районы), 55-тән өлкәндәр төркөмөндә Ринат Ибәтуллин (Салауат ҡалаһы). Улар һәммәһе лә – беренсе урынды алған милләттәштәребеҙ.
Башҡортостандың 30-ға яҡын ҡала һәм районынан һәм күрше биш төбәктән ҡатнашҡан башҡа бәйгеселәр икенсе, өсөнсө урындарҙы һәм айырым номинацияларҙағы еңеүҙәрҙе уртаҡлашты.
“Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми” Сараның икенсе өлөшө “Башҡортостан” дәүләт концерт залында дауам итте, унда халҡыбыҙҙың күренекле сәнғәт оҫталары һәм яҙыусы-шағирҙары, видеобәйгенең еңеүселәре ҡатнашлығы менән күңелле концерт тамашаһы уҙғарылды. Был шиғриәт, рух һәм яҡтылыҡ байрамы “Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде, телде тотҡан һүҙем бар” тип аталды. Шуға ла сәхнәлә торған аҡһаҡалы ла, сабыйы ла – һәммәһе лә берҙәй һөйөп һәм илтифат менән бағышланы үҙен башҡорт теленә, халҡыбыҙҙың көмөштәй саф Рәми шиғриәтенә... Ә халыҡ шағирыбыҙ Рәми Ғарипов менән, үрҙә яҙылғанса, киләсәктең әңгәмәһенә әйләнеп ҡайтһаҡ:
– Ниңә улай һуңлап ҡайттың, егет?
– Булды юлда төрлө кәртәләр...
– Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?
– Бәлки, танырҙар, тип әйттеләр.
– Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс?
– Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта.
Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 860

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 783